Шәмиғолов Марат Абдулла улы

Шәмиғолов Марат Абдулла улы (1 август 1926 йыл15 май 1981 йыл) — совет тренеры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Спорт акробатикаһы буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), Бөтә Союз категориялы спорт судьяһы.

Шәмиғолов Марат Абдулла улы
Тыуған көнө 1 август 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (97 йәш)
Һөнәр төрө тренер

Биографияһы үҙгәртергә

Марат Абдулла улы Шәмиғолов Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы) Билән ауылында 1926 йылдың 1 авгусында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Спорт акробатикаһы буйынса РСФСР чемпионы (1956).«Спартак» ирекле спорт йәмғиәтендәге Өфө акробатика мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 30-ҙан артыҡ спорт мастеры әҙерләгән. 1965 йылдан алып Бөтә союз категориялы спорт судьяһы. 1950-1981 йылдарҙа Өфө ҡала физкультура комитеты инспекторы, «Динамо» спорт клубының уҡыу-спорт бүлеге мөдире булып эшләй, Өфөнөң Молотов район спорт комитетының рәйесе. Акробатика буйынса Башҡортостандың ирекле «Урожай», «Локомотив», «Спартак», Юғары спорт оҫталығы мәктәбе спорт йәмғиәттәренең өлкә советы тренеры вазифаһын башҡара. 1968 йылда уға РСФСР Юғары советы Президиумы Указы менән спорт акробатикаһы буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры исеме бирелә. 1976 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. 1977-1978 йылдарҙа Өфө дәүләт циркы студияһында уҡыта. 1981 йылдың 15 майында Севастополдә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Акробатика буйынса РСФСР чемпионы (1956)
  • Спорт акробатикаһы буйынса Бөтә союз категориялы судья (1965)
  • Спорт акробатикаһы буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1968)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1976)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Нуриджанов Э. С. Тренер Шамигулов //Башкирия спортивная. Уфа, 1971.

Һылтанмалар үҙгәртергә