Томаров Василий Александрович
Томаров Василий Александрович (12 февраль 1921 йыл — 5 ғинуар 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, подполковник (1955). Советтар Союзы Геройы (1945).
Томаров Василий Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР[1] |
Тыуған көнө | 12 февраль 1921[1] |
Тыуған урыны | Жилино (Башҡортостан), Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 5 ғинуар 2004[1] (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Хәрби звание | подполковник[d][1] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВасилий Александрович Томаров 1921 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Жилин ауылында Октябрь районы ҡарамағындағы Нуғай ауыл Советына инә[2] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Мәктәптең ете синыфын тамамлаған. 1944 йылдан КПСС ағзаһы.
Василий Томаров хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Өфө аэроклубының инструктор-летчигы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда Өфө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылда Ейск хәрби-диңгеҙ авиация летчиктар училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың 27 ғинуарынан.
872-се штурм авиацияһы полкының звено командиры (281-се штурм авиацияһы дивизияһы, 13-се һауа армияһы, Ленинград фронты) лейтенант В. А . Томаров немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуң В. А. Томаров Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылда офицерҙар составын камиллаштырыуҙың Юғары осоу-тактика курстарын, 1955 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлай.
1958 йылда подполковник В. А. Томаров — запаста. Өфөгә ҡайтҡас, «Башнефтезаводстрой» тресында инженер, Өфө моторҙар заводында заказсының хәрби вәкиле булып эшләй.
2004 йылдың 5 ғинуарында вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнә.
Батырлығы
үҙгәртергә«Үҙенең хәрби эшен башҡарыу дәүерендә лейтенант Томаров 104 хәрби осош яһай. 52 хәрби осошонда Томаров өс— алты ИЛ-2 самолеттарын төркөмөн алып барыусы сифатында атҡара. Немец илбаҫарҙары өҫтөнә лейтенант. Томаров төрлө калибрлы 45 тонна бомба ташлай, 80 меңгә яҡын снаряд һәм патрон ата, һөҙөмтәлә уның тарафынан юҡ ителә: урта һәм эре калибрлы ЗА орудиеһы (зенит артиллерияһы) — 18, П орудиеһы (ялан артиллерия) — 34, МЗА орудиеһы (бәләкәй зенит артиллерияһы) — 29, ут нөктәһе — 17, паровоз — 1, ғәскәр һәм йөк менән автомашиналар — 57, йөк арбаһы менән — 28, бензоцистерна — 1, аэродромдағы самолеттар — 2, һауа һуғышында бәреп төшөрөлгән — 1 ФВ-190, дзот, өйҙәр һәм блиндаж — 24, тимер юлы биналары — 2, яғыулыҡ менән келәттәре — 1, янғын усағы һәм көслө шартлауҙар — 6, 350-нән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә…».
Василий Александрович Томаровҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 23 февралендә бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (23.02.1945)[3];
- Ленин ордены (23.02.1945);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.04.1944)[4];
- Александр Невский ордены (29.06.1944)[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[6];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.02.1944)[7];
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943);
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Өфө районының Зинин ауылындағы урам һәм Нуғай ауылындағы урта мәктәп Герой исемен йөрөтә
- Василий Томаров исеме Өфө аэроклубын тамамлаусы Советтар Союзы Геройҙарының мемориаль таҡтаһына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2014 йыл 26 февраль [https://web.archive.org/web/20140226042340/http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=6492 архивланған. 2014 йыл 26 февраль архивланған. ПОСТАНОВЛЕНИЕ Правительства РБ от 29.12.2006 № 391 (ред. от 24.03.2008) "ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Архивная копия от 26 февраль 2014 на Wayback Machine] 2014 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/48, л. 8/38—41).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1082, л. 2, 22, 23).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1082, л. 2, 35, 36).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2893, л. 3, 38, 39).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза Уфимского района 2016 йыл 4 март архивланған..
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Томаров Василий Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- Томаров Василий Александрович . «Герои страны» сайты.