Конго Республикаһы
Конго Демократик Республикаһы менән бутамаҫҡа.
| |||||
Девиз: «Unité, Travail, Progrès» | |||||
Гимн: «La Congolaise» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 15 август 1960 ( Франциянан) | ||||
Рәсми телдәр | Француз теле | ||||
Баш ҡала | Браззавиль | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Дени Сассу-Нгессо | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
64 342 000 км² 3-мар | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы |
4 233 063 чел. (127) 12 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▼ 0.601 (136 урын) | ||||
Валюта | Франк КФА | ||||
Интернет-домен | .cg | ||||
Код ISO | CG | ||||
МОК коды | CGO | ||||
Телефон коды | +242 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 1 |
Конго Республикаһы — Үҙәк Африкалағы дәүләт. Габон, Камерун, Үҙәк Африка Республикаһы, Конго Демократик Республикаһы һәм Ангола менән сиктәш, Атлантик океанға сығыу юлы бар.
Төп йылғалары: Квилу һәм Конго йылға басейнендағы йылғалар.
Файҙалы ҡаҙылмалары
үҙгәртергәНефть, тәбиғи газ, күрғаш рудалары, цинк, уран, баҡыр тимер, фосфориттар, алтын, алмаз ятҡылыҡтары бар, шулай уҡ ҙур булмаған ҡурғаш вольфрам, тантао, ниобий ятҡылыҡтары табылған.[1].
Климаты
үҙгәртергәКлиматы — төньяғында даими дымлы экваториаль климат, көньяғы субэкваториаль бүлкәттә.
Уртаса температура:
- апрелдә — +26 °C
- июлдә — +22 °C
Яуым-төшөм: 1200—2000 йылына мм.
Тарихы
үҙгәртергәТәүҙә Конго биләмәһенә һунарсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнгән пигмейҙар килеп ултырған. Һуңыраҡ, яҡынса быуаттарҙа, банту ырыуҙары килё, хәҙер улар халыҡтың яҡынса 98 % тәшкил итә.
Банту ҡәбиләләре (конго, вили, йомбе, теке) тәпкеле, ағастарҙы төпләп яндырыу игенселеге менән шөғөлләнгән (төп культуралары - сорго, ҡуҙаҡлылар, ямс). Европалылар барлыҡҡа килгәндә банту башлыса тәүтормош общинаһы ҡоролошо менән йәшәгән, әммә ҡайһы бер ҡәбиләләрҙең инде ҡол биләүселеге барлыҡҡа килгән.
1482 йылда Конго йылғаһы тамағында беренсе Европа экспедицияһы — Диогу Кан етәкселегендәге португал диңгеҙселәре була. Быуат башынан португалдар яр буйындағы ҡәбиләләрҙән һатып алынған ҡолдарҙы Конгонан Бразилияға сығара башлай
Колониаль осор
үҙгәртергәБыуат аҙағында Конго йылғаһы бассейнында француздар барлыҡҡа килә. 1880 йылда француз флоты офицеры Пьер де Бразза пост төҙөй (хәҙерге Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль ҡалаһы). 1883 йылға француздар яр буйындағы ҡәбиләләрҙең бөтә башлыҡтары менән протекторат тураһында килешеү төҙөй.
1886—1947 йылдарҙа хәҙерге Конго Республикаһы Франция Экваториаль Африкаһы составындағы Франция колонияһы була.
1903 йылда француздар баҡыр рудаһы сығара башлай, ә 1911 йылда улар беренсе тимер юлы тармағын үткәрә. 1934 йылға колонизаторҙар Браззавиль тимер юлы менән Пуэнт-Нуар портын тоташтырған.
1947 йылда Конгоға — Францияның сит ил биләмәһе, ә 1958 йылдан Франция берләшмәһе составында автономиялы республика статусы бирелә.
Ул ваҡытҡа Конгола бер нисә сәйәси партия барлыҡҡа килгән, шуларҙың иң эреләре: Демократик союз һәм Африка социалистик хәрәкәте. Автономиялы республика статусын алғандан һуң, был партия яҡлылар араһында этник-ара булған ҡанлы бәрелештәр ҡуба (бигерәк тә мбоши һәм лали ҡәбиләләре араһында)[2]). Һөҙөмтәлә социалистарҙы тар-мар иткән Демократик союз еңеп сыға.
