Ананьин мәҙәниәте
Ананьин мәҙәниәте — иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте.
Ананьин мәҙәниәте тимер быуат | ||
Бронза айбалта. Ананьин мәҙәниәте. Б. э. т. VII—V бб. ТРММ экспозицияһы | ||
Географик төбәк |
Көньяҡ Урал | |
---|---|---|
Урынлашыуы |
Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел йылғаһы буйы | |
Дәүере |
б.э.т. VIII-б.э. III быуаттар | |
Этник составы |
фин-уғыр халыҡтары | |
Тикшереүселәр |
Л. И. Ашихмина, А. В. Збруева, В. Н. Марков | |
Дауамсылар: | ||
|
Ҡыҫҡаса белешмә
үҙгәртергәБеҙҙең эраға тиклемге VIII б. аҙ. — III б. ҡарай. 1858 й. Ананьин ауылы (Татарстан) янында П. В. Алабин һем И. В. Шишкин асҡан ҡәберлек исеме м-н аталған. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте ҡараған 50-гә яҡын ҡомартҡы асылған, улар Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел йй. бассейн тупланған (Бөрө ҡаласығы, Камышинка ҡаласыҡтары, Кәкрекул ҡаласығы, Ташйылға археологик комплексы, Торатау ҡаласығы, Трикол ҡаласығы, Әнәс ҡаласығы, Юлдаш ҡаласығы, Яңы Ҡабан ҡаласығы һ. б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан һәм тәпәш ур һәм соҡор (1 йәки бер нисә) м-н уратылған ҡаласыҡтарҙан ғибәрәт. Ер өҫтөндә төҙөлгән бүрәнә йорттар (10×5 йәки 12×4) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика түңәрәк төплө, ишелгән бау һыры һәм соҡорло-тешле биҙәк төшөрөлгән туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза кельт балталар, уларҙы ҡойоу өсөн таш ҡалыптар, һөйәк гарпундар, баҡыр ҡармаҡтар, балсыҡ сопло һыныҡтары, шлак табылған.
Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ергә ҡаҙып эшләнгән ҡәберлектәр. Мәйеттәр аяҡтары м-н йылға яғына ҡаратып, төбөнә ағас ҡайыры йәки үлән түшәлгән һай ғына тура мөйөшлө ҡәберҙәргә ерләнгән.
Ананьин мәҙәниәтен өйрәнеүселәр
үҙгәртергә- В. Ф. Генинг
- В. С. Горбунов
- А. В. Збруева
- К. В. Сальников
- А. П. Смирнов
- А. А. Спицын
- А. Х. Халиҡов
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Ананьин мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Археология Южного Урала. Стерлитамак, 1993. (рус.)
- Ашихмина Л. И. Генезис ананьинской культуры в Среднем Прикамье / Сер. препр. «Науч. докл.» : АН СССР, Коми фил. (К VI Междунар. конгр. финно-угроведов) — Сыктывкар: Коми фил. АН СССР, 1985. — 26 с. (рус.)
- Голдина Р. Д. Древняя и средневековая история удмуртского народа. Ижевск, 1999. (рус.)
- Збруева А. В. История населения Прикамья в ананьинскую эпоху. М., 1952. (рус.)
- Иванов В. А. Вооружение и военное дело финно-угров Приуралья в эпоху раннего железа (I тыс. до н. э.-первая половина I тыс. н. э.). М. : Наука, 1984. — 88 с. (рус.)
- Кузьминых С. В. Металлургия Волго-Камья в раннем железном веке: Медь и бронза. — М.: Наука, 1983. — 257 с. (рус.)
- Марков В. Н. Ананьинская проблема (некоторые итоги и задачи её решения) // Памятники древней истории Волго-Камья. Казань, 1994. (рус.)
- Марков В. Н. Нижнее Прикамье в ананьинскую эпоху (Об этнукультурных компонентах ананьинской общности) / Археология евразийских степей. Вып.4. Казань: ИИ АН РТ, 2007. — 136 с. (рус.)
- Халиков А. Х. Волго-Камье в начале эпохи раннего железа. М., 1977. (рус.)
- Чижевский А. А. Погребальные памятники населения Волго-Камья в финале бронзового — раннем железном веках: Предананьинская и ананьинская культурно-исторические области / Археология евразийских степей. Вып. 5. Казань: РИЦ «Школа», 2008. — 172 с. (рус.)