Баязит (Миәкә районы)
Баязит (рус. Баязитово) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 640 кеше булған[1]. Почта индексы — 452088, ОКАТО коды — 80244865002.
Ауыл | |
Баязит | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1253 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 888 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 943 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 725 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 715 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 640 | 305 | 335 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 27 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сатый): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 70 км
Урам исемдәре
үҙгәртергә- 8 март (урамы), (рус. 8 Марта (улица))
- Ғ.Туҡай (урамы), (рус. Г.Тукая (улица))
- Урман (урамы), (рус. Лесная (улица))
- М.Ғафури (урамы), (рус. М.Гафури(улица))
- Мәсет(урамы), (рус. Мечетная(улица))
- Тыныслыҡ (урамы), (рус. Мира (улица))
- Йәштәр (урамы), (рус. Молодежная(улица))
- Парк(урамы), (рус. Парковая(улица))
- Еңеү (урамы), (рус. Победы (улица))
- Шишмә (урамы), (рус. Родниковая(улица))
- Тирәкле(урамы), (рус. Тополиная(улица))
- Үҙәк (урамы), (рус. Центральная (улица))[2]
Ауыл тарихы
үҙгәртергәАуылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1747 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса, фаразланыуынса, башҡорт ихтилалдарында (1735—1740) әүҙем ҡатнашҡандары өсөн аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителеп, типтәрҙәр ҡатламына күсерелгән башҡорттар нигеҙ һала. 1753 йылда шундай уҡ шарттарҙа Нуғай даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары, 1766 йылда Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы Һарыһаҙ‑Таҡырмән ауылы башҡорттары, 1784 йылда типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп урынлаша.
Ауыл тәүге төпләнеүсе Баязит Дауытов исеме менән аталған (1722—1789). Баязиттар аҫабаларҙан 1777 (31 март) һәм 1779 йылдарҙа килешеүҙәр ала. Һөҙөмтәлә «уларға бирелгән ер уларға мәңгелек биләмә итеп беркетелгән».[3]
1795 йылда 28 йортта 156 кеше йәшәгән, 1865 йылда 130 йортта — 720 кеше.Халҡы малсылыҡ, игенселек, ағас эше, тире эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет , училище булған. 1906 йылда 2 мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.[4]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәлләмов Мөхәммәт Мостафа улы (26.03.1951), ғалим-табип, дин әһеле. Өфөләге «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы. Медицина фәндәре кандидаты, теология оҫтаһы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Райондың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2015)[5].
- Мағазов Азат Шәйехйән улы (17.12.1926—13.12.2015), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы. Отставкалағы авиация полковнигы. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәинәт хеҙмәткәре (1984). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1997) һәм Муса Гәрәев исемендәге (2013) премиялар лауреаты.
- Рафиҡов Ғәли Лотфрахман улы, Ғәли Рафиҡи (29.07.1890—11.03.1945), уҡытыусы, яҙыусы. 1928—1945 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы уҡытыусыһы.
- Әхмәров Хәсән Хәбибйән улы (02.10.1940)-техник фәндәр докторы,БДАУ профессоры.[6] 349-сы б.
- Ғәлләмов Мәхмүт Мостафа улы (01.05.1947)-кадрҙағы хәрби кеше, полковник. [6] 370-се б.
- Манаков Ирек Хажи улы (20.08.1947)-Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).[6] 401-се б.
- Рафиҡов Мәсғүт Әхмәт улы (1920)- тарих фәндәре кандидаты (1967 й.)[6] 438-се б.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.444
- ↑ Баязит (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сайт «Миякинский район Республики Башкортостан». Миякинцы. Галлямов Мухамет Мустафович 2023 йыл 3 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Баязит (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 март 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |