Аманбаев Иркәбай Усман улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының 1-се батареяһында элемтә отделениеһы командиры. Гвардия старш

Аманбаев Иркәбай Усман улы (рус. Аманбаев Иркабай Усманович; 10 май 1922 йыл — 11 август 1977) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының 1-се батареяһында элемтә отделениеһы командиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)[1].

Аманбаев Иркәбай Усман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 10 май 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Әбделнасир, Сиҙәм ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы
Вафат булған көнө 11 август 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Иркәбай Усман улы Аманбаев 1922 йылдың 10 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы) Әбделнасир ауылында тыуған.

1941 йылдың декабрендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия старшинаһы Аманбаев Иркәбай Усман улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының 1-се батареяһында элемтә отделениеһы командиры була[2].

1943 йылдың февралендә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ВЛКСМ ағзаһы Иркәбай Усман улы Аманбаевҡа лайыҡлы награда бирелә.

  Иптәш Аманбаев үҙен абруйлы командир итеп күрһәтте. Васильевка янындағы һуғышта дошман артиллерия-миномёттары һәм пулемёттары уты аҫтында батареяның өҙлөкһөҙ элемтәһен тәьмин итте.

Владимировка һәм Юлино-2 янындағы алыштарҙа, үҙенең отделениеһы менән оборонала тороп, немецтарҙың ике атакаһын кире ҡаҡты. Немецтар, 32 һалдатын юғалтып, сигенергә мәжбүр булды. Юлино-2 янында, уның отделениеһы ике ҡул пулемётынан ут асты, 10 дошман һалдатын юҡ итте, һәм шуның менән батареяларға үҙ частарына сығырға булышлыҡ итте[2].

 

28 мартта «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы бирелеүе тураһында подразделениеның бойороғо раҫлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (март, 1943)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (октябрь, 1943)[1].

Аманбаев Иркәбай Усман улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ның Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 1584

Һылтанмалар

үҙгәртергә