Абдуллин Миннивасиҡ Ғатаулла улы

Абдуллин Миннивасиҡ Ғатаулла улы (14 февраль 1946 йыл) — ветеран-спортсы, еңел атлет, ғалим-педагог. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2001 йылдан — физик культура кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент. СССР-ҙың спорт мастеры (1977). Ике тапҡыр СССР, алты тапҡыр РСФСР чемпионы.

Абдуллин Миннивасиҡ Ғатаулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 февраль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры

Биографияһы үҙгәртергә

Миннивасиҡ Ғатаулла улы Абдуллин 1946 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылында тыуған.

1977 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Дәүләт физик культура институтын тамамлай.

Спорт үҙгәртергә

Профессиональ спорт менән 1970 йылда, Өфөлә, Гастелло исемендәге спорт клубында шөғөлләнә башлай. 1970 йылда — спорт мастерына кандидат, бер йылдан һуң спорт мастеры нормаларын үтәй (1977 йылда тапшырыла). БАССР буйынса өс рекорд ҡуя (1 500, 3000 һәм 5000 метрға йүгереүҙә).

Юғары мәктәп үҙгәртергә

1991 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, доцент. 2001 йылдан — физик культура кафедраһы мөдире, БДПУ-ның Ғилми советы ағзаһы, еңел атлетика буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы консультанты.

Библиография, ғилми эштәре үҙгәртергә

  • Бег — моя жизнь / М. Г. Абдуллин; [Лит. запись В. Н. Голова], 115,[2] с. портр. 17 см, Уфа: Башк. кн. изд-во 1988
  • Комплексная программа по профилактике здоровья детей дошкольного и школьного возраста : Метод. пособие / Л. М. Аллакаева, М. Г. Абдуллин ; Башк. ин-т развития образования, 33 с. ил. 21 см, [2-е изд., стер.] Уфа? Изд-во БИРО 1998

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1975)
  • «СССР-ҙың спорт мастеры» (1977)
  • «БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» (1999)
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (1977)
  • «БР-ҙың күренекле спортсыһы» билдәһе (1999).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә