Бобер Николай Васильевич
Бобер Николай Васильевич (1 август 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Милләте — украин[2]
Бобер Николай Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 август 1947[1] (77 йәш) |
Тыуған урыны | Яблуновка, Максимовка ауыл советы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Васильевич Бобер 1947 йылдың 1 авгусында БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы Яблуновка ауылында тыуған.
1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.[3]
1966—1969 йылдарҙа —"Востокнефтезаводмонтаж" трестының монтаж идаралығы слесарь-монтажсыһы, 1969—1971 йылдарҙа — трестың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары.
1971—1984 йылдарҙа — «Востокнефтезаводмонтаж» тресының монтаж идаралығы мастеры, монтаж участкаһы етәксеһе, «Бирскмежрайгаз» тресының баш инженеры, идарасыһы.
1984—1987 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1987—1992 йылдарҙа — Бөрө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1992—1998 йылдарҙа — Бөрө ҡала хакимиәте башлығы, 1998 йылдан Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы.
48-се Иглин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[4][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәҒаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергә- БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- [Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бобер Николай Васильевич // https://www.biografija.ru/biography/bober-nikolaj-vasilevich.htm
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Бобер Николай Васильевич// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
Сығанаҡтар
үҙгәртергәНародные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
үҙгәртергә