Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты
(Урал дәүләт университеты битенән йүнәлтелде)

«Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 1920 йылда асылған.

«Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты»
юғары һөнәри белем биреү
федераль дәүләт бюджет учреждениеһы
(УрФУ)
Исеме

Уральский федеральный университет имени первого Президента России Б.Н. Ельцина

Халыҡ-ара исеме

Ural Federal University

Элекке исеме

Урал политехник институты, А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты

Девиз

Уйла, эшлә, уңышлы бул! (рус.  Думай, делай, достигай!)

Асылған йылы

1920

Үҙгәртеп ҡоролған

А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты Урал федераль университетына ҡушылды

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

2009 – Урал федераль УГТУ-УПИ,
2011 - присоединение УрГУ к УрФУ

Тип

Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы

Ректор

Кокшаров Виктор Анатольевич

Президент

Набойченко Станислав Степанович

Студенттар

57 000

Сит ил студенттары

1290

Магистратура

3534

Аспирантура

1767

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Екатеринбург

Сайт

http://urfu.ru/

Донъя фән-мәғариф үҙәктәр араһында алдынғы Рәсәй университеттары конкурентлығын күтәреү проектта ҡатнаша [1]. Ошо юл аша өҫтәмә бюджет аҡса ала.

Университеттың институттары һәм и факультеттары

үҙгәртергә

Институттар

үҙгәртергә
  • Иҡтисад һәм менеджмент Юғары Мәктәбе
  • Хәрби-техник белем алыу һәм Именлек институты
  • Сәнғәт һәм гуманитар фәндәр институты
  • Тәбиғәт фәндәре институты
  • Металлургия һәм материалдар институты
  • Математика һәм компьютер фәндәре институты

Факультеттар

үҙгәртергә
  • Радиоэлектроника һәм мәғлүмәт технологиялары
  • Йәмғиәт һәм сәйәсәт фәндәре
  • Эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт идараһы
  • Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт
  • Фундаменталь мәғариф
  • Механика—машиналар эшләү
  • Төҙөлөш
  • Энергетика
  • Физика—технология
  • Химия—технология
  • Өҫтәмә белем биреү һәм һөнәр үҙгәртеү

Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Университетҡа мөнәсәбәтле исемдәр

үҙгәртергә
  • Моисеева Светлана Алексеевна (19.12.1968) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2006), Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Екатеринбургтағы Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһында ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорына арналған. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2012 йылдан башлап «Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Тарихи антропология һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр.[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә