Айыпов Рөстәм Сәғит улы

Айыпов Рөстәм Сәғит улы (1 август 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй радиоинженеры, уҡытыусы. Техник фәндәре докторы (2007), профессор (2007). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1969).

Рөстәм Сәғит улы Айыпов
Тыуған көнө

1 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Николаевка, Ульяновск өлкәһе, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

радиоинженерия

Эшләгән урыны

Урал политехник институты
Өфө элемтә аппаратураһы заводы
ӨДАТУ
БДАУ

Альма-матер

Урал политехник институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Ҡалып:СССР спорт мастеры

Тышҡы һүрәттәр
Рөстәм Айыпов

Биографияһы үҙгәртергә

Рөстәм Сәғит улы Айыпов 1946 йылдың 1 авгусында Ульяновск өлкәһенең Николаевка ауылында тыуа.

1971 йылда Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтын тамамлаған, «Радиоэлектрон ҡулламалар» һөнәре буйынса радиоинженер. Артабан Өфө элемтә аппаратураһы заводында хеҙмәт юлын башлай. 1969 йылда еңел атлетика буйынса «СССР-ҙың спорт мастеры» исемен ала.

1973 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы. 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта башлай (ауыл хужалығы электр ҡорамалдарын автоматлаштырыу һәм файҙаланыу кафедраһы мөдире, 2000—2002 йылдарҙа һәм 2011 йылдан башлап электр машиналары һәм электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа энергетика факультеты деканы).

2007 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2009 йылда «Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығын электрлаштырыуға бағышланған. Рәсәй электротехник фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. 175-тән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 монография, 26 патент һәм 42 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009)
  • Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1969)

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Линейные электрические машины и приводы на их основе. Өфө, 2003
  • Основы построения и теории линейных асинхронных приводов с упругими накопителями энергии. Өфө, 2006

Һылтанмалар үҙгәртергә