14 февраль
көнө
(14 Февраль (Шаҡай) битенән йүнәлтелде)
14 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 45-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 320 көн ҡала (кәбисә йылында 321).
14 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 февраль Викимилектә |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.
- Китапхана яратыусылар көнө.
- Бөтә донъя китап бүләк итеү көнө.
- Музыка терапеяһы (тауыш менән дауалау) көнө.
- АҠШ: Компьютерҙы таҙартыу көнө.
- Сомали Судан Иран Ираҡ Катар Оман Сүриә: Атайҙар көнө.
- Финляндия: Дуҫтар көнө.
- Ер: Компьютерсы һәм программист көнө.
- Болгария: Виноград үҫтереүселәр көнө — Трифон Зарезан.
- Украина: Радицион, химик һәм биологик һаҡ ғәскәрҙәре көнө.
- 842 йыл: Француз теленең тыуған көнө: Людовик II Немец һәм Карл II Пеләш Страсбург анттарын роман (иҫке француз) телендә әйтә.
- 1009 йыл: Тәүге тапҡыр тарихи сығанаҡтарҙа (Кведлинбург анналдарында) Литва топонимы телгә алына: миссионер Брунон Бонифаций Русь һәм Литва сигендә үлтерелгән, тиелә.
тулы исемлек
- 1076 йыл: Рим Папаһы Григорий VII Римда Синодта Изге Рим империяһының императоры Генрих IV тәхеттән төшөрөлөүе һәм сиркәүҙән ҡыуылыуы тураһында иғлан итә. Ул быны Генрихтың Сиркәүгә ҡаршы баш күтәреүе, тимәк, король була алмауы менән аңлата.
- 1610 йыл: Смоленск ҡалаһы янында Польша короле һәм Литваның бөйөк кенәзе Сигизмунд III һәм Мәскәү вәкиллеге араһында король улы Владиславтың православиены ҡабул иткәндән һуң рус тәхетенә ултырырға тейешлеге тураһында килешеү төҙөлә. Владислав бер ҡасан да Рәсәй менән идара итмәй, әммә 1634 йылға тиклем батша исемен йөрөтә.
- 1706: Мәскәүҙең төньяҡ ситендә Сухарев манараһы артында Петр I бойороғо менән дарыу үләндәре үҫтереү өсөн Дарыуханасы баҡсаһына нигеҙ һалына. Хәҙер ул — Мәскәү дәүләт университеты биология факультетының ботаника баҡсаһы, Рәсәйҙәге иң тәүге ботаника ғилми учреждениеларының береһе.
- 1721: Тантаналы рәүештә Урыҫ православие сиркәүенең Изге Синоды асыла.
- 1735: Герцог Карл Фридрих Гольштейн-Готторп үҙенең ҡатыны, Петр I ҡыҙы хөрмәтенә Изге Анна ордены булдыра. Рәсәйгә орден герцогтың улы, буласаҡ император Петр III менән күсә, һәм уның менән тәүге тапҡыр батшабикә Елизавета Петровна фельдмаршал Шереметевтың улын бүләкләй.
- 1834: Лионда туҡыусыларҙың дөйөм стачкаһы башлана, уның барышында эшселәрҙең көрәш символы булараҡ тәүге тапҡыр ҡыҙыл байраҡ күтәрелә.
- 1859: Орегон территорияһы АҠШ-тың 42-се штаты итеп иғлан ителә.
- 1876: АҠШ-та Александр Грэхем Белл «телмәрҙе һәм башҡа тауыштарҙы электр тулҡындары ярҙамында телеграф буйынса тапшырыу методын һәм аппаратын» тасуирлаған 174465-се патент ала. Асылда һүҙ телефон тураһында бара.
- 1907: Львов сәнғәт галереяһы асыла.
- 1912: Аризона биләмәһе АҠШ-тың 48-се штаты була.
- 1918: Халыҡ Комиссарҙары Советының «Социалистик Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Флоты тураһында» декреты сыға.
- 1918: Совет Рәсәйе григориан календарына күсә (юлиан календары буйынса 1 февраль).
- 1933: Парижда тәүге «теүәл ваҡыт» телефон хеҙмәте асыла.
- 1937: Мәскәүҙең Горький урамында (әле Тверская) Актёр йорто асыла. Хәҙер ул А. И. Яблочкина исемендәге Үҙәк актёрҙар йорто.
- 1943: Уңышлы хәрби операциялар өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының исеме «16-сы гвардия кавалерия двизияһы» тип үҙгәртелә.
- 1943: Дондағы Ростов фашистарҙан тулыһынса азат ителә.
- 1946: АҠШ армияһының баллистик тикшеренеүҙәр лабораторияһында донъялағы беренсе электрон компьютер ЭНИАК (ENIAC) ҡулланыуға индерелә.
- 1949: Тәүге тапҡыр Израиль парламенты Кнессет йыйыла.
- 1950: Мәскәүҙә СССР һәм ҠХР араһында Дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла (1950 йылдың 11 апреленән 1980 йылдың 11 апреленә тиклем ғәмәлдә була).
- 1956: Мәскәүҙә КПСС-тың ХХ съезы асыла. Ул тәү сиратта Сталиндың шәхес культын фашлау менән билдәлелек ала.
- 1958: Ираҡ короле Фейсал II һәм Иордания короле Хөсәйен Берләштерелгән Ғәрәп Республикаһы барлыҡҡа килеүгә яуап итеп үҙҙәренең ике Хашимит короллеген Ғәрәп Федерацияһына берләштерә.
- 1961: 103-сө химик элемент лоуренсий асыла.
- 1967: Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны дәүләттәре башлыҡтарының Мехиколағы осрашыуында «Латин Америкаһында һәм Кариб бассейнында ядро ҡоралын тыйыу тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
- 1972: «Тени исчезают в полдень» телевизион нәфис фильмының (режиссёрҙары Валерий Усков һәм Владимир Краснопольский) премьераһы була. Һуңғараҡ телесериалдағы «Гляжу в озёра синие» йыры Рәсәйҙең дәүләт гимны варианты итеп тәҡдим ителә.
- 1975: Королева Елизавета II «Австралия граждандарының һәм башҡа кешеләрҙең ҡаҙаныштарын һәм маҡтаулы хеҙмәтен билдәләү маҡсатында» Австралия орденын булдыра.
- 1979: АҠШ-тың Афғанстандағы илсеһе Адольф Дабс аманатҡа алына һәм һуңынан үлтерелә. Был ваҡиға АҠШ-тың Афғанстандағы сәйәсәтен ҡырҡа ҡатыландырыуына килтерә һәм башланған низағтың бер сәбәбе була. 2002 йылға тиклем АҠШ-тың был илдә илсеһе булмай.
- 1988: Рәсәй Фәндәр Академияһының Ленинградтағы китапхана бинаһында янғын сыға. Тәүҙә ут өсөнсө ҡатта урынлашҡан гәзит фондының бер өлөшөн юҡ итә, ә янғын һүндерелгәс, 15 февраль иртәнге бишенсе яртыла 4-се һәм 5-се ҡаттарға ут ҡабына. Китапханаларҙағы янғындар тарихында иң аяуһыҙы була.
- 1990: Ҡояш системаһы сиген үтеп киткән Voyager I тәүге тапҡыр уны «ситтән» фотоға төшөрә.
- 1992: БДБ дәүләт башлыҡтарының Минскиҙағы осрашыуында «Хеҙмәттәшлек нигеҙҙәре тураһында декларация» ҡабул ителә, БДБ-ның Оборона министрҙары советы һәм БДБ-ның Электроэнергетик советы булдырыла.
- 1992: Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1995: Borland Delphi-ҙың тәүге версияһын тәҡдим итә.
- 2005: YouTube хеҙмәте булдырыла.
- 2011: Әхмәтзәки Вәлиди көндәрендә ҡатнашыу өсөн Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) делегацияһы Башҡортостан Республикаһына килә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡадир Даян (1910—19.10.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург. 1936—1941 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1955) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969).
- Әхмәҙиев Әхәт Абдрахман улы (1910—30.09.1989), хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1968 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Совет-фин, Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1965). Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Томансы ауылынан.
- Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы (1925—4.12.2000), төҙөүсе. 1955—1985 йылдарҙа «Уфимтрансстрой» тресы 826-сы төҙөлөш-монтаж поезының балта оҫталары бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шакирова Лиә Закир ҡыҙы (1921—29.07.2015), ғалим-педагог‑методист. 1948—2003 йылдарҙа хәҙерге Ҡазан педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1990 йылдарҙа урыҫ теле кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1961—1963 йылдарҙа Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Татарстан филиалы (Ҡазан) мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1975). РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, ТАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1968), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1976). Ленин ордены кавалеры (1971). Башҡорт теле белгесе Закир Шакировтың ҡыҙы.
- Бикбулатов Наил Вәли улы (1931—18.04.1996), ғалим-этнограф. 1957 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1971 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—1993 йылдарҙа бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1965).
- Абдуллин Миннивасиҡ Ғатаулла улы (1946), ветеран-спортсы, еңел атлет, ғалим-педагог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2001 йылдан — физик культура кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент. СССР-ҙың спорт мастеры (1977). Ике тапҡыр СССР, алты тапҡыр РСФСР чемпионы.
- Ғилманов Александр Йән улы (1961), ғалим-биохимик, клиник лаборатор диагностика табибы. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан — биоорганик һәм клиник химия кафедраһы мөдире, 2003 йылдан БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институтының лаборатор диагностика кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2001).Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Масьянов Иван Иванович (1907—3.03.1969), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Хәмиҙуллина Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы (1917—24.09.1989), китапханасы. 1936—1940 йылдарҙа Дүртөйлө район китапханасыһы, 1945—1973 йылдарҙа — китапхана мөдире. Ленин ордены кавалеры (1967). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Пикунова Габриэль Раймондовна (1927), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, педагог, сәнғәт белгесе. 1950—1953 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы, 1952—1970 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1962—1981 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. 1957 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре, 1966 йылдан — Рәссамдар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Сығышы менән Житомир ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнов Мәхмүт Рәхим улы (1927—4.04.2010), ғалим-педагог, журналист һәм яҙыусы. 1959—1970 йылдарҙа Ҡазанда нәшер ителгән «Совет мәктәбе» журналы редакцияһының бүлек мөдире. 1973—1988 йылдарҙа Ҡазан дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия һәм Татарстан Журналистар союзының Хөсәйен Ямашев исемендәге премияһы лауреаты.
- Минеев Михаил Иванович (1932–16.03.2006), комсомол һәм партия органдары, юғары мәктәп хеҙмәткәре, ғалим-тарихсы. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының беренсе секретары, 1960 йылдан — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы; 1963 йылдан КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты секретары; 1970 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты фән һәм уҡыу йорттары бүлегенең мөдир урынбаҫары; 1981—1997 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректоры. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Моратов Фәрит Хәлим улы (1937), эшсе. 1965—1998 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе быяласыһы. 2-се (1986) һәм 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ахун ауылынан.
- Муллағәлләмова Клара Ярулла ҡыҙы (1937), табип-инфекционист. 1961—1992 йылдарҙа Асҡар үҙәк район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1974—1988 йылдарҙа баш табиптың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары. РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1969), Ленин (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Батырша-Ҡобау ауылынан.
- Хәмиҙуллина Светлана Ғәли ҡыҙы (1937—3.04.2002), музыкант-пианист, педагог, йәмәғәтсе. 1961—1968 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1974—1978 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 1961 йылдан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтының Өфө уҡыу-консультация пункты, 1968 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. 1998—2002 йылдарҙа Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бабичева Клара Михайловна (1942—25.01.1985), металлург, спортсы. Череповец һәм Норильск металлургия комбинаттарының элекке кран машинисы. Саңғы спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1963). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Башбүләк ауылынан.
- Ғимаев Илдар Рәйес улы (1962—16.06.2008), ғалим-хоҡуҡ белгесе-иҡтисадсы, муниципаль хеҙмәткәр, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1996 йылдан Бишбүләк районы хакимиәте башлығы, 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса баш идаралығы начальнигы, 2000 йылдан — Хакимиәт етәксеһе; 2003 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, 2007 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе (1999—2003) һәм дүртенсе (2008—20013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Юридик фәндәр докторы (2005), иҡтисад фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).
- Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы (1962), педагог, методист. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (2004) доцент. Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2016).
- Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (1992), заманса бишалыш менән шөғөллөнеүсе спортсы. 2016 йылда Рио-де-Жанейро ҡалаһында үткән 31-се Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Донъя чемпионы (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡол Ғәли (1183—1236), шағир һәм мәғрифәтсе. Боронғо шиғри ҡомартҡы — «Ҡисса-и-Йософ» әҫәренең авторы. Сығышы менән әйле ырыуынан.
- Ташкин Михаил Александрович (1918—30.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар бригадаһының орудие командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң). 1937—1940 йылдарҙа СССР Дәүләт банкыһының Учалы районы Учалы ауылындағы бүлексәһе хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының Һырт ауылынан.
- Йәнгилдин Әхтәм Хәйретдинович (1943), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957 йылдан Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы эшсеһе, 1961 йылдан тракторсы, 2000—2003 йылдарҙа – агроном. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1979). Сығышы менән ошо райондың Семёновка ауылынан.
- Сологуб Валерий Александрович (1948), төҙөүсе. «Уфажилремстрой» тресының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Андреев Иван Ильич (1953), авиатор. 1999 йылдан «Башаэронавигация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Маджар Сергей Владимирович (1958), рәссам, график, педагог. 2002 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 2007—2010 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1993 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013).
- Жданов Константин Валерьевич (1968), хәрби табип, медицина хеҙмәте полковнигы. С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының кафедра начальнигы. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы (1973), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2007 йылдан башҡорт теле кафедраһы мөдире, 2012 йылдан — башҡорт филологияһы факультеты деканы; 2022 йылдан Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре докторы (2015), профессор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2007).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Крупская Надежда Константиновна (1869—27.02.1939), революционер, дәүләт органдары хеҙмәткәре, педагог. 1898 йылдан РСДРП ағзаһы. 1898 йылда Өфө губернаһына һөргөнгә ебәрелә, 1900—1901 йылдарҙа тимер юл оҫтаханаларындағы социал‑демократик түңәрәктә дәрестәр алып бара, «Искра» гәзитенең терәк пунктына, А. Д. Цюрупа менән берлектә Өфө социал-демократик ойошмаһына етәкселек итә. Лениндың ҡатыны.
- Төхвәт Йәнәби (1894—10.07.1938), журналист, шағир, яҙыусы һәм йәмәғәтсе. 1927—1930 һәм 1932—1937 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең яуаплы мөхәррире. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. совет яҙыусыларының 1‑се Бөтә Союз съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Заһиҙуллин Зариф Шакир улы (1904—4.08.1982), терапевт-ғалим. 1934 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1956 йылдан госпиталь терапеяһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1961), профессор (1962). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1946), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1956). Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1955) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Макаев Ғариф Дәүләт улы (1904—22.01.1981, хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы командиры. Ленин (1951), Ҡыҙыл Байраҡ (1946), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1944) ордены кавалеры.
- Таһир Күсимов (1909—10.05.1986), хәрби хеҙмәткәр, кавалерист, генерал-майор (1969). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1969 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары. РСФСР-ҙың 2-се һәм 3‑сө, Төрөкмән ССР‑ының 4‑се һәм Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Күсем ауылынан.
- Ғиззәтуллина Мәстүрә Зиннәт ҡыҙы (1919—2005), педагог. 1938—1974 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Демидов Николай Иванович (1924—23.06.1989), педагог, партия органдары, матбуғат, ауыл хужалығы һәм мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Хәйбулла районының «Знамя Победы» гәзите мөхәррире, 1954 йылдан партия район комитеты секретары, 1957 йылдан «Маҡан» совхозы директоры, 1959 йылдан КПСС район комитетының 2-се секретары, 1962 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе һәм колхоз-совхоз идаралығы начальнигы, 1964 йылдан Аҡъярҙағы 1-се мәктәп директорының производствоға өйрәтеү буйынса урынбаҫары, 1976—1980 йылдарҙа 2-се мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике (1962, 1964) Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры. Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән Яңы Петровка ауылынан.
- Фәрхетдинов Рәфәғәт Рауил улы (1949), биофизик-ғалим, патофизиолог. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1978 йылдан — өлкән, 1989 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2010 йылдан — үҙәк фәнни тикшеренеү лабораторияһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ивлиев Владимир Михайлович (1959), инженер-металлург. Силәбе өлкәһе Магнитогорск металлургия комбинатының ҡорос иретеүсеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы. Г. И. Носов исемендәге премия лауреаты.
- Азамат Тимеров (1969), йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006), төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1825: Ҡәйүм Насыри, татар мәғрифәтсеһе.
- 1855: Всеволод Гаршин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1870: Фёдор Крюков, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1915: Мария Мордасова, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1981), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987).
- 1935: Григорий Виеру, СССР һәм Молдавия шағиры, йыр текстары авторы. Молдованың халыҡ яҙыусыһы (1992).
- 1779: Джеймс Кук, Бөйөк Британия диңгеҙ сәйәхәтсеһе, донъя тирәләй ойошторолған экспедиция етәксеһе.