Салманов Григорий Иванович
Салманов Григорий Иванович (12 февраль 1922 йыл — 3 апрель 1993 йыл) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы (1979 йыл). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1981—1986).
Салманов Григорий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 февраль 1922 |
Тыуған урыны | Өфө, Урыҫ дәүләте |
Вафат булған көнө | 3 апрель 1993 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | генерал армии[d] |
Командалыҡ иткән | Киевский военный округ[d] һәм Забайкальский военный округ[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Салманов Григорий Иванович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәГригорий Иванович Салманов 1922 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһының[1] Ҡасим ауылында тыуған. Крәҫтиән ғаиләһенән. 1930 йыл баштарында ғаилә Өфөгә күсеп килә, унда атаһы урындағы әҙерләүҙәр контораһында эшләй. Буласаҡ генералдың атаһы 1938 йылда нигеҙһеҙ ҡулға алына, 1939 йылда азат ителә, Бөйөк Ватан һуғышыда армияға мобилизациялана, әсирлеккә эләгә, азат ителгәндән һуң оҙаҡ ваҡыт махсус тикшереү лагерында була.
Салманов Григорий Иванович 1937 йылда 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай, табип-хирург булырға хыяллана, әммә атаһы талабы буйынса шул уҡ 1937 йылда Өфө ҡулланыусылар кооперация техникумына уҡырға инә. Техникумда уҡып, медицина институтының эшселәр факультетына уҡырға инә. Атаһының көтөлмәгән ҡулға алыныуы уҡыуын тамамларға ҡамасаулай. 1940 йылда техникумды тамамлағандан һуң, Башҡорт АССР-ы Покровка район ҡулланыусылар союзының баш бухгалтеры булып эшләй[2].
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. 1942 йылдың февралендә Хабаровск хәрби-пехота училищеһын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергә1942 йылдың мартында Көнбайыш фронттың 50-се армияһы составында пулемёт взводының командиры вазифаһында фронтҡа ебәрелә. Һуңынан түбәнерәк команда һәм штаб вазифаларында һуғыша, һуғышты уҡсылар корпусы штабының оператив бүлеге начальнигы булып тамамлай. Һуғышта өс тапҡыр яралана. Көнбайыш, Үҙәк, 1-се Белорус һәм 2-се Белорус фронттарында һуғыша. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һуғыштан һуңғы хеҙмәте
үҙгәртергәҺуғыштан һуң 1945 йылдың ноябренән — армия штабының оператив бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. 1949 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны, шулай уҡ 1956 йылда уның ҡарамағындағы Юғары академик курстарҙы тамамлай. Балтик буйы хәрби округында хеҙмәт итә. 1954 йылдың авгусынан — армия штабының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1954 йылдың ноябренән — гвардия механизацияланған полк командиры, дивизия штабы начальнигы. 1957 йылдан 1962 йылға тиклем 26-сы мотоуҡсылар дивизияһы менән командалыҡ итә. 1964 йылда Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлай, Төркөстан хәрби округында штаб начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1967 йылдың авгусынан — Белорус хәрби округында 28-се дөйөм ғәскәри армияның командующийы.
Юғары хәрби вазифаларҙа
үҙгәртергә1969 йылдың 28 ноябренән — Киев хәрби округы ғәскәре командующийы. 1975 йылдың 26 июненән — Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби әҙерлеге буйынса баш командующий урынбаҫары — Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби әҙерлеге буйынса Баш идаралыҡ начальнигы.
1978 йылдың 28 декабренән 1984 йылдың 20 ғинуарына тиклем — Байкал аръяғы хәрби округы ғәскәре командующийы
1984 йылдың ғинуарында — 1986 йылдың сентябрендә Афғанстанда Афғанстан Демократик Республикаһы ҡораллы көстәрендә Баш хәрби советник вазифаһында, афған һуғышы барышында совет һәм афған ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәрендәге етәкселәрҙең береһе
1986 йылдан сентябренән 1989 йылдың 30 июленә тиклем — К. Е. Ворошилов исемендәге Ҡораллы Көстәр Генераль штабы Хәрби академияһының начальнигы.
1989 йылдың июлендә — 1992 йылдың ғинуарында — СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә хәрби инспектор-кәңәшсе. 1992 йылдың ғинуарынан отставкала.
СССР-ҙың 8-10 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1984), КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1971—1976), КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1981—1986).
Мәскәүҙә йәшәй, шунда вафат була, Кунцево зыяратында ерләнгән.
Хәрби дәрәжәләре
үҙгәртергә- генерал-майор (07.05.1960),
- генерал-лейтенант (19.02.1968),
- генерал-полковник (29.04.1970),
- армия генералы (25.10.1979).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (11.02.1982)
- Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (27.04.1945)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (05.03.1944)
- Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (…; 11.02.1972; …)
- 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (30.04.1975)
- Сит дәүләттәрҙең ордендары һәм миҙалдары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975 гг.). Том 1. Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2013. — ISBN 978-601-7378-16-5. — С.225—226.
- Военная энциклопедия в 8 тт. — М.: Военное издательство, 1994—2004. — Т. 7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Салманов Григорий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2022)
- Биографическая справка в «Энциклопедии Забайкалья»
- Статья «Юность генерала» в проекте «Хронос»
- Биография на официальном сайте Министерства обороны Российской Федерации