Ташкин Михаил Александрович
Михаил АлександровичТашкин (14 февраль 1918 йыл — 30 апрель 1945 йыл) — 31-се тау- уҡсылар бригадаһының расчет командиры (4-се Украина фронтының 38-се армияһы), өлкән сержант, Советтар Союзы Геройы.
Ташкин Михаил Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 февраль 1918 |
Тыуған урыны | Сыртинский[d], Ҡыҙыл районы, СССР |
Вафат булған көнө | 30 апрель 1945 (27 йәш) |
Вафат булған урыны | Чехия |
Ерләнгән урыны | Чехия |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Александрович Ташкин[1] 1918 йылдың 14 февралендә Сыртинка ҡасабаһында хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында тыуа.
Ата-әсәһе Александр Федорович менән Антонина Ивановна — колхозсы. Ташкиндар ғаиләһендә 8 бала — биш ул һәм өс ҡыҙ була. Ҙур хужалыҡ тоталар. Граждандар һуғышынан һуң уларҙың ғаиләһе һөрөлә.
Раскулачиваниенын һуң ғаилә өлкәнең Пласт ҡалаһына күсенә. Бында Михаил Александрович 7 класс тамамлай. Атаһы вафат булғас, әсәһе балалары менән Учалы ҡалаһына күсенә. Михаил бухгалтер булып эшкә урынлаша.
1940 йылда Башҡорт АССР-ы Учалы райвоенкоматынан хәрби хеҙмәткә алына. Һуғышты М. Ташкин кесе командир-артиллеристар мәктәбе курсанты булып ҡаршылай.
1941 йылдың 27 июнендә Михаилға кесе сержант званиеһы бирелә. Өс көндән һуң ул тау-уҡсылар бригадаһы дивизионында 76 миллиметрлы пушка төҙәүсеһе булып, фашистарҙың Кандалашкаға юлын быуып ора. Һуғыштың икенсе айы аҙағында ул орудие расчеты командиры итеп тәғәйенләнә.
1942 йылдың яҙында Михаил Мурманск һәм Кандалакша ҡалалары өсөн барған алыштарҙа ҡатнаша. Шунда яралана. Мурманск ҡалаһы йүнәлешендәге һуғышта икенсе тапҡыр яралана. Был ваҡытҡа уға өлкән сержант званиеһы бирелә, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә.
Орудие командиры Ташкин Чехословакияны азат иткәндә айырыусы батырлыҡ күрһәтә һәм шунда һәләк була[2][3].
Алыштарҙа һәләк булған ун биш хәрби дуҫы менән бергә Глучин (Чехия) ҡалаһында ерләнә[4].
Батырлығы
үҙгәртергә«1945 йылдың 2 апрелендә беҙҙең һалдат һәм офицерҙарҙың бәләкәй төркөмө Одер аша сыға, тар участкала плацдарм яулай. Дошман, танкылар һәм үҙйөрөшлө орудиелар файҙаланып, контрһөжүмгә күсә. Беҙҙең десант тура төҙәп атыусы орудиеға мохтажлыҡ кисерә. М. А. Ташкин туҡтауһыҙ яуған ут аҫтында үҙе эшләгән һалда Одерҙы йөҙөп сыға, пушканы бора һәм өс контрһөжүмде кире ҡаға, һигеҙ немец танкыһын юҡ итә. Ташкиндыъ пушкаһы кисеүҙе ҡаплап тора һәм Одер аша тотош батареяның һәм автоматсыларҙың яңы көсө сығыуын тәьмин итә.
Яуланған плацдармда алыш ун көн дауам итә. Совет яугирҙары утыҙҙан ашыу контрһөжүмде кире ҡаға. Михаил Ташкиндың ғына артиллерия расчеты өс танкыһын яндыра һәм плацдармды киңәйтеүҙе тәьмин итә»[2].
СССР-ҙың Юғары советы президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указына ярашлы, Михаил александрович Ташкинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (15.05.1946)[2];
- Ленин ордены (15.05.1946);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.12.1944)[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.12.1944)[6];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.09.1944)[7];
- III дәрәжә Дан ордены (20.05.1945)[8];
- миҙалдар;
- «Яҡшы артиллерист» билдәһе.
Хәтер
үҙгәртергәСыртинка ҡасабаһында уның йәшәгән йорто эргәһенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһында геройға бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ BASHvest - First electronic newspaper of the Republic of Bashkortostan . Дата обращения: 8 март 2013. Архивировано 21 февраль 2014 года. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 47, л. 174—176).
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 7265, л. 2, 27, 28).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 6715, л. 1, 8, 9).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 6710, л. 1, 14, 15).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 687572, д. 2133, л. 3, 36, 37).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ташкин Михаил Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ташкин Михаил Александрович . «Герои страны» сайты.
- Учалы Дорога Славы: Михаил Александрович Ташкин.