Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы

Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (10 май 1904 йыл — 7 август 1992 йыл) — хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1940 йылдан БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. 1950—1954 йылдарҙа СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы, СССР, РСФСР һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.

Сабир Ваһапов
Сабир Әхмәтйән улы Ваhапов
Сабир Ваһапов
Сабир Ваһапов
Флаг
Флаг
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары
20 апрель 1946 — 9 декабрь 1953
Хөкүмәт башлығы: Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы, Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы
Алдан килеүсе: Игнатьев Семён Денисович
Дауамсы: Игнатьев Семён Денисович
 
Дине: атеизм
Тыуған: 10 май 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Дыуан-Мәсетле ауылы
Үлгән: 7 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (88 йәш)
Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 
Наградалары:
Ленин ордены — 1943 Ленин ордены — 1944 Ленин ордены — 1948 Ленин ордены — 1949
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1972 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945

Биографияһы үҙгәртергә

Сабир Әхмәтйән улы Ваһапов 1904 йылдың 10 майында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.

1936 йылда Свердловск ҡалаһында Сәнәғәт академияһын тамамлаған.

1920—1940 йылдарҙа партия, дәүләт һәм хужалыҡ эштәрендә була. 1930 йылда — Мәсетле районын ойоштороусы.

1940—1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе.

1946—1952 йылдарҙа — ВКП (б)-ның, 1952—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1929—1933 йылдарҙа — Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы.

1946—1954 йылдарҙа — СССР Юғары Советы депутаты. 1950—1954 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.

1951—1955 йылдарҙа — РСФСР һәм БАССР Юғары Советтары депутаты.

1993 йылдың 7 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. руссанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.

Һылтанмалар үҙгәртергә