СССР Юғары Советы Президиумы

СССР Юғары Советы Президиумы (СССР ЮСП) — 1938—1989 йылдарҙа СССР Юғары Советы сессиялары араһындағы юғары дәүләт власы органы. Беренсе тапҡыр 1938 йылда, 1936 йылғы Төп Ҡанунға ярашлы булдырылған.

СССР Юғары Советы Президиумы
Нигеҙләү датаһы 1937
Ойошма етәксеһенең вазифаһы председатель Президиума Верховного Совета СССР[d]
Дәүләт  СССР
Юрисдикция таралышы СССР
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Кремлдең 14-се корпус[d]
Присуждает государственная награда СССР[d]
Карта

1989 йылда М. С. Горбачев инициативаһы менән Конституцияны үҙгәртеү башланғас, Юғары Советтың һәм СССР Халыҡ депутаттары эшен әҙерләүҙе һәм ойоштороуҙы тәьмин иткән орган.

Институт тарихы

үҙгәртергә

Советтарҙың Дәүләт һәм хоҡуҡ фәнендә властың ошондай төр юғары органдары ҡайһы берҙә дәүләттең коллектив башлығы (президент) институты тип билдәләнә.

СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһын әҙерләгәндә һәм уны бөтә халыҡ фекер алышыуына сығарғанда властың коллектив юғары органын совет Президентының берҙән-бер власына алмаштырыу тураһында тәҡдимдәр әйтелә. Әммә Иосиф Сталин быға ҡаршы сыға. Яңы Конституция проекты тураһындағы докладында ул былай ти:

По системе нашей Конституции в СССР не должно быть единоличного президента, избираемого всем населением, наравне с Верховным Советом, и могущего противопоставить себя Верховному Совету.

Сталин И. В. Вопросы ленинизма. 11-е изд., М., 1939, с. 531

Бындай ҡараш идара итеүҙең совет һәм президент формаһының бер-береһенә тура килмәүе менән аңлатыла. Дәүләт власының советтар төрөндәге ҡоролошон, авторитар-юлбашсы режимындағы Румыния Социалистик Республикаһы, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы кеүек социалистик дәүләттәрҙән тыш, көнсығыш блоктың күпселек илдәре һайлай.

1990 йылда — СССР Президенты, ә 1991 йылда РСФСР президенты вазифаһын индереү шәхси мин-минлектең туҡтауһыҙ артыуына, шәхси власты ҡанун нигеҙендә һайланған вәкиллекле органдарға ҡаршы ҡуйыуға, һөҙөмтәлә дәүләт власының яйланған системаһын, норматив акттар иерархияһын емереүгә килтерә, совет власы һәм уның дәүләтселеген кире генә түгел, ә фажиғәле эҙемтәләргә дусар итә[1].

Сит илдәрҙә Юғары Совет Президиумы Рәйестәре бик йыш «СССР Президенты» тип атап йөрөтөлә[2][3][4][5].

Вәкәләттәре

үҙгәртергә

1977—1988 йылдарҙа

үҙгәртергә

Юғары Совет Президиумы Рәйесенең вәкәләттәре 1936 йылғы (49-сы статья) һәм 1977 йылғы Конституцияларҙа (121—123-сө статьялар) нығытылған. Мәҫәлән, 121—123-сө статьяларҙың тәүге редакцияһында (7 октябрь 1977 — 1 декабрь 1988) яҙылғанса, ул:

  • СССР Юғары Советына һайлауҙарҙы билдәләй (1936 йылғы Конституцияның 49-сы статьяһының «в» пунктына ярашлы, СССР Юғары Советын тарҡата ла алған);
  • СССР Юғары Советы сессияларын саҡыра;
  • СССР Юғары Советының даими комиссиялары (палаталары: Союздар Советы һәм Милләттәр Советы; 1989 йылдың 23 декабренән — Юғары Совет комитеттарының да) эшмәкәрлеген көйләй;
  • СССР Конституцияһын үтәүҙе контролләй һәм союздаш республикаларҙың конституциялары һәм закондары ил Конституцияһына һәм закондарына тап килеүен тәьмин итә;
  • СССР ҡанундарына аңлатма бирә;
  • халыҡ-ара килешеүҙәрҙе ратификациялай һәм уларҙың эшмәкәрлеген туҡтата;
  • Законға тура килмәгән осраҡта СССР Министрҙар Советының һәм союздаш республикаларҙың Министрҙар Советы ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен кире ала;
  • хәрби исемдәр, дипломатик рангылар һәм башҡа махсус исемдәр булдыра һәм уларҙы бирә;
  • СССР ордендары, миҙалдары, юғары исемдәре булдыра һәм уларҙы бирә

Ҡалып:Увеличение изображения Ҡалып:Увеличение изображения

  • амнистия тураһында дөйөм союз акттары булдыра һәм ярлыҡай;
  • сит ил дәүләттәрендәге һәм халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы СССР-ҙың дипломатик вәкилдәрен билдәләй һәм саҡырып ҡайтара;
  • сит ил дәүләттәренең дипломатик вәкилдәрен аккредитациялау һәм уларҙы кире ҡайтарыу грамоталарын ҡабул итә;
  • СССР Оборона советы булдыра һәм уның составын раҫлай, СССР Ҡораллы Көстәре командованиеһын тәғәйенләй һәм алмаштыра;
  • СССР-ҙы һаҡлау мәнфәғәтендә айырым урындарҙа йәки тотош илдә хәрби положение иғлан итә;
  • дөйөм йәки өлөшләтә мобилизация иғлан итә;
  • СССР Юғары Советы сессиялары араһында СССР-ға һөжүм йәки агрессиянан ике яҡлы һаҡланыу буйынса халыҡ-ара килешеү бурысын үтәү кәрәк булғанда һуғыш торошо тураһында иғлан итә;
  • СССР гражданлығына ҡабул итеү, унан сығыу һәм гражданлыҡтан мәхрүм итеү, һыйыныу урыны биреү мәсьәләләрен хәл итә;
  • Конституцияла һәм СССР ҡанундарында билдәләнгән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.

Юғары Совет сессиялары араһында (Конституцияның 122-се статьяһы):

  • Кәрәк булғанда СССР-ҙың ғәмәлдәге закон акттарына үҙгәрештәр индерә;
  • союздаш республикалар араһында сиктәрҙе үҙгәртеүҙе раҫлайу;
  • СССР Министрҙар Советы тәҡдиме менән СССР министрлыҡтары һәм СССР дәүләт комитеттарын булдыра һәм бөтөрә;

Ҡалып:Увеличение изображения

  • СССР Министрҙар Советы Рәйесе күрһәтмәһе буйынса СССР Министрҙар Советы составына ингән айырым кешеләрҙе вазифаларынан бушата һәм тәғәйенләй;
  • указдар сығара һәм ҡарарҙар ҡабул итә.

1988—1990 йылдар

үҙгәртергә

КПСС-тың XIX конференцияһы ҡарарҙарына ярашлы 1988 йылда иғлан ителгән дәүләт-сәйәси реформа СССР-ҙа дәүләт власы органдары структураһына беренсе һиҙелерлек үҙгәрештәр индерә. 1988 йылдың 1 декабрендә 1977 йылғы СССР Конституцияһына үҙгәрештәр керетелә[6], уға ярашлы, дәүләт власының яңы юғары органы — СССР Халыҡ депутаттары съезы ойошторола, унда съезд (Конституцияның 108-110-сы статьялары), Юғары Совет (111—117-се статьялар) һәм яңы Совет дәүләте булдырған яңы юғары вазифа — 1989 йылдың 25 майында СССР Халыҡ депутаттарының беренсе съезында һайланған СССР Юғары Советы Рәйесе (120—121-се статьялар) араһында вәкәләттәр бүленә.

Был этапта СССР Юғары Советы Президиумы формаль рәүештә лә үҙенең вәкәләттәрен юғалтмай, киреһенсә, өҫтәмә хоҡуҡтарға эйә булып, вәкәләттәрен бер ни тиклем киңәйтә:

  • СССР Халыҡ депутаттары съезы ултырыштарын әҙерләүҙе ойоштора;
  • СССР халыҡ депутаттарына вәкәләттәрен тормошҡа ашырырға һәм уларҙы кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙә ярҙам итә;
  • референдумдар әҙерләү һәм үткәреүҙе, шулай уҡ СССР ҡанундары проекттарын һәм дәүләт тормошондағы башҡа мөһим мәсьәләләрҙе халыҡ менән тикшереүҙе әҙерләү һәм үткәреүҙе ойоштора;
  • СССР-ҙы яҡлау һәм уның халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөтә ил буйынса йәиһә айырым урындарҙа — мәсьәләне урындағы союздаш республиканың Юғары Совет Президиумы менән берлектә тикшереп — хәрби йәки ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә; билдәләнгән осраҡтарҙа ССР Союзы һәм союздаш республикаларҙың дәүләт органдары тормошҡа ашырған айырым идара итеү формаһын индерә;
  • СССР Халыҡ депутаттары съезы, СССР Юғары Советы, уның палаталары, СССР Юғары Советы Президиумы, СССР Юғары Советы Рәйесе ҡабул иткән ҡанундарҙы һәм башка акттарҙы СССР халыҡтар телдәрендә баҫтыра.

1990—1991 йылдарҙа

үҙгәртергә

1990 йылдың 14 мартында СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә[7] һәм СССР Президенты вазифаһын булдырыуға бәйле СССР Юғары Советы Президиумы тулыһынса барлыҡ власть вәкәләттәрен юғалта һәм техник орган ғына булып ҡала. Төп Ҡанундың 118-се статьяһына ярашлы, СССР Юғары Советы Президиумы:

  • СССР Юғары Советы сессияларын һәм ултырыштарын әҙерләй, Юғары Советттың палаталарҙың даими комиссиялары һәм комитеттары эшмәкәрлеген координациялай, СССР ҡанундары проекттарын һәм дәүләт тормошоноң башҡа мөһим мәсьәләләре буйынса бөтә халыҡ фекер алышыуын үткәреүҙе ойоштора.
  • СССР Халыҡ депутаттары съезы, СССР Юғары Советы, уның палаталары, СССР Президенты ҡабул иткән ҡанундарҙы һәм башка акттарҙы СССР халыҡтары телдәрендә баҫтырыуҙы тәьмин итә.
  • ҡарарҙарын күрһәтмәләр рәүешендә баҫтыра.

1938—1989 йылдарҙа

үҙгәртергә

1936 йылғы СССР Конституцияһының 48-се статьяһына ярашлы, һәр яңы саҡырылышта СССР Юғары Советы беренсе ултырышында ике палата вәкилдәре ҡатнашлығында депутаттар араһынан СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесен, һәр союздаш республиканын уның урынбаҫарҙарын, Секретарҙарҙы һәм Президиум ағзаларын һайлай.

Тәүҙә СССР Юғары Советы Президиумы Президиум рәйесенән, уның 11 урынбаҫарынан, секретарҙан һәм 24 ағзанан тора[8].

1940 йылдың 7 авгусындағы Законға ярашлы, СССР киңәйеүе һөҙөмтәһендә (Молдова ССР-ы ойошторола, СССР-ға Литва, Латвия һәм Эстон ССР-ҙары алына, Карель АССР-ы Карел-Фин ССР-ына әйләндерелә), Президиум составы ла киңәйә — рәйес урынбаҫарҙары һаны 16-ға тиклем арта[9]. СССР-ҙың 1946 йылдың 19 мартындағы[10] һәм 1947 йылдың 25 февралендәге[11] законына ярашлы, Президиум ағзалары һаны 1 кешегә кәметелеп, 15 булып ҡала.

Конституция СССР Юғары Советы Президиумының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡарамаһа ла, 1944 йылдың 1 февралендә был вазифаға Н. М. Шверник һайлана[12].

1958 йылдың 25 декабрендәге СССР Законы менән рәйес урынбаҫарҙары һаны 15 була (Карел-Фин ССР-ының Карел АССР-ына әйләндерелеүе һөҙөмтәһендә 1956 йылда 15-кә ҡала), ә Президиум ағзалары һаны 16-ға етә[13].

1966 йылдың 3 авгусындағы Законына ярашлы, Президиум ағзалары һаны 20-гә тиклем арттырыла[14].

СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһының 120-се статьяһына ярашлы (1977 йыл редакцияһы, 1988 йылдың 1 декабрендә үҙгәртеүҙәр индерелә), СССР Юғары Советы Президиумы депутаттар араһынан түбәндәге составта һайлана: Президиум Рәйесе, Президиум Рәйесенең Беренсе урынбаҫары, Президиум Рәйесенең 15 урынбаҫары — һәр союздаш республиканан берәр, Президиум Секретары һәм Президумдың 21 ағзаһы.

СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе

үҙгәртергә

СССР-ҙың 1936 йылғы (40-сы статья) һәм 1977 йылғы Конституцияларына (116-сы статья) ярашлы, СССР ҡанундары, СССР Юғары Советының ҡарарҙары һәм башҡа акттары СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе һәм Секретары ҡултамғаһы менән баҫыла. СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесенең СССР-ҙың юғары вазифалы кешеһе булараҡ башҡа вәкәләттәре Конституцияла яҙылмай.

СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесенең Беренсе урынбаҫары

үҙгәртергә

Вазифа беренсе тапҡыр СССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһында яҙыла.

  • Кузнецов В. В. (1977—1986)
  • Демичев П. Н. (1986—1988)
  • Лукьянов А. И. (1988—1989)

СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе Урынбаҫарҙары

үҙгәртергә

СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫарҙары

СССР Юғары Советы Президиумы ағзалары

үҙгәртергә

СССР Юғары Советы Президиумы ағзалары

СССР Юғары Советы Президиумы Секретарҙары

үҙгәртергә
  • А. Ф. Горкин (1938—1953)
  • Н. М. Пегов (1953—1956)
  • А. Ф. Горкин (1956—1957)
  • М. П. Георгадзе (1957—1982)
  • Т. Н. Ментешашвили (1982—1989)

1988—1989 йылдарҙа

үҙгәртергә

Ҡалып:Увеличение изображения

1988 йылдың 1 декабренән СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы үҙгәртелә. Уның составына (Конституцияның 118-се статьяһы) вазифалары буйынса СССР Юғары Советы Рәйесе (СССР Юғары Советы Президиумын етәкләгән СССР-ҙа иң юғары вазифа биләүсе булараҡ), СССР Юғары Советы Рәйесенең Беренсе урынбаҫары, СССР Юғары Советы Рәйесенең 15 урынбаҫары — союздаш республикаларҙың Юғары Советтары рәйестәре, Союз һәм Милләттәр Советтары рәйестәре, СССР Халыҡ контроле комитеты Рәйесе, СССР Юғары Советының даими комиссиялары һәм комитеттары рәйестәре инә.

Юғары Совет Президиумы, норматив-хоҡуҡи акт төрө булараҡ, был осорҙа һаҡлана, әммә уға Юғары Совет Президиумы Рәйесе һәм секретары түгел, ә СССР Юғары Советы Рәйесе ҡул ҡуя. Был осорҙағы указ миҫалы итеп Л. И. Брежневты бүләкләүҙе кире алыу тураһындағы Указды килтерергә мөмкин[15].

1990—1991 йылдарҙа

үҙгәртергә

1990 йылдың 14 мартынан һәм СССР Президентын һайлағандан һуң, СССР Юғары Советы Президиумы составы тағы ла тамырынан үҙгәрә. Вазифа буйынса уға СССР Юғары Советы Рәйесе (әммә бары тик совет парламенты спикеры булараҡ ҡына), Союз Советы Рәйесе һәм Милләттәр Советы Рәйесе (парламент палаталары башлыҡтары), уларҙың урынбаҫарҙары, СССР Юғары Советының даими комиссиялары һәм комитеттары рәйестәре, һәр союздаш республиканан берешәр депутат һәм автономиялы республика һәм округтарҙан берәр вәкил инә.

Структураһы

үҙгәртергә

1938—1990 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы структураһы түбәндәгесә була:

  • Секретариат (дөйөм)
  • Президиум Рәйесе секретариаты
  • Президиум Секретары секретариаты
  • Президиум Рәйесенең ҡабул итеү аппараты
  • Канцелярия
  • Юридик бүлек
  • Эштәр менән идара итеү
  • Советтарҙың эш мәсьәләләре буйынса бүлек
  • Палаталарҙың даими комиссиялары эше буйынса бүлек
  • Бүләкләнеүселәрҙе иҫәпкә алыу һәм теркәү буйынса бүлек
  • Ярлыҡау тураһында үтенестәрҙе ҡарауға әҙерләү буйынса бүлек
  • Финанс-хужалыҡ бүлеге
  • Мәғлүмәт-статистика бүлеге
  • Комиссиялар: Союз һәм Милләттәр Советтарының закон күҙаллауҙары, сит ил эштәре, СССР-ға ҡабул итеү, унан сығыу һәм гражданлыҡтан мәхрүм итеү мәсьәләләре буйынса
  • Секторҙар: административ-территориаль бүленеш, сит ил мәғлүмәте, махсус сектор.

Граждандарҙы ҡабул итеү

үҙгәртергә

СССР граждандарын Мәскәү ҡалаһы, Маркс һәм Калинин проспекттары мөйөшөндәге 4/7 һанлы йортта ҡабул иткәндәр.

СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе булғанда граждандарҙы М. Н. Калинин әүҙем ҡабул иткән, уның вариҫтары бөтөнләй шәхси ҡабул итеүҙәр алып бармаған тиерлек.

Һуңғы эш көнө

үҙгәртергә

Ҡалып:Увеличение изображения

1991 йылдың 5 сентябрендәге законға ярашлы, СССР Юғары Советы Президиумы шул көндә үк эшмәкәрлеген туҡтата[16].

Шул уҡ йылдың 18 октябрендә һуңғы ултырыш үткәрелә[17].

12 декабрҙә РСФСР Юғары Советы Беловежье килешеүен иғлан итә, һуңынан СССР ойоштороу тураһындағы договорҙы ғәмәлдән сыҡҡан тип белдерә.

Архив фондының һаҡланыу урыны

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт ахивы (б. ЦГАОР)

Фонд — № Р-7523, 151 опись, 186143 һаҡлау берәмеге[18]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Лукьянова Е. А. Российская государственность и конституционное законодательство в России (1917—1993), М., МГУ, 2000, с.84
  2. Joseph E Davies. Mission to Moscow. — Read Books Ltd, 2013. — 416 с. — ISBN 978-1406737851.
  3. Roosevelt, Franklin D. Public Papers of the Presidents of the United States: F.D. Roosevelt, 1939, Volume 8. — Best Books on, 1941. — С. 538. — 636 с.
  4. Herbert Levy. Henry Morgenthau, Jr.: The Remarkable Life of FDR's Secretary of the Treasury. — Skyhorse Publishing, Inc., 1941. — С. 525. — 576 с. — ISBN 9781602399716.
  5. Soedjatmoko. An Introduction to Indonesian Historiography. — Equinox Publishing, 2006. — С. 289. — 427 с. — ISBN 9789793780443.
  6. Закон СССР от 1 декабря 1988 г. N 9853-XI «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) СССР» 2019 йыл 6 март архивланған.
  7. Закон СССР от 14 марта 1990 г. N 1360-I «Об учреждении поста Президента СССР и внесении изменений и дополнений в Конституцию (Основной Закон) СССР» 2011 йыл 13 август архивланған.
  8. Конституция (Основной закон) СССР в редакции от 5 декабря 1936 г. / Глава III. Высшие органы государственной власти Союза Советских Социалистических Республик (ст.ст. 30 - 56). constitution.garant.ru. Дата обращения: 2 март 2019. Архивировано 2 март 2019 года.
  9. Закон СССР от 7.08.1940 года «Об изменении и дополнении статей 13, 23 и 48 Конституции (Основного Закона) СССР» 2020 йыл 16 июнь архивланған.
  10. Закон СССР от 19 марта 1946 года «О количественном составе Президиума Верховного Совета СССР»
  11. Закон СССР от 25 февраля 1947 г. «Об изменении и дополнении текста Конституции (Основного Закона) СССР»
  12. Заседания Верховного Совета СССР: Десятая сессия Верховного Совета СССР 1-го созыва (28 января — 1 февраля 1944 г.). Стенографический отчет.1944. стр.329 2019 йыл 8 июль архивланған.
  13. Закон СССР от 25 декабря 1958 года «О внесении изменений и дополнений в статьи 48 и 83 Конституции (Основного Закона) СССР» 2020 йыл 12 июль архивланған.
  14. Закон СССР от 3 августа 1966 г. N 12-VII «О внесении изменения в статью 48 Конституции (Основного Закона) СССР» 2020 йыл 12 июль архивланған.
  15. Указ ПВС СССР от 21 сентября 1989 г. N 534-I "Об отмене Указа Президиума Верховного Совета СССР от 20 февраля 1978 года «О награждении Генерального секретаря Центрального комитета КПСС, Председателя Президиума Верховного Совета СССР, председателя Совета обороны СССР маршала Советского Союза Брежнева Л. И. орденом Победа» 2021 йыл 3 апрель архивланған.
  16. Закон СССР от 05.09.1991 г. «Об органах государственной власти и управления Союза ССР в переходный период»
  17. Незаметное историческое событие 2021 йыл 8 май архивланған. // «Известия», 19 октября 1991, № 250 (23516)
  18. Государственный архив Российской Федерации Фонды по истории СССР.Путеводитель. Том 3. 1997 2021 йыл 28 ғинуар архивланған.