Ҡораласыҡ (Фёдоровка районы)

Ҡораласыҡ (рус. Каралачик) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 553 кеше булған[1]. Почта индексы — 453291, ОКАТО коды — 80254827001. Милли состав: татарҙар-96 %.

Ҡораласыҡ
Ҡораласыҡ
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°06′17″ с. ш. 55°13′04″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 254 827 001

ОКТМО коды

80 654 427 101

ГКГН номеры

0524005

Ҡораласыҡ (Рәсәй)
Ҡораласыҡ
Ҡораласыҡ

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 638
2010 йыл 14 октябрь 553 248 305 44,8 55,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • 1 Май (урамы) — (рус. 1 Мая (улица))
  • 8 Март (урамы) — (рус. 8 Марта (улица))
  • Яр (урамы) — (рус. Береговая (улица))
  • Юл (урамы) — (рус. Дорожная (улица))
  • Йылға аръяғы (урамы) — (рус. Заречная (улица))
  • Таң (тыҡрығы) — (рус. Заря (переулок))
  • Ерекле (урамы) — (рус. Зирекле (улица))
  • Тирмә (тыҡрығы) — (рус. Мельничный (переулок))
  • Тыныслыҡ (урамы) — (рус. Мира (улица))
  • Яңы (урамы) — (рус. Новая (улица))
  • Йырын (тыҡрығы) — (рус. Овражный (переулок))
  • Парк (урамы) — (рус. Парковая (улица))
  • Тау аҫты (урамы) — (рус. Подгорная (улица))
  • Шишмә (урамы) — (рус. Родниковая (улица))
  • Үҙәк (урамы) — (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп (тыҡрығы) — (рус. Школьный (переулок))[2]

1795 йылғы рәүиз ваҡытында Ҡораласыҡ ауылында 11 йорт иҫәпләнә, уларҙа 64 ерһеҙ башҡорт (припущенник) йәшәй. 21 йылдан һуң башҡорттарҙың һаны 105-кә етә. Бында, уларҙан башҡа, 28 мещан, 60 типтәр, 100 татар йәшәй. Типтәрҙәр бында 1783 йылда, ҡалғандары 1807 йылда килеп төпләнә. Улар — Тәтегәс түбәһе башҡорттарының керҙәштәре. 170 башҡортҡа 1842 йылда 320 бот ужым игене, 236 бот яҙғы иген сәселгән. Игенселек торошо тураһында халыҡтың башҡа ҡатламдарынан мәғлүмәттәр юҡ[3].

1834 йылғы VIII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында был ауылдағы 9 ихатала 170 башҡорт (83 ир-егет һәм 87 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе күрһәтелә. 1850 йылғы халыҡ иҫәбендә бында 96 типтәр һәм 217 башҡорт йәшәүе билдәләнә, ә 1859 йылғы рәүиз документтарында ауылда йәшәгән 514 кешенең барыһы ла үҙҙәрен башҡорт тип таный[4]. 1920 йылдағы совет халыҡ иҫәбен алыу Ҡораласыҡ ауылында 1395 башҡорт һәм татарҙың йәшәүен теркәй[4].

Ҡораласыҡ урта мәктәбе 1920 йылда асыла[5].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә