Байыш (Баймаҡ районы)
Байыш (рус. Баишево, икенсе атамаһы Ҡасимғол) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 505 кеше[3]. Почта индексы — 453652, ОКАТО коды — 80206825002.
Байыш | |
Байыш | |
Рәсми атамаһы | Байыш |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ишмөхәмәт ауыл советы, Баймаҡ районы һәм Орск өйәҙе |
Халыҡ һаны |
581 кеше (2002)[1], 594 кеше (2009)[1], 505 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453652 |
Тарихы
үҙгәртергәТораҡ пунктына 1795 йылда Байыш Аҡҡусҡаров менән Йомаш, Ярат, Мырҙаҡай ауылдарынан сыҡҡан кешеләр тарафынан нигеҙ һалынған[4]. Башҡа мәғлүәмәттәр буйынса, 1812 йылда Йомаш ауылынан 9 ғаилә Ҡасымғол ауылына нигеҙ һала. Ауыл элекке утар урынында барлыҡҡа килә. Ҡасымғолдоң ике улы булыуы билдәле: 1768 йылда тыуған һәм Ислам һәм 1777 йылғы Миңлеш (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Исмаҡ һәм Минеш[5]). Дүрт йылдан Байыш Аҡҡусҡаров етәкселегендә тағы ла 14 ғаилә күсеп килә. Ауылдың исемен үҙгәртеп, Байыш тип йөрөтә башлайҙар. Байыш Аҡҡусҡаровтың йәшәгән йылдары — 1747—1823. Уның ике улы була: Йәрмөхәмәт һәм Ласын. Артабан Мырҙаҡайҙан — 8 кеше, Яраттан — Әхмәр Яратов балалары Ярулла, мөхәмәтша, мөхәмәйәр менән, Ғәҙелбайҙан (Ширмайҙан) — Даутбай, Амангилде, Нарымбай, Арғынбай Килмөхәмәтовтар, айытбай Әлибаев, Ишҡыуат Солтанморатовтар һәм бер ҡаҙаҡ кешеһе Ишҡара Иштанов күсенәләр[6].
Һуңыраҡ Байыш ауылынан Теләкҡабул ауылына — 11, Әбсәләмгә — 2, Мырҙаҡайға- 2, Йәнйегеткә — 6, Ғәҙелбайға — 1 кеше күсертелә[6]. 1834 йылда ауылда — 24 йорт, 1859 йылда 77 (452 кеше, 1885 йылда 80 йорт (520 кеше), 1920 йылда — 162 йорт (756) иҫәптә була[6]. Ауыл халҡы Ялтыр, Мәсетле йорт, Юлалы таш күлдәре тирәһендә йәйләүҙә йәшәй. 1839 йылда ауылда 448 йылҡы малы, 590 һыйыр, 227 һарыҡ һәм 165 кәзә була. 1843 йылда 20 дисәтинә ерҙә 256 ярауай иген сәселә[6].
Ырыу аралары: түпәй (Исҡужиндар), мәсекәй (Байышевтар, Ласыновтар, Йәрмөхәмәтовтар), өршәк (Ҡотлоғужиндар), ас hәм туҡ эсәк (Арғынбаевтар, Дауытбаевтар), онтораҡ (Рәхмәтуллиндар), бүреләр (Ҡолмөхәмәтовтар, Юлыевтар, Шәйәхмәтовтар), ҡалмаҡ (Исмаҡовтар, Миңешевтар, Рәсүлевтар), мәкәш (Әширбаевтар, Дәүләтшиндар, Мәзитовтар), ҡазаҡтар (Әблүзиндар, Әхмәтовтар, Ғүмәровтар, Яналиндар, Йәнбәковтар), ҫонтор (Әлибәковтар)[5]).
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 452 | 230 | 222 | 50,9 | 49,1 |
1920 йыл 26 август | 756 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 447 | 205 | 242 | 45,9 | 54,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 536 | 267 | 269 | 49,8 | 50,2 |
2002 йыл 9 октябрь | 581 | 285 | 296 | 49,1 | 50,9 |
2010 йыл 14 октябрь | 505 | 253 | 252 | 50,1 | 49,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрал йылғаһы ҡушылдығы Урғаҙа йылғаһы янында урынлашҡан[6].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 32 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишмөхәмәт): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 45 км
Ҡыңғырташ — ауыл янында урынлашҡан ҡая.
Урамдар
үҙгәртергә- Урғаҙа урамы
- Коммунистик урам
- Ибраһим урамы
- Рамаҙан Йәнбәков урамы
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Әблүзин Ғәйзулла Мөхәммәт улы — «За отвагу» миҙалы (1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), Жуков миҙалы (1995) кавалеры.
- Әлибәков Азамат Мөбәрәк улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1969), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1976), Халыҡ дуҫлығы ордены (1986), «Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы үҫешенә индергә өлөшө өсөн» алтын миҙалы (2014) кавалеры;
- Арғынбаев Абрар Солтангәрәй улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996); «Иң яҡшы рационализатор» (1976), «XI биш йыллыҡ ударнигы» (1981);
- Аширбаева Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2015); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Гөбәйҙуллин Фәйзулла Хөрмәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008);
- Ғүмәров Хәйривара Фәхәз улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1989);
- Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы — ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
- Валеев Йосоп Һатыбалды улы — "Почёт Билдәһе " ордены кавалеры (1989);
- Валеева Мәҙинә Таһир ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы;
- Буранбай Исҡужин (15.01.1952—14.04.2009), шағир, прозаик һәм драматург. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992);
- Ҡаһарманова Зәлифә Хәйривара ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы;
- Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы (25.03.1943), педагог, 1971—2010 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбенең директор урынбаҫары. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡорт Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2003;
- Кәримова Фәтхиә Сәхи ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1986);
- Ҡолмөхәмәтова Фәриҙә Зәйнулла ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- Ҡотлоғужин Рәхмәт Әбделғәзиз улы — Баймаҡ һәм Сибай МТС-тары директоры Райпотреб союз идаралығы рәйесе;
- Ҡыҙылбәкова Гөлсирә Сәйфи ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- Ласынова Хәкимә Ғилман ҡыҙы — II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1976), «II класлы малсылыҡ оҫтаһы» Почётлы званиеһы кавалеры(1977).
- Мәзитов Кәрим Тәңребирҙе улы — «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы кавалеры (1944).
- Мәзитов Урал Тәңребирҙе улы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), мәктәп директоры;
- Мортазин Иҙрис Усман улы — СССР ВДНХ-һының көмөш миҙалы кавалеры;
- Мортазин Камил Фитрат улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996);
- Мортазин Йәмил Камил улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999);
- Мортазина Фәниә Фитрат ҡыҙы — Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1991);
- Мортазина Фирдәүес Камил ҡыҙы — биология фәндәре кандидаты;
- Рамаҙан Йәнбәков (15.03.1934), йырсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982).
- Рәхмәтуллина Ғәйниямал Сөләймән ҡыҙы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973) кавалеры;
- Сөләймәнова Нәйлә Әхмәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Сөләймәнов Рәшит Сафиулла улы — III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975), Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996);
- Сөләймәнова Римма Төхвәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995);
- Таштимерова Бибикамал Абрар ҡыҙы — Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1992);
- Таштимерова Факиһа Набиулла ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991);
- Хәлилова (Байышева) Миңзәлә Васил ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2016), шағирә;
- Хамматов Миңлеғәли Зәйнулла улы — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957);
- Хәсәнов Фәйзулла Зәкирйән улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
- Шахмуратов Нәбиулла Аллабирҙе улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005).
- Шәйәхмәтов Әмир Сабирйән улы — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1999).
- Шәйәхмәтов Ғәлимйән Сәлимйән улы — Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2013).
- Шәйәхмәтов Сабирйән Харрас улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1990).
- Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы (1887—1921) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙә Граждандар һуғышында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнаша. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе[5]).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 http://urgaza.ru/historical-background/selsovet/128/1218/
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/kasymgulovo.html
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Байыш (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |