Йомағужа районы
Йомағужа районы (урыҫ. Юмагузинский район) БАССР-ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡтан Мәләүез районы, төньяҡ-көнсығыштан — Бөрйән, көньяҡ-көнсығыштан — Күгәрсен, көньяҡ-көнбайыштан — Ырымбур өлкәһе, көнбайыштан — Көйөргәҙе районы менән сиктәш. 1935 йылдың 3 февралендә БАССР-ҙың Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлгән, биләмәһе Мәләүез районы, 1965 йылда — Күгәрсен районы составына инә. Майҙаны — 1935 квадрат километр. Район үҙәге — Йомағужа. Районда 9 ауыл советы, 91 ауыл тораҡ пункты була.
Ил | |
---|---|
Статус |
муниципаль район |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә | |
Административ үҙәк |
Йомағужа ауылы |
Барлыҡҡа килеүе | |
Тарҡалыуы | |
Рәсми телдәр | |
Ваҡыт бүлкәте | |
Халҡы — 21,4 мең кеше (1959), күбеһенсә башҡорттар һәм урыҫтар. Иҡтисадтың нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә, ауыл хужалығы ит-һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал үрсетеү, иген культуралары үҫтереү буйынса махсуслашҡан. 24 колхоз, 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (шул иҫәптән 3 урта), үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 7 клуб учреждениеһы, китапхана булған. «Ударсы» район гәзите сыға.
1938 йылда, беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советына һайлауҙар үткән ваҡытта, Йомағужа районынан Ғимаев Шәих Ғимаевич, «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең мөхәррире һайлана.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нугаева Ф. Г. Юмагузинский район. // Статья в Башкирской энциклопедии 2014 йыл 13 август архивланған.