Романов Николай Кириллович

Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир

Романов Николай Кириллович (10 май 1919 йыл — 20 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Романов Николай Кириллович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] или 24 апрель 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2]
Тыуған урыны Ҡариҙел районы
Вафат булған көнө 20 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2] (24 йәш)
Вафат булған урыны Лоев районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Лоев районы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Кириллович Романов 1919 йылдың 10 майында Үрге Ҡасмаш ауылында, хәҙерге Башҡортостандың Ҡариҙел районында тыуған.

Сыуаш. Тулы булмаған урта белемле. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1934—1939 йылдарҙа Яңы Бәрҙәш ауылындағы «8 март» колхозында иҫәпсе, Үрге Ҡасмаш ауылындағы «Ҡанаш» колхозында кассир, Ҡариҙел ВЛКСМ район комитетында бүлек мөдире булып эшләй.

1939 йылдың октябрендә Ҡариҙел районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

188-се уҡсылар полкының взвод командиры (Үҙәк фронттың 65-се армияһы 106-сы уҡсылар дивизияһы) старшина Н. К. Романов 1943 йылдың 15 октябрендә Гомель өлкәһенең Лоев ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоев районы Козероги ауылында ерләнгән[3].

Батырлығы

үҙгәртергә

«188-се уҡсылар полкының взвод командиры (Үҙәк фронттың 65-се армияһы 106-сы уҡсылар дивизияһы) старшина Николай Романов 1943 йылдың 15 октябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһендәге ҡала тибындағы Лоев ҡасабаһынан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһын һуғышып аша сыға, яугирҙәр төркөмө башында плацдармды киңәйтеү буйынса һуғыш алып бара, дошмандың өс контратакаһын кире ҡаға.

1943 йылдың октябрендә Лоевтан көньяҡ-көнбайыштараҡ бейеклекте штурмлағанда старшина Романов Н. К. сафтан сыҡҡан рота командирын алмаштыра һәм хәрби бурысты үтәүгә өлгәшә».

Ҡыйыу һуғышсы 1943 йылдың 20 октябрендә яуҙа батырҙарса һәләк була

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 октябрендәге Указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн, старшина Николай Кириллович Романовҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Ҡариҙел ауылында урам Герой исемен йөрөтә. Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы Александровка ауылы мәктәбе бинаһына Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 59/40, л. 471, 472).

Һылтанмалар

үҙгәртергә