Оскар (кинопремия)

(Оскар битенән йүнәлтелде)

Оскар — кинопремия, Американың Кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһы премияһы (инглизсә Academy Awards, Академия премияһы), 1940 йылдан «О́скар» тип танылған. Йола буйынса Лос-Анджелес ҡалаһының «Долби» исемле театрҙа тапшырыла. Тантана йыл һайын февраль аҙағы — март башында үтә. «Оскар» менән бүләкләү тантанаһы унарлаған илдә тура эфирҙа күрһәтелә.

«Оскар»
Төп исеме Academy Awards
Ил Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Бүләкләү кинофильмдәр төшөрөү сәнғәтендәге ҡаҙаныштар өсөн
Ойоштороусы Киноматография сәнғәте һәм фәне академияһы
Нигеҙләнгән 1929
Һуңғы бүләкләнеүсе 2015
Сайт oscars.org

«MGM» студияһы хужаһы Луис Б. Майер тәҡдиме менән 1929 йылда булдырылған. Шул ваҡыттан бирле тапшырыу һәм тауыш биреү ҡағиҙәләре үҙгәреп торһа ла, «Оскар» медиа өлкәһендәге даими бирелгән һәм бөгөн дә ғәмәлдә булған донъялағы иң оло бүләк.

Еңеүселәрҙе һайлау ҡағиҙәләре һәр ваҡыт тәнҡитләнеп килде, Академия ағзалары коррупцияла ғәйепләнделәр. Шуға ҡарамаҫтан, Ер шарында «Оскар» кинопремияһы абруйын юғалтмай[1][2][3]. Америка кинокритигы Эмануил Леви шулай ти[4]:

Барлыҡҡа килеү тарихы

үҙгәртергә

Башланып китеү: Академияға нигеҙ һалыу

үҙгәртергә

Беренсе АҠШ киноакадемияһын төҙөү хыялы Metro-Goldwyn-Mayer компанияһы директоры Луис Б. Майер 1926 йылдың ноябрендә уйына килә[5]. Бөтә Америка киноиндустрияһы менән илдең туғыҙ мөһим кинокомпаниялары һәм биш берләшмәләре "Киностудияларҙың башланғыс үҙ-ара килешеүе"нә[6] ҡул ҡуйғас, Академияға нигеҙ һалыуға төп сәбәп. Шуға ҡарамаҫтан, был килешеү техник хеҙмәткәрҙәренә генә ҡағыла. [6]

Монтажсылар, композиторҙар, рәссам-постановщиктар һәм башҡалар үҙ һөнәре берекмәләре эшләгәнгә тиклем, Майер эшкә ҡушылырға ҡарар итә, һәм 1926 йылдың декабрендә ошо тармаҡтың өс лидеры менән осраша: актёр Конрад Нэйджел (англ.)русск., режиссёр Фред Нибло (англ.)русск. һәм АҠШ кинопродюсерҙар Ассоциацияһы етәксеһе Фред Битсон. Улар барыһы ла ойошма асыу тураһында нейәтләнә. Ойошма төрлө хеҙмәт дәғүәләрен яйға һалыусы һәм Хейс офисы аша, бөтә донъяла Голливуд рәүешен камиллаштырып, киноэкрандағы бәхәсле күренештәрҙе күҙәтеп барыусы ойошма булырға тейеш.

Яһаласаҡ берләшмәлә, ағзалар һайлау комитете башлығына, Майер, коллегалары ярҙамында, үҙен үҙе һайлай[6]. 1927 йылдың 11 ғинуарында ул тармаҡтың 36 лидерен рәсми рәүештә Амбассадор отелеһенә йыйылышҡа саҡыра. Майер Академияны «Халыҡ-ара» тип атарға тәҡдим яһай, ә исемлеккә тик сәнғәт һәм кинопроизводство фәне өлкәһендә күренекле шәхестәрҙе раҫлау ғына. Шулай ҙа, уның адвокаттары ассоциация атамаһынан «Халыҡ-ара» һүҙен алырға кәңәш бирәләр. Тиҙҙән Академия рәсми рәүештә "Кинематографиялар сәнғәте һәм фәндәр Академияһы " тип атала башлай.

1927 4 майында Академия ҡанунға ярашлы корпорацияға әүерелә [6]. Калифорния штаты хөкүмәте уға коммерсиялы булмаған статус биргәс барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта, 36 ағзаһы булған корпорация беренсе вазифалар тәғәйенләй: актёр Дуглас Фэрбенкс президент була, ә сценарист Фрэнк Вудс (англ.)русск. — секретарь. Үҙенең киностудияһы иҫәбенә, Майер 300 кешене банкеткә саҡыра, йыйылыу урыны: отел «Билтмор» (англ.)русск.#cite_note-Levy.E2.80.942003.E2.80.94.E2.80.9441-6. Фэрбенкс бында оҙаҡ телмәр һөйләй. «Киноэкран менән бар тамаша ҙур һәм борсоулы цензура менән нәфрәт болоты аҫтында», ти ул үҙенең телмәрендә.

«Әһәмиәтле бүләктәрҙең» үҫеше

үҙгәртергә

«Оскар», элеккесә аталған «Әһәмиәтле бүләктәр» (англ. Merit Awards), үҙенең тәүге тантанаһына ныҡлап әҙерләнә[7]. Фэрбенкс Академия ағзалары итибарын киҫкенләштерә: был бүләк кино һөнәрендә иң юғары күрһәткестәр өсөн генә бирелергә тейеш! 1928 йылдың июлендә «Әһәмиәтле бүләктәр» комитете тауыш биреү тәртибен тәҡдим итә:

  1. Һәр ағза үҙ һөнәре номинацияһы буйынса тауыш бирә ала (актёр — ирҙәр һәм ҡатындар роленә, режиссёр — режиссёр эшенә).
  2. Судья коллегияһы һәр һөнәр бүлегенән тауыштарҙы хисаплай.
  3. Һәм, һуңында, үҙәк судьялар хаҡиме, һәр һөнәр бүлегенән берәр кеше йыйылып, еңеүсене һайлай.

Башта уҡ ниндәй кинолар һайланырға тейеш тигән аңлашмаусанлыҡ тыуа[7]. Донъялағы беренсе тауышлы таҫма, бер нисә номинацияла күтәрелгән —премьера «Джаз йырсыһы» [7] шартлаған бомба тәҫъир ҡалдырған һымаҡ, Академияның беренсе ҡарары ғауғалы була. Бында ике абруйлы категория була. «Джаз йырсыһы» ике номинацияға ла дәғүә итә алмай ине: «Иң яҡшы производство» («юғары күрһәткесле кинокартинала, иң яҡшы өлөштәрен туплаусы») һәм «Уникаль нәфис уйын» («иң яҡшы продюсер компанияһына йәки айырым продюсергә»)#cite_note-Levy.E2.80.942003.E2.80.94.E2.80.9442-7.

Беренсе тапҡыр «Оскар» һүҙе алтынсы бүләк тапшырыу тантанаһында ҡулланыла[8] . Әлегә хәтлем, был исемде ҡушҡан кеше билдәһеҙ. Юрауҙар төрлөсә:

  • Актриса Бетт Дэвис статуэтканы «Оскар», тип беренсе мин атаным ти, йәнәһе ул ваҡыттағы иптәше Хармон Оскар Нельсон[8] исемен хәтерләтә.
  • Библиотекар Маргарет Херрик (англ.)русск., һуңғараҡ Академияның башҡарыусы секретарь вазифаһын үҙ өҫтөнә ала. Ул 1931 [8] беренсе эш көнөндә булған хәлде һөйләй. Беренсе тапҡыр статуэтҡаны ҡулына алғас: «Был бит минең ағайым Оскар!»- тип шатлығынан ҡысҡырып ебәрә. (Оскар Пирс, ысынында, уның ике туған ағаһы була)#cite_note-Levy.E2.80.942003.E2.80.94.E2.80.9439-8. Бында булған, күҙәтеүсе Сидни Сколски, үҙенең ғәзитендә ош хәлде иҫкә ала: «Академия хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең данлыҡлы статуэткаһын иркәләп „Оскар“ тип атайҙар»
  • Шулай ҙа, Сколски буйынса, ул һүҙҙең ни өсөн ҡулланған сәбәбен аңлата: «Үҙемдең мәҡәләлә исемһеҙ статуэтка тураһында яҙып арыным. Егеткә исем бирергә булдым, — минең фекерем шулай ти, -„Оскар“ беҙҙең үткәрелгән тантаналарға тап киләлер тип уйлайым»#cite_note-Levy.E2.80.942003.E2.80.94.E2.80.9439-8.

Статуэтканы скульптор Джорджем Стэнли (англ.)русск. эшләй, ә уның дизайны MGM кинокомпанияһы художник-ҡуйыусы Седрик Гиббон[8] тарафынан уйлап сығарыла. Гиббонс һыҙма һүрәт эшләй: рыцарь кино таҫмаһы кәтүгендә баҫып тора, ҡулында ике яғы үткер ҡылыс[8]. Модель итеп Эмилио Фернандес алына. Кәтүк ниғеҙендә Академия бүлектәрен аңлатҡан биш уйма: продюсер, сценарист, режиссёр, актёр һәм техник[8]. Башта «Оскарҙар» табаҡ биттәрҙә генә һуғыла, аҙаҡ алтындан эшләнә[8]. Гиббонстың һыҙмаһын Стенли балсыҡта һынландыра, ә Алекс Смит статуэткаларҙы аҡ ҡурғаш менән баҡыр иретмәһенән ҡоя, аҙаҡ алтынға мана[8]. «Оскар» статуэткаһы бейеклеге 33,5 сантиметр һәм 3,5 килограмм[8].

Сценарист Фрэнсис Марион, «Казёный йорт» һәм «Чемпион» фильмдәре өсөн алған «Оскарҙар», көндәлектәрендә хәтирәләре буйынса, тәү башта статуэтка һәүәҫкәр эш булып күренһә лә, әммә унда саф кинобизнес символын күрә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тимер статуэткалар урынына гипс ҡулланыла, сөнки металл фронта кәрәк була. Һуғыш бөткәс, Акдемия яңынан алтын ҡуллана башлай. Еңеүселәр бер ниндәй түләүһеҙ бүләкләнә.

Академия, үҙе эшләүҙән башҡа, етешмәүсәнлектән ҡотолор өсөн, йыл һайын Southern California Trophy компанияһында 50 статуэткаға заказ бирә. Бында уларҙы1930 йылда[5] сығара башлайҙар. 24 номинация ғына булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы ваҡытта, тауыш биреү һөҙөмтәһендә ике актёрҙар, сценаристар йәки техниктар араһында бүленә. Академиктәр арҙаҡлы «Оскарҙар» исемлектәрен һәр саҡ иҫтә тоталар. Шуныһы яҡшы, номинациялар иғлан ителгәс (театре Сэмюэля Голдвина (англ.)русск.), бирелә торған, иң күп бүләктәр һанын иҫәпләү башлана[5].

Номинациялар

үҙгәртергә

Беренсе бүләкләү йылы, Академия етәксеһе 1928 йылдың 15 авгусына тиклем тауыштар бирелеп бөтөргә тейеш, тип бөтә ағзаларға белдерә[10]. Һәр Академия бүлегенән берәр кеше, биш судьялар коллегияларына бөтә номинацияларҙы ла ҡарап сығырға ҡушыла[10]. Иң күп тауыш алған ун номинант һайланып алына, ә шорт-листкә өс кеше генә эләгә[10]. Һуңынан үҙәк судьялар хаҡиме еңеүсене билдәләй һәм исемдәрен шуда уҡ әйтәләр[10]. Бөғөнғө тантаналар менән сағыштырғанда, бүләккә дәғүәселәр, уларға тапшырғансы тиклем, алданыраҡ билдәле була[10].

Мэри Пикфорд «Кокетка» фильмендә, «Иң яҡшы ҡатын роле» номинацияһында еңә, ул киноны бер нисә кеше генә күрә. [10] Йәмғиәт эсендә ҡәнәғәтһеҙлек тыуа һәм кинокритиктар араһында ҙур тауыш ҡуба. Пикфордҡа, ул ваҡытта, «йондоҙ» булғанға ғына бирелә. [10]. Башҡа номинанттар, Рут Чаттертон («Мадам Икс (англ.)русск.») и Джинн Иглс («Письмо (англ.)русск.»), Пикфордҡа ҡарағанда, улар күпкә яҡшыраҡ күренәләр[11].

Ошо ғауға арҡаһында, «Оскар» номинацияларына үҙгәрештәр инә, тауыш биреү үҙгәртелә [11]. Хәҙер номинанттар шорт-листкә Академия бүлектәренән дә вәҡилдәр һайларға тейеш, ә еңеүсе өсөн уларҙың бар ағзалары тауыш бирә [11]. Шуға ҡарамаҫтан, был тәртип тә тәнҡит ителә ,1935 йылда актриса Бетти Дэвис актёр һәләтлеге буйынса, «Кеше әүәҫлектәренең ҡыйынлығы» фильмендә номинацияға үтмәй [11]. Тәнҡитселәр уның ҡәүҙәләнештәренә ихлас һоҡланалар, Life журналындағы мәҡәләлә һығымта яҙыла: «Дэвис Америка актерҙарының киноэкранда кәүҙәләндереүҙән айырылмалы, башҡаса ҡәүҙәләндереүҙең иң яҡшыһы»[11]. Күңелһеҙ биҙәк яғынан, таҫма касса килеменә лә йоғонто яһай[11]. Һөҙөмтәлә Академия ағзалары был киноны ҡарамай [11]. The Hollywood Reporter журналы бындай әҙәпһеҙлеккә шул тиклем аптырай. Дэвис был ғауғанан буш ҡына ҡотола алмай[11]. Голливудтағы танылған кешеләр Академияға төрлө хаттар яуҙыра. Улар ғәҙеллек талап итә [11]. Хатта Норма Ширер, шул йылды «Барретты с Уимпол-стрит», фильменә дәғүәсе булараҡ, Дэвискә ауыр сағында ярҙам ҡулы һуҙа[11].

Номинанттар иғлан ителеп, бер нисә көн үткәс, Академия президенте Говард Эстабрук ошолай белдереү яһай: «…комитет тауыш биреү ҡағиҙәләрен үҙгәртергә ҡарар итте, юғиһә, һәр кемгә үҙ иркен файҙаланырға бар мөмкинселектәҙе биреү зарур»[11]. 1935 йылдың февралендә, рәсми рәүештә, Академия ағзаларына, үҙҙәренең күңеленә ятҡан өҫтәмә кандидатты яҙырға рөхсәт ителә [11]. Бетти Дэвис шорт-листкә инеү тураһында хәбәр сыҡҡас һәм уның тантанаға киләсәген белгән, иң яҡшы ҡатын роленә номинанттар һәм күптәр, шулай уҡ Клодетт Колбер, был сараға килмәҫкә булалар[11].

Төп номинациялар

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта «Оскар» 24 төрлө төп номинациларға тапшырыла:

Махсус номинациялар

үҙгәртергә

Быларҙы алыусылар Академия ойошторған махсус комитет һайлана һәм төп тантана ваҡытынан башҡа тапшырыла. Әлеге ваҡытта бындай номинациялар 6:

  • Ирвинг Тальберг исемендәге мемориаль награда Ирвинга Тальберга, продюсер өлкәһендә кинопризводство үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн бирелә торған
  • Джин Хершолт исемендәге, дәрәжәле кешегә кинематография өлкәһендә юғары кешелеклек өсөн
  • Ихтирамлы «Оскар», кино сәнғәтен үҫтереүҙә ҙур өлөш индергән өсөн һәм Академия алдында ҡаҙаныштарына
  • «Оскар» фән менән техник ҡаҙаныштары өсөн һәм нәфис фильмдәргә, АҠШ кино сәнғәте студенттары ҡуйған, тәҡдим ителгән фильмдәргә

Иҫке номинациялар

үҙгәртергә

Оскарҙың тәүге йылдары режиссёр ике категоряға дәғүә яһай — иң яҡшы драма режиссеры һәм иң яҡшы комедия режиссеры. Шуның һымаҡ, композиторҙар эше икегә бүленә: «еңел» һәм «етди». 1930-се йылдан 1960-сы йылға тиклем иң яҡшы фильмгә, шулай уҡ художник эшенә һәм костюмдар дизайнеренә ҡара-аҡ һәм төҫлө кино өсөн айырым бирелә. Шулай уҡ башҡа йылдарҙа ла булған ҡайһы бер номинациялар үткән заманда онотолоп ҡалғандар:

  • Иң яҡшы режиссёр ярҙамсыһы — 1934—1938 йылдар
  • Иң яҡшы хореография — 1936—1938 йылдар
  • Иң яҡшы техник эффекттар — 1929 йыл
  • Иң яҡшы музыка — адаптация йәки аранжировка
  • Иң яҡшы төҫлө ҡыҫҡа метражлы фильм — 1937—1938 йылдар
  • Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм, тереләй төкән на 1 кәтүкә / 2 кәтүк — 1937—1957йылдар
  • Иң яҡшы новатор ҡыҫҡа метражлы фильм —1932 —1936
  • Иң яҡшы оригиналь әҙәби сығанаҡ — 1929—1957 йылдар
  • Иң яҡшы титрҙар —1929 йыл
  • Иң яҡшы уникаль һәм нәфис уйнау оҫталығы — 1929 йыл
  • Академия йәштәр наградаһы—1935 — 1961 йылдар
  • Иң яҡшы документаль фильм — 1943 йыл

Ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Тауыш биреү

үҙгәртергә

2007 йыл башындағы күрһәтмәләргә таянғанда, Америка киноакадемияһында тауыш биреү хоҡуҡ менән 5 829 ағза, улар төрлө 15 гильдияларға бүленгән. Актёр гильдияһы иң күп һанлы (1 311 тауыш биреүсе ҡатнашыусылар —бар күләмдән 22 %). Һәр гильдия үҙ категорияһында тауыш бирә (актёрҙар иң яҡшы ҡатын актерҙы, иң яҡшы ир актёрҙы, иң яҡшы икенсе планда ҡатын актеры, иң яҡшы икенсе пландағы ир актёрҙы һәм һ. б.). Киноакадемияға инмәғән махсус тауыш биреүсе төркөмдәр номинантарҙы һәм еңеүселәрҙе һайлау өсөн: «иң яҡшы документаль фильм», «иң яҡшы сит телдәге фильм», «иң яҡшы грим», «иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильмдәр», «иң яҡшы тауыш монтажы» һәм «иң яҡшы махсус эффекттар».

Киноакадемия бөтә ағзалары бер категория буйынса ғына тауыш бирә — «иң яҡшы картина».

Номининация биреү

үҙгәртергә

Рәсми атамаһы Ҡаҙаныштары өсөн Академия премияһы (англ. Academy Awards of merit). Ҡағиҙә булараҡ, күрһәтелгән номинацияла премия, тапшырылған календар йылда кинопрокатҡа сыҡҡан фильмдәр эшләүҙә, сәнғәткә индергән өлөшө һәм ҙур ҡаҙаныштарын билдәләй. Ҡағиҙә буйынса, премия алырға мөмкинселге булған фильмдәр:

  • Лос-Анджелес округы биләмәһендә премия биреләһе календар йылында бер юлы, ете көдән кәм булмаған.
  • 40 минут кәм булмаған картиналар номинант була ала (ҡыҫҡа метражлы картиналарҙан башҡа), киләһе формата төшөрөлгән картиналар
  • 35 мм йәки 70 мм пленкала
    • 24 / 48 секундына/кадр (разрешением не менее 2048x1080, соответствующих стандарту ST 428-1:2006 D-Cinema Distribution Master)[4].

Кинематография донъяһында, «Оскар» премияһы даны билдәле булыуға ҡарамаҫтан, уның сәйәсәте һуңғы йылдарҙа тәнҡитләүгә дусар була. Тауыш биреүсе Академия ағзаларының фекерендә ҡайһы осраҡта ғәҙеллек күренмәй, тиелә. Тауыш биреү осоро башланыу менән, уларға кинокомпаниялар яғынан көслө реклама аша дәғүәселәр баҫым яһай[5].

Белгестәр билдәләүенсә, номинанттарға талап кимәле кәмеүе, шулай уҡ фильм прокатынан финанс күрһәткестәре лә Академия ағзаларының тауыш биреүенә тәҫъире көслө. Еңеүселәр һәм номинанттар бер сәғәтлек калифҡа әйләнәләр һәм үҙ ҡиммәтен юғалталар. Киноакадемия иғтибары нәфислек сифатына ҡарап билдәләй торған картиналар, ғәҙеллек тапмай, юҡҡа сыға.[6]. Киноакадемия һайлап алыуы картинаның артабанғы прокат яҙмышына ҙур йоғонто яһай, шулай уҡ DVD/Blu-ray һуңынан һатылыуы — еңеү — табыш менән бөнғөнлөктөң айырмаһын аңлатырға мөмкин[7][8]. «Артист» картинаһы премия лауреаты булып һайланғас, һатҡан билет хаҡы 41%-кә арта. Прокат уңышы «Пи Тормошо» яҡынса ($593 млн.), артхаус сигендәге сюжет үҙенсәнлеклеген, белгестәр туранан-тура «Оскар» артынан ҡыуыу менән сағыштыра[9]. Айр Калб (CBS) баһалауы буйынса, иң яҡшы фильм номинацияһында еңеү хаҡы — уртаса $14 млн, фильмдең өҫтәлмә табышы[7].

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Ҡыҙыҡлы факттар Рус Википедияһында

Үҙенсәнлекле иң юғары күрһәткестәр

үҙгәртергә

Үҙенсәнлекле иң юғары күрһәткестәр Рус Википедияһында

Рәсәй һәм Совет фильмдәре—премия яулаусылар һәм номинантар

үҙгәртергә

Рәсәй һәм Совет фильмдәре—премия яулаусылар һәм номинантар Рус Википедияһында

Яулаусылар

үҙгәртергә

«Сит телендә иң яҡшы фильм» категорияһында премия яулаусылар

үҙгәртергә
  1. «Война и мир» (1968) Сергея Бондарчука
  2. «Дерсу Узала» (1975) Акиры Куросавы (совместное производство СССР и Японии)
  3. «Москва слезам не верит» (1981) Владимира Меньшова
  4. «Утомлённые солнцем» (1994) Никиты Михалкова

«Иң яҡшы документаль фильм» категорияһында премия яулаусылар

үҙгәртергә
  1. «Разгром немецких войск под Москвой» (1942), режиссёры Леонид Варламов и Илья Копалин.

«Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы телһеҙ фильм» категорияһында премия яулаусылар

үҙгәртергә
  1. «Старик и море» (1999) Александра Петрова

Номинанттар

үҙгәртергә

«Сит ил телендәге иң яҡшы фильм» категорияһы премия номинанттары

үҙгәртергә
  1. «Ағалы-энеле Карамазовтар» (1969, реж. Иван Пырьев)
  2. «Чайковский» (1971, реж. Игорь Таланкин)
  3. «Бындағы таңдар һиллеге…» (1972, реж. Станислав Ростоцкий)
  4. «Аҡ Бим Ҡара Ҡолаҡ» (1978, реж. Станислав Ростоцкий)
  5. «Шәхси тормош» (1982, реж. Юлий Райзман)
  6. «Һуғыш яланындағы роман» (1984, реж. Пётр Тодоровский)
  7. «Урга» (1992, реж. Никита Михалков)
  8. «Кавказский пленник» (1996, реж. Сергей Бодров)
  9. «Бур» (1998, реж. Павел Чухрай)
  10. «12» (2007, реж. Никита Михалков)
  11. «Левиафан» (2014, реж. Андрей Звягинцев)

«Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы анимацион фильм» категорияһы премия номинанттары

үҙгәртергә
  1. «Корова» (1989) Александра Петрова
  2. «Гагарин» (1995) Алексея Харитиди
  3. «Русалка» (1997) Александра Петрова
  4. «Моя любовь» (2007) Александра Петрова
  5. «Уборная история — любовная история» (2008) Константина Бронзита

«Иң яҡшы оригиналь сценарий өсөн» категорияһы премия номинанттары

үҙгәртергә
  1. «Баллада о солдате» (1961 Валентин Ежов, Григорий Чухрай)

«Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы документаль фильм» категорияһы премия номинанттары

үҙгәртергә
  1. «Воспоминания о Павловске» (1985, Ирина Калинина)

«Иң яҡшы рәссам-ҡуйыусы эше» категорияһы премия номинанттары

үҙгәртергә
  1. «Война и мир» (1969, Михаил Богданов, Геннадий Мясников (постановщики), Георгий Кошелев, В. Уваров (декораторы))

«Иң яҡшы йыр һәм музыкаль биҙәүҙе яраҡлаштырыу» категорияһы премия номинанттары

үҙгәртергә
  1. «Чайковский» (1972, Дмитрий Тёмкин)

Еңеүселәр һәм Рәсәйҙән сыҡҡан номинанттар

үҙгәртергә

Еңеүселәр һәм Рәсәйҙән сыҡҡан номинанттар Рус Википедияһында

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русские на «Оскаре». Кто и когда становился номинантом престижной премии 2013 йыл 27 ноябрь архивланған. (англ.). 1tvnet.ru. Проверено 23 ноября 2013.
  2. Премия «Оскар». Справка (рус.). РИА Новости (22 января 2009). Проверено 23 ноября 2013.
  3. Кьеран Тёрнер-Дэйв.
  4. Rule Two: Eligibility. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
  5. На «Оскара» претендуют сотни фильмов / bbc.ru / 29 декабря 2004 г (Проверено 30 октября 2008)
  6. «Все под „Оскаром“ ходим» Александр Колбовский. 2008 йыл 22 октябрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 Oscar-nomics: How Much That Statue Is Really Worth / CBS / By Ira Kalb 2013 йыл 15 июнь архивланған. (Проверено 6 марта 2013)
  8. Argo-nomics: The commercial value of Oscars (Проверено 6 марта 2013)
  9. Warner Bros. takes home Oscar gold, sales boost for «Argo» 2013 йыл 4 июль архивланған. (Проверено 6 марта 2013)
  • Эмануэль Леви. All About Oscar: The History and Politics of the Academy Awards. — The Continuum International Publishing Group, 2003.

Һылтанмалар

үҙгәртергә