Юл

хәрәкәт итеү өсөн ер һыҙаты

Юл — кешеләр һәм транспорт хәрәкәте өсөн һалынған ер (һыу, һауа) һыҙаты, дәүләттең йәки илдең мөһим тармаҡтарының береһе.

Юл
Рәсем
Урын Ҡоро ер[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Һауа юлы[d]
Һештег Road
Төп көйләүсе текст Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре[d]
Вид в ночное время
Вики-проект WikiProject Highways[d]
Метод обслуживания содержание дорог[d]
Вид с воздуха
Значок
EntitySchema для класса Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Өлөшләтә тура килә урам
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from roads[d]
 Юл Викимилектә
 
Рим империяһында Помпеи юлы

Иң боронғо юлдар б.э.т. IV меңенсе йылға ҡарай. Ул Месопотамияның Ур ҡалаһында табылған. Ағас ярҡалар менән һалынған боронғо юл Бөйөк Британияла табылған. Беҙҙең эраға тиклем XXXIX быуаттағы эзбизташ менән ҡапланған юлдар Крит утрауында асыҡланған. Кирбес тәүге тапҡыр б.э.т 3000 йыл элек Һиндостанда ҡулланылған.

Таш юлдар Хет батшалығында, Ассирияла, Әһәмәниҙәр империяһында булған.

Ҡытайҙағы Цинь династияһына нигеҙ һалған Цинь Шихуан б.э.т. 221—210 йылдарҙа 7,5 мең. км юл һалдырған; юлдар 15 метр киңлектә булып, өс һыҙатҡа бүленгән, урта һыҙат императорға тәғәйенләнгән булған.

Беҙҙең эра башына Европала һәм Азияла хатта континент-ара юлдар барлыҡҡа килгән. Ундайҙарға Бөйөк ебәк юлы, Мысыр, Анатолия һәм Месопотамия диңгеҙ юлы һәм башҡалар инә.

Иң үҫешкән юлдар селтәре Боронғо Римда булған

 
Асфальт һалыу машинаһы

XX быуатта автомобиль транспорты барлыҡҡа килеү менән юлдарға ла талаптар үҙгәрә, юлға асфальт-бетон түшәй башлайҙар.

Башҡорттарҙың тарихи юлдары

үҙгәртергә
 
Ҡәнифә юлы

Ҡәнифә юлы — боронғо осорҙа Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырып торған боронғо сауҙа юлы[1].

Ҡәнифә сауҙа юлынан каруандар йөрөгән. Ул Урта Азиянан Ур йылғаһы Яйыҡҡа ҡушылған урынға[2] етеп, артабан Һаҡмар йылғаһының һул яры һәм Көньяҡ Урал һырттары буйлап хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Учалы райондары биләмәләре аша хәҙерге Силәбе өлкәһе ерҙәренә барып еткән[3].

Ҡәнифә юлының икенсе атамаһы — Каруан юлы. Ул Яйыҡ йылғаһы аша сығып, Ҡаҙағстан аша Урта Азияға барып сыға. Ырымбур башҡорттары юлдың ул өлөшөн «Мысыр юлы» тип атаған. Гөбөрлө йылғаһы кисеүен «Мысыр кисеүе» тип йөрөткәндәр[4]. . Хәҙерге заманда юлдың бәләкәй генә өлөшө һаҡланған[5].

Ҡуңыр буға юлы — «Ҡуңыр буға» эпосы менән бәйле. Был атаманы Урал тауының көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай барған «Ҡуңыр буға юлы» менән бәйләйҙәр. Борон был юлды башҡорт ғәскәрҙәре дошмандар баҫҡанда ҡулланған, тип иҫәпләнә[6].

Башҡорт телендә юл менән бәйле төшөнсәләр

үҙгәртергә
  • Аҡ юл — уңышлы юл теләп әйтелә
  • Берләм юл -йәйәүле юл,; һуҡмаҡ
  • Диңгеҙ юлы
  • Йомро юл — йәйәүле юл; һуҡмаҡ
  • Йылға юлы
  • Өҙәрем юл — юл өҙөлгән саҡ
  • Тимер юл
  • Һауа юлы[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993.- 2-се том. 767-се бит
  • Шәкүр Р. Ҡуңыр буға.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте, 1996.
  • Шәкүр Р. Ҡуныр-буға.// Башкирская энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы».
  • Шәкүр Р ." Башҡорт энциклопедияһы (баш.)(баш.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сулейманов Ф. М. История деревни Салимово Зилаирского района // Ватандаш. — 2013. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  2. Хәҙерге Орск ҡалаһы.
  3. Ҡорманаева З. Д. Каруан сауҙа юлдары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. http://urgaza.ru/library-portal/articles/291/1853/
  5. Асфандияров А. З., Муллагулов М. Г. Дорога // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
  6. Шәкүр Р. Ҡуныр-буға.// Башкирская энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы»
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993.- 2-се том. 767-се бит.