Бойондороҡһоҙлок осоро
үҙгәртергә1960 йылдың 15 авгусында Конго Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә[3][4][5][6][7][8]. Фюльбер Юлу тәүге президенты була, ул 1963 йылдың 15 авгусында насар иҡтисади хәл фонында административ аппаратта коррупцияға ҡаршы протест белдереү һөҙөмтәһендә ҡолатыла[9]. Ике көн (1963 йылдың 15-16 авгусы) ил менән Ваҡытлы хөкүмәт идара итә, уның лидерҙары — Давид Муссака һәм Феликс Мозаабакани була.
1963 йылдың 16 авгусында власҡа Альфонс Массамба-Деба етәкселегендә ваҡытлыса хөкүмәт килә, ул 1963 йылдың декабрендә президент була[10]. Милли революцион хәрәкәт партияһы ойошторола[11], ул 1964 йылдан алып илдә берҙән-бер рөхсәт ителгән партия була[12][13]. Социалистик йәмғиәт төҙөү йүнәлеше иғлан ителә (СССР өлгөһөндә), биш йыллыҡ план индерелә, сит ил компанияларының мөлкәте ревизиялана[14].
1968 йылдың авгусында Милли революцион хәрәкәттең элекке идара итеүсе партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы, капитан Мариан Нгуаби етәкселегендәге түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Массамба-Деба ҡолатыла[15][16]. Нгуаби ил президенты, дәүләт Советы рәйесе, оборона министры һәм дәүләт именлеге министры итеп тәғәйенләнә[17][18].Нгуаби совет өлгөһө буйынса социализм төҙөү курсының дауам ителеүе хаҡында иғлан итә[16][19]. 1969 йылда ул илдә идара итеүсе һәм берҙән-бер Конго хеҙмәт партияһын ойоштора. Ил парламенты бөтөрөлә, уның бурыстарын Конго хеҙмәт партияһы Үҙәк комитеты ала[17].
Нгуаби сәйәсәте илдә киң ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1970 йылда баш ҡалала Пьер Кинганга етәкселегендә уң антикоммунистар, Аббат Юлу яҡлылар ҡораллы ихтилалы башлана. 1972—1973 йылда властар 22 февраль Ультраһул оппозиция хәрәкәтен ҡаты баҫтыра.
1977 йылдың 18 мартында Президент Нгуабиҙы капитан Кикадиди үлтерә — фараз ителеүенсә хәрби заговор һөҙөмтәһендә[20]. Власты Жоакким Йомби-Опанго етәкселегендә Конго хеҙмәт партияһының хәрби комитеты ала[11]. Трибунал хөкөмө буйынса экс-президент Массамба-Деба язаға тарттырыла, туранан-тура дәлилдәр булмауға ҡарамаҫтан, властар уны фетнәселәрҙең лидерҙарының береһе тип һанай.[21].
1979 йылдың мартында Конго хеҙмәт партияһының ғәҙәттән тыш съезы була, ул Йомби-Опангоның партияға ҡаршы эшмәкәрлеген (марксизмдан тайпылыш) хөкөм итә.)[11]. Конго президенты итеп Дени Сассу — партия рәйесе, хөкүмәт башлығы, оборона министры, дәүләт именлеге министры һәм эске эштәр министры һайлана. Сассу-Нгессо, алдағылары кеүек үк, совет өлгөһөндә социализм төҙөлөшө курсын дауам итеүе тураһында иғлан итә[17].
1990—1991 йылдарҙа илдә, тотош континенттағы кеүек үк, сәйәси тормошто ярайһы уҡ демократлаштырыу күҙәтелә. 1991 йылдың башында президент Сассу-Нгессо рәйеслегендә үткәрелгән милли-дәүләт конференцияһы марксистик-ленинсы идеологиянан баш тартыуын, күп партиялы демократияға һәм баҙар иҡтисадына күсеүен белдерә. Шул уҡ ваҡытта элекке президенттар Фюльбер Юлу һәм Альфонс Массамба-Деба сәйәси һәм юридик яҡтан аҡлана.
Тәүге ирекле һайлау 1992 йылдың авгусында үтә. Идара итеүсе Конго хеҙмәт партияһы еңелә һәм оппозицияға күсә[22]. Либераль реформалар программаһы менән сығыш яһаған Паскаль Лиссуба президент итеп һайлана.
1992 йылдан 1997 йылға тиклем осорҙа илдә көсһөҙ коалицион хөкүмәттәр идара итә. Лиссуба реформаһы ҡайһы бер макроиҡтисади уңыштарға өлгәшә, әммә ҡулай булмаған социаль хаҡ иҫәбенә. Сәйәси хәл йәнә тотороҡһоҙлана, конфликттар ҡораллы бәрелештәргә әйләнә[23]. 1997 йылда яңы һайлауҙар алдынан Лиссуба менән Сассу-Нгессо яҡлылар араһында граждандар һуғышы ҡуба. Күрше илдәр ҙә ыҙғышта байтаҡ ҡына ҡатнаша. Ангола армияһы Сассу-Нгессоның йомғаҡлау еңеүендә хәл иткес роль уйнай[24].
2001—2002 йылдарҙа Сассу-Нгессо сәйәси либераллекте тергеҙеү процесын үткәрә һәм 2002 йылда ете йылға республика президенты итеп һайлана[25].
2009 йылдың 12 июлендә сираттағы президент һайлауҙары үтә. Ғәмәлдәге президенттан тыш уларҙа тағы 12 кандидат ҡатнаша. Әммә, күп кенә күҙәтеүселәр фекеренсә, уларҙың ҡайһы берҙәре оппозицияны тарҡатыу маҡсатында президент тарафынан махсус тәҡдим ителгән кешеләр ине, ә башҡалары баштан уҡ еңеүгә мөмкинлеге булмаған кәрлә партияларҙан була[26].
Административ-территориаль бүленеш
үҙгәртергәКонго Республикаһы составына 12 департамент, шул иҫәптән баш ҡалаһы Браззавил һәм Пуэнт-Нуар ҡалаһы инә.
№ | Департамент (Рус) | Департамент (Фр.) | Адм. үҙәк | Майҙаны, км² |
Халҡы,[27]: чел. (2010) |
Тығыҙлығы, кеше/км² |
Ҡалып:Департаменты Республики Конго (карта изображений) |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Браззавиль | Brazzaville | Браззавиль | 100 | 1 408 150 | 14 081,50 | |
2 | Буэнза | Bouenza | Мадингу | 12 265 | 319 570 | 26,06 | |
3 | Көнбайыш Кювет | Cuvette-Ouest | Эво | 26 600 | 59 728 | 2,25 | |
4 | Куилу | Kouilou | Лоанго[28]. | 13 650 | 84 165 | 6,17 | |
5 | Кювет | Cuvette | Овандо | 48 250 | 152 433 | 3,16 | |
6 | Лекуму | Lékoumou | Сибити | 20 950 | 85 617 | 4,09 | |
7 | Ликуала | Likouala | Импфондо | 66 044 | 97 206 | 1,47 | |
8 | Ниари | Niari | Лубомо | 25 942 | 255 120 | 9,83 | |
9 | Плато | Plateaux | Джамбала | 38 400 | 192 596 | 5,02 | |
10 | Пул | Pool | Кинкала | 33 955 | 436 786 | 12,86 | |
11 | Пуэнт-Нуар | Pointe-Noire | Пуэнт-Нуар | 44 | 829 134 | 18 843,95 | |
12 | Санга | Sangha | Весо | 55 800 | 81 326 | 1,46 | |
Барлығы | 342 000 | 4 001 831 | 11,70 |
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы — 4 366 266 кеше. (2012 й)[29][30]
Этник составы: конго 48 %, санга 20 %, мбоши 12 %, теке 17 %, пигмей 10 %[31], европалылар һәм башҡалар 3 %[29].
Телдәр: француз (рәсми), лингала һәм монокутуба һәм башҡа урындағы телдәр[29].
Иҡтисады
үҙгәртергәИҡтисад нигеҙе — нефть сығарыу һәм экспортлау (2013 йылда — 14,5 млн тонна[32]). 2009 йылда йән башына эске тулайым продукт - 4,1 мең доллар (донъяла 15-се урын, ҡара Африкала 8-се урын)[29].
Сәнәғәт (68,7 % ЭТП)[29] — нефть сығарыу, цемент етештереү, ағас материалдары, һыра ҡайнатыу, шәкәр етештереү, пальма майы, һабын, тәмәке етештереү.
Ауыл хужалығы (4 %ЭТП)[29] — кассава (тапиока), шәкәр ҡамышы, дөгө, кукуруз, арахис, йәшелсәләр, кофе, какао.
Тышҡы сауҙа
үҙгәртергә2017 йылда экспорт — 4,193 млрд доллар[29]. Уның нигеҙен нефть, ағас-таҡта, шәкәр, какао, кофе, алмас тәшкил итә.
Төп һатып алыусылар: Ҡытай 53,8 %; Ангола 6,2 %; Габон 5,7 %; Италия 5,4 %; Испания 5,4 %; Австралия 4,8 %[29].
2017 йылда импорт — 2,501 млрд доллар[29]. Уның нигеҙен сәнәғәт продукттары, ағас материалдары, аҙыҡ-түлек тәшкил итә.
Төп тәьмин итеүселәр: Франция 15 %; Ҡытай 14 %; Бельгия 12,2 %; Норвегия 8,1 %[29].
Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәгенең халыҡ-ара ойошмаһына инә.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәКонго халҡының фольклоры элек-электән бай һәм үҙенсәлекле, әммә яҙма әҙәбиәт 2-се бөтә донъя һуғышынан һуң ғына барлыҡҡа килә[33]. Әҙәби телдәр — француз һәм лингала.
1948 йылда сығыш яһаған тәүге шағир — Жеральд Чикайя (1931 йылдан Парижда йәшәй). Конго прозаһын романсы Жан Малонг (1907 й.) кәүҙәләндерә[11][34].
Һынлы сәнғәттә ағастан эшләнгән семәрле скульптуралар һәм битлектәр өҫтөнлөк итә[35]. Һырлау сәнғәт һөнәренең төп төрө булып тора. Уның менән төрлө ағас әйберҙәр, мебель, ҡабаҡтан яһалған һауыттарҙы биҙәйҙәр[36]. Һырлау менән балсыҡ һауыт-һабаны биҙәйҙәр.
Хәҙерге заман сәнғәтендә Браззавиль райондарының береһенән үҙ исемен алған Пото-Пото һынлы сәнғәт мәктәп-оҫтаханаһының (1951 йылда француз рәссамы һәм этнографы П. Лодс нигеҙ һалған) эштәре айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Урындағы традицияларға таянып, Пото-Пото оҫталары халыҡ тормошон (гуашь, акварель) һүрәтләүҙең үҙенсәлекле стилен эшләгән, уларҙа һүрәт төшөрөү графикаһы һәм аныҡлығы, хәрәкәттәрҙең киҫкен экспрессияһы, пропорцияларҙа һуҙылған фигураларҙың хәрәкәтсән силуэттары төҫтәрҙең декоратив байлығы менән бәйләнгән[11][37].
Конгола йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың музыка мәҙәниәтенең жанр һәм стиль үҙенсәлектәре бик борон башланғыс алған һәм колонияға тиклемге осорҙаүҫеш алған. Баконго, бавили, байомбе, бобанги, бабоши һәм башҡа халыҡтарҙың музыкаль ижады фольклор өлкәһе менән сикләнә[38].
1966 йылда традицион халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы Милли Конго балеты булдырыла[39][40].
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәДәүләт телерадиокомпанияһы — CNRTV (Centre national de Radio Télévision congolais — «Конго радиоһы һәм телевидениеһы Милли үҙәге»), үҙ эсенә Télé Congo, радиостанции Radio Congo һәм Radio Brazza телеканалдарын ала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Горная энциклопедия. Конго . Дата обращения: 5 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
- ↑ Lali, Lari in Congo, Republic of the (ингл.). Joshua Project. Дата обращения: 27 сентябрь 2015.
- ↑ Background Note: Republic of the Congo (ингл.). Государственный департамент США. Дата обращения: 5 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
- ↑ The world factbook :: National holiday (ингл.). ЦРУ. Дата обращения: 5 март 2012. 2009 йыл 13 май архивланған.
- ↑ Summary record of the 16th meeting : Congo. 09.01.2000. ООН (9 ғинуар 2000). Дата обращения: 5 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
- ↑ Paul Tiyambe Zeleza, Dickson Eyoh. Encyclopedia of Twentieth-Century African History. — Routledge, 2002. — С. 52. — 672 с. — ISBN 0203986571, 9780203986578.
- ↑ Emizet F. Kisangani, F. Scott Bobb. Historical Dictionary of the Democratic Republic of the Congo. — 3. — Scarecrow Press, 2010. — С. 105. — 624 с. — ISBN 0810857618, 9780810857612.
- ↑ Paul Gifford. The Christian churches and the democratisation of Africa. — BRILL, 1995. — 301 с. — ISBN 9004103244, 9789004103245.
- ↑ Frank Villafaña. Cold War in the Congo: The Confrontation of Cuban Military Forces, 1960-1967. — Transaction Publishers, 2009. — 224 с. — ISBN 1412810078, 9781412810074.
- ↑ Массамба // Советская историческая энциклопедия / Е. М. Жуков. — Москва: Советская энциклопедия, 1973—1982. — Т. 9.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 А. А. Громыко, В. М. Васев. Африка: энциклопедический справочник. — Сов. энциклопедия, 1986. — Т. 2.
- ↑ Лев Матвеевич Энтин. Национальная государственность народов западной и центральной Африки. — Наука, 1966. — С. 80. — 249 с.
- ↑ Юрий Адольфович Юдин. Политические системы независимых стран Тропической Африки: государство и политические партии. — Наука, 1975. — 323 с.
- ↑ Атеик Кегамович Азизян. Ленинская национальная политика в развитии и действии. — Хайка, 1972. — 382 с.
- ↑ В. П Бутромеев. Страны мира. — 2. — Olma Media Group, 2002. — 607 с. — ISBN 5224033543, 9785224033546.
- ↑ 16,0 16,1 А. С. Балезин, МГУ, Институт стран Азии и Африки, Институт всеобщей истории РАН. История Тропической и Южной Африки, 1918-1988. — Наука, 1989. — 410 с.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 А. А. Громыко, Н. Д. Косухин, М. Ю. Френкель, Институт Африки (Академия наук СССР). Политические партии современной Африки: справочник. — Наука, 1984. — 222 с.
- ↑ Р.А. Ульяновский. Мариан Нгуаби // Азия и Африка сегодня. — Издательство восточной литературы, 1982. — С. 38—41. — ISSN 0321-5075.
- ↑ Г. И. Мирский. Третий мир: общество, власть, армия. — Наука, 1976. — 408 с.
- ↑ Выстрел Бартелеми 2019 йыл 9 апрель архивланған.
- ↑ Случаи гибели лидеров стран в результате покушений и терактов. Справка . РИА Новости (31 октябрь 2009). Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 22 июнь 2012 года.
- ↑ Л. Гевелинг. К теории развития транзитных форм организации власти в странах Африки // Азия и Африка сегодня. — Издательство восточной литературы, 2005 - №9. — С. 26. — ISSN 0321-5075.
- ↑ Tukumbi Lumumba-Kasongo. Liberal democracy and its critics in Africa: political dysfunction and the struggle for social progress. — Zed Books, 2005. — 213 с. — ISBN 1842776193, 9781842776193. (инг.)
- ↑ Republic of Congo Civil War (ингл.). globalsecurity.org. Дата обращения: 10 март 2012.
- ↑ Леонид Кокович. Президентом Республики Конго на новый семилетний срок избран действующий глава этого африканского государства Дени Сассу-Нгессо, РИА Новости (14 март 2002). 10 март 2012 тикшерелгән.
- ↑ Präsidentschaftswahlen in der Republik Kongo (нем.). Архивировано из оригинала 13 июль 2009 года. 13 июля 2009 г.
- ↑ Административное деление Республики Конго (ингл.) (недоступная ссылка — история). GeoHive. Дата обращения: 17 апрель 2011. Архивировано 28 июль 2012 года.
- ↑ Departments of the Republic of Congo
- ↑ 29,00 29,01 29,02 29,03 29,04 29,05 29,06 29,07 29,08 29,09 Africa::Congo . ЦРУ. Дата обращения: 5 март 2012. 2020 йыл 31 август архивланған.
- ↑ Статистика населения на сайте ООНPDF (инг.)
- ↑ Радио ООН: Власти Конго-Браззавиля берут пигмеев под защиту(недоступная ссылка)
- ↑ http://histant.ru/sites/default/files/inafran/Rassohin_disser.pdf С. 167
- ↑ Собченко А. И. Этнографическая характеристика городского населения Бельгийского Конго // Народный комиссариат просвещения РСФСР, Академия наук СССР, Институт этнографии имени Н.Н. Миклухо-Маклая журнал. — Изд-во Академии наук, 1957 — №3. — С. 107.
- ↑ Бабичев Ф. С., Кудрицкий А.В. Украинский советский энциклопедический словарь: в трёх томах. — 2. — Главная редакция Украинской Советской Энциклопедии, 1988. — Т. 2. — С. 115. — 755 с. — ISBN 5885000018, 9785885000017.
- ↑ Народное искусство Африки 19 - 20 веков . www.artyx.ru: История искусств. Дата обращения: 15 март 2012.
- ↑ Иогансон Б. В., Баранов Н. В. Искусство стран и народов мира: краткая художественная энциклопедия : архитектура, живопись, скульптура, графика, декоративное искусство. — Сов. энциклопедия, 1978. — Т. 4. Руанда и Бурунди - Филиппины. — С. 92. — 668 с.
- ↑ Веймарн Б. В. 4 // Всеобщая история искусств: кн. 1-2. Искусство 20 века. — Искусство, 1965. — Т. 6.
- ↑ Гаврилов Н. И. Народная республика Конго: (Справочник). — Наука, 1977. — 295 с.
- ↑ С. Соловьев. [1] // Азия и Африка сегодня. — Изд-во восточной лит-ры, 1982.
- ↑ Конго в XX веке (http://www.hrono.ru).+Дата обращения: 15 март 2012.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |