Шолом Владимир Юрьевич

Шолом Владимир Юрьевич (12 февраль 1955 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, Өфө дәүләт авиация техник университетының триботехника һәм майлау ғилми-тикшеренеү институты директоры, Өфө дәүләт авиация техник университетының «Мехатронные станочные системы» кафедраһы профессоры[1]. Техник фәндәр докторы. Рәсәй инженер академияһы ағза-корреспонденты. Трибология буйынса Рәсәй милли комитеты ағзаһы. «Трение и смазка в машинах и механизмах», «Приводная техника» ғилми баҫмаларының мөхәрририәт советы ағзаһы. Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар сою́зының республика бүлексәһе — Башҡортостан Республикаһының эш биреүселәр Союзы етәксеһе һәм идара ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. «Өфө авиация институтының хужалыҡ иҫәбе ижади үҙәге» технопаркының генераль директоры (халыҡ-ара күргәҙмәләр һәм конференциялар дипломанты, иң яҡшы сәнәғәт компанияһы тип танылған (2007 й.))[2].

Шолом Владимир Юрьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө трибология[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Авторҙаш булараҡ СССР-ҙың һигеҙ авторлыҡ танытмаһы һәм Рәсәй Федерацияһының 41 патенты эйәһе[3][4][5][6][7][8], 200 ғилми баҫманың авторҙашы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Юрьевич Шолом 1955 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы хәҙерге Красноусол ауылында тыуған. 1980 йылда Өфө авиация институтының авиация двигателдәре факультетытын тамамлай.

  • 1972—1973 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе фрезерсыһы.
  • 1980—1985 йылдарҙа — Өфө авиация институтында юғары температуралы турбиналар тармаҡ лабораторияһының өлкән инженеры.
  • 1985—1991 йылдарҙа — Өфө авиация институтының режим буйынса проректоры.
  • 1989 йылдан Өфө авиация институтының хужалыҡ иҫәбе ижади үҙәге (ХТЦ УГАТУ) генераль директоры.
  • 2003—2006 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы директоры.

Монографиялары

үҙгәртергә
  • Бикулов А. З., Нигматуллин Р. Г., Шолом В. Ю. Органические нефтяные парафиновые отложения. Уфимский государственный авиационный технический университет, 1995.
  • Бикулов А. З., Нигматуллин Р. Г., Камалов А. К., Шолом В. Ю. Органические нефтяные отложения и их утилизация. Уфимский государственный авиационный технический университет, 1997.
  • Постнов В. В., Шолом В. Ю., Шустер Л. Ш. Методы и результаты оценки контактного взаимодействия применительно к процессам металлообработки. М.: Машиностроение, 2004.
  • Нигматуллин Р. Г., Шолом В. Ю., Атрощенко В. В. Контроль и диагностика ресурса работы объекта реновации. М.: Машиностроение, 2009.
  • Кишуров В. М., Постнов В. В., Шолом В. Ю. Исследование физических явлений при резании металлов (методики и оборудование). М.: Машиностроение, 2010.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә