Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы
Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы (10 май 1913 йыл — 13 ноябрь 1986 йыл) — театр һәм кино артисы. 1948—1986 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Хөсәйен Ҡудашев | |||
Исеме: |
Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | |||
Тыуған урыны: | |||
Вафат ваҡыты: | |||
Вафат урыны: | |||
Һөнәре: |
актёр | ||
Гражданлығы: | |||
Әүҙем йылдары: |
1931—1986 | ||
Театр: | |||
Наградалары: |
|
Бер нисә фильмда, шул иҫәптән «Алтын атлы һыбайлы» фильмында төшә.
Биографияһы
үҙгәртергәХөсәйен Илдархан улы Ҡудашев 1913 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бүздәк[2] ауылында тыуған.
15 йәше лә тулмаған килеш ПВРЗ-ның ФЗУ мәктәбенә уҡырға инә. Йыр, бейеүгә оҫта егеткә иптәштәре һиңә слесарға түгел, артисҡа уҡыр кәрәк булған, тиҙәр. Заводта драмтеатрҙың спектаклен ҡарау уның тормошонда яңы бит аса. Шул көндән үҙе лә һиҙмәҫтән, театрға ылыға башлай. «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйғанда Мәскәү консерваторияһының профессоры Екатерина Анатольевна Милькович та була. Спектаклдән һуң консерваторияның башҡорт бүлегенә уҡырға алыуы тураһында әйтә.
Мәскәүҙә 1955 йылда үткәрелгән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең декадаһында 4 спектаклдә лә уйнай. Ғүмеренең һуңғы осоронда күпте күргән образдарҙы уйнауға нығыраҡ бирелә.
Уйнаған ролдәре
үҙгәртергә- Хәйретдин (Фәтхи Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» пьесаһы)
- Үтәғол ҡарт (Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһы)
- Исмәғил мырҙа (Афзал Таһировтың «Янғура» драмаһы)
- Хәлил («Ғәлиәбаныу» спектакле)
- Һәүбән батыр (Сәғит Мифтаховтың"Аҡбуҙат" либреттоһы)
- Ваһап (Николай Чемберждиҙың «Ҡарлуғас» операһы)
- Эскамильо (Бизеның «Кармен» операһы)
- Приказчик Ғәлимйән (Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһы)
- Илдар (Ғабдулла Әхмәтшиндең «Тальян гармун» драмаһы)
- Бәкер (Ибраһим «Бажалар» комедияһы)
- Фәрхәт(Назим Хикмәт «Мөхәббәт тураһында йыр»)
- Йәғәфәр (Мостай Кәрим «Айгөл иле»)
- Волгин(Ибраһим Абдуллин «Йөрәк менән шаярмайҙар»)
- Иван Коломийцев (Максим Горький «Һуңғылар»)
- Генерал Толубеев (Тамьян Бикмаев «Һуңғы алыш»)
- Зевс (Мостай Кәрим «Ташлама утты, Прометей»)
Уның хаҡында
үҙгәртергә"ТРАМ ойошҡан көндән башлап спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөүсе Фәриҙә Әлембәкова, Бәһиә Вәлиева, Зәйни Ҡорбанғолов, Хөсәйен Ҡудашев кеүек иптәштәрҙән ҡаушап ҡалыуым бер ҙә ғәжәп түгел. Бигерәк тә "Көндәр ҡойолалар" тигән спектаклдә Нурия менән Вәли ролен башҡарыусы Фәриҙә Әлембәкова менән Хөсәйен Ҡудашевтың уйнауҙарына һоҡланып бөтә алманым." Рәғиҙә Янбулатова, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы
"Талант кешенең үҙе менән йөрөй тиҙәр. Хөсәйен дә үҙ таланты менән баҫҡыстан баҫҡысҡа үргә атланы. Бейеккә күтәрелгән һайын, сәхнә лә киңәйгән һымаҡ, йәшлек дәрте лә нурланыбыраҡ балҡыған һымаҡ тойолдо уға." Яҡуп Ҡолмой
"Уның дикцияһы ла ярылып ята, сәхнәлә үҙен ирекле тотоуы менән дә күп актерҙарҙан айырылып тора." "Башҡортостан" гәзите
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Р. Кудашев. Мой отец — Хусаин Кудашев // Ватандаш.
- Яҡуп Ҡолмой «Сәхнәлә үткән ғүмер», Өфө. — 1983
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 май 2023)
Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |