Корочкин Пётр Георгиевич

Корочкин Пётр Георгиевич (12 февраль 1920 йыл — 28 август 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар дивизияһы гвардия-артиллерия полкының дивизион командиры, гвардия капитаны, Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Корочкин Пётр Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Байҡыбаш, Ҡариҙел районы
Вафат булған көнө 28 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (24 йәш)
Ерләнгән урыны Румыния
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Пётр Георгиевич Корочкин 1920 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында тыуған.

Урыҫ. Бөрө урта мәктәбен һәм Өфө педагогия институтының ике курсын тамамлай. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. 1939 йылда Ишембай районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Мәскәү артиллерия училищеһын тамамлай. Көнбайыш, Сталинград, Дон, 2-се Украина фронттарында һуғыша. Яралана.

139 сы гвардия-артиллерия полкының 3-сө дивизион командиры (2-се Украина фронтының 52-се армияһы 69-сы гвардия уҡсылар дивизияһы), гвардия капитаны П. Г. Корочкин Яссы-Кишинёв операцияһы һуғыштарында батырлыҡ күрһәтә.

1944 йылдың 28 авгусында һәләк була. Васлуй (Румыния) ҡалаһында ерләнгән[1].

Батырлығы

үҙгәртергә

1944 йылдың 20 авгусында дошмандың көслө артиллерия һәм миномёт уты беҙҙең уҡсылар подразделениеларының алға барыуын туҡтата. П. Г. Корочкин йәшерен рәүештә ике батареяны алға сығарып урынлаштыра һәм тура төҙәп дошман орудиеларын һәм миномёттарын юҡ итә, шул рәүешле өҫтөнлөк итеүсе бейеклекте яулап алыуҙы тәьмин итә.

28 августа ҡамауҙан сығырға тырышҡан дошман менән ҡаты һуғышта, снарядтар бөткәс, П. Г. Корочкин артиллеристарҙы ҡул һуғышына күтәрә һәм хәлде тергеҙә. Ул ошо алышта һәләк була.

Дошман менән һуңғы алышта П. Г. Корочкин үҙенең автоматынан 18 фашисты юҡ итә.

1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, гвардия капитаны Пётр Георгиевич Корочкингә үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Бөрө ҡалаһында урам Герой исемен йөрөтә..
  • П. Г. Корочкин уҡыған Байҡыбаш ауылы һәм Бөрө ҡалаһы мәктәптәре бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Корочкин Пётр Георгиевич. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 23, л. 451, 452).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 28, л. 5).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 285, л. 4, 66, 67).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн.4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә