Шимановский Шавель Наумович

Шимановский Шавель Наумович (10 май 1917 йыл — 10 февраль 2005 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1943 йылдан «Башнефть» берекмәһенең өлкән инженеры, 1952 йылдан Ҡалтасы нефть промыслаһы директоры, 1955—1979 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1977). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһының почетлы гражданы (1999)

Шимановский Шавель Наумович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 май 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Горностайполь[d], Горностайпольская волость[d], Радомысльский уезд[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 февраль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Шевель Наумович Шимановский 1917 йылдың 10 майында Киев губернаһының Радомыльск өйәҙе Горностайполь ҡалаһында тыуа. 1943 йылда Мәскәү нефть университетын тамамлай.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң «Башнефть» берекмәһендә эшләй: тәүҙә өлкән инженер була, 1952 йылдан Ҡалтасы нефть промыслаһы директоры, 1955—1979 йылдарҙа — «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы.

Производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын разведкалау һәм эшкәртеү менән бәйле. «Ишембайнефть» идаралығы начальнигы булып эшләгән осоронда Ишембай ҡалаһы инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

2005 йылдың 10 февралендә Ишембай ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Тормош иптәше — Анна Алексеевна. Улы Анатолий, ҡыҙҙары Ольга һәм Наталья[1].

Шимановскийҙар ғаиләһе династияһының «Башнефттә» дөйөм хеҙмәт стажы 200 йылдан ашыу тәшкил итә[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Архивированная копия. Дата обращения: 17 май 2015. Архивировано 30 август 2014 года. 2014 йыл 30 август архивланған.
  2. Архивированная копия. Дата обращения: 17 май 2015. Архивировано 30 август 2014 года. 2014 йыл 30 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә