Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы

Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы (рус. Бурангулова Альбина Ванцетовна; 10 май 1961 йыл, Өфө ҡалаһы) — ғалим-табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы. Милләте — башҡорт[1].

Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 май 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, ғалим
Уҡыу йорто БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Альбина Ванцет ҡыҙы Буранғолова 1961 йылдың 10 майында Өфө ҡалаһында Башҡорт АССР-ы Юғары суды судьяһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы Буранғолов Ванцет Камил улы[2] ғаиләһендә тыуған.

Юғары белемле — Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1996 йылда Өфө ҡалаһының 17-се клиник дауаханаһында табип-интернат булып эшләүҙән башлай.

1985 йылдан — Өфө ҡалаһы 31-се ҡала балалар поликлиникаһында участка табибы.

1989 йылдан — Өфө ҡалаһы 6-сы балалар поликлиникаһының баш табибы.

1996 йылдан Өфө ҡалаһының 8-се балалар поликлиникаһының баш табибы[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2008 йылда Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рәйесе була. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайына Берҙәм республика һайлау округынан депутат итеп һайлана, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

2007 йылдың 9 июнендә Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы Президентының УП-250-се Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелә[5].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Тормошта. Ғаиләлә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә