Катар
Ка́тар, Катар дәүләте (ғәр. دولة قطر Да́влат Ка́тар) — Яҡын Көнсығышта Ғәрәбстан ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт (әмирлек). Көньяҡ тан Сәғүд Ғәрәбстаны менән сиктәш, башҡа яҡтан Фарсы ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Төньяк-көнбайышта Бәхрейн утрауҙары , көньяