Банк (итал. banco — эскәмйә, аҡса алыштырыусылар аҡса һала торған урын) — кредит ойошмаһы, аҡса һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән төрлө төрҙәге операцияләр үткәрә, хөкөмәткә, предприятиеларға, граждандарга һ.б. банкларға хеҙмәт күрһәтә. Банкларҙың төп маҡсаты аҡса әйләнешен рациональ ойоштороу, түләүҙәр һәм өҫтәмә ресурстар туплауҙы тәъмин итеү юлы менән иҡтисад үҫешенә булышыу. Баҙар мөнәсәбәттәре үҫеү менән аҡса-кредит өлкәһендә көйләү һәм күҙәтселек итеү өсөн иктисади ихтыяж тыуа. Аҡса эмиссияһынә һәм кредит учреждениеларына күҙәтселек итеүҙе ғәмәлгә ашарыусы үҙәк банкылар шулай барлыҡҡа килә. Улар дәүләт менән иҡтисад араһында аралашыусыға әүерелә. Рәсәйҙә Дәүләт банкы 1860 йылда ойоша.

Банк

Совет осоронда банклар системаһына СССР Дәүләт банкыһы, СССР Төҙөлөш банкыһы һәм СССР Тышҡы сауҙа банкыһы кеүек универсаль кредит учреждениеларе керә. 1990 йылдарҙа ике дәрәжәдәге банкылар системаһы формалаша. Беренсе дәрәжәләгеһе – Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһы (Рәсәй банкы). Ул кредит ойошмалары банкы булып һанала һәм аңа банкноттарҙы монополь эмиссиялаү, аҡса әйләнешен, кредит-банк эшсәнлеген, валюта сфераһын көйләү, дәүләт алтын-валюта резервтарын һаҡлау хоҡуғы һәм вәкәләте бирелә.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Рәсәй банкыһы үҙенең территориаль учреждениелары - вертикаль идарә итеү структураһы булған берҙәм система тәшкил итеүсе Баш идаралар һәм Милли банкларҙан ғибәрәт. Рәсәйҙең икенсе дәрәжәләге банкылар системаһын коммерция банкылары һәм банктыҡы булмаған кредит ойошмалары формалаштыра. Улар эшсәнлегенең төп маҡсаты - табыш алыу. Рәсәй Федерацияһында банкыларҙың ойошторолоуы һәм эшсәнлеге Рәсәй Федерацияһыңың 2002 йылдың 10 июлендәге «Рәсәй Федерациясының Үҙәк банкы (Рәсәй банкыһы) тураһында»ғы һәм 1990 йылдың 13 февралендәге «Банкылар һәм банк эшсәнлеге тураһында»ғы закондарына нигеҙләнә. Банкылар финанс баҙарында күп төр операциялар башҡара торған универсаль кредит учреждениелары булараҡ эш итәләр: төрҙәре һәм ваҡыттарына ҡарап, күп төрлө кредиттар биреү, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм сит ил валюталарын һатып алыу, һатыу һәм һаҡлау; иҫәп-хисап эштәрен ғәмәлгә ашырыу, өсөнсө заттар өсөн гарантиялар һәм яуаплылыҡты уҙ өҫтөнә алыу йөкләмәләре биреү; аралашыулыҡ итеү һәм ышаныснамә аша ышанып эшләү операциялары алып барыу һ.б.ш. Коммерция банкы Рәсәйҙең Үҙәк банкы лицензиясе нигеҙендә эш итә. Банклар теләсә ҡайһы хосуси, дәүләти, ҡатнаш милек формаһында ойошторолорға мөмкин.

Рәсәй Федерацияһыда 2006 йылдың 1 ғинуарына 1356 банк ғәмәлдә була һәм банкыларҙан тыш 53 кредит ойошмаһы эшләй.

  • Антонов Н.Г., Пессель М.Н. Денежное обращение, кредит и банки. М., 1995; Банковская система России. Настольная книга банкира. * Центральный банк России. М., 1995; Банковское дело. М., 1998.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә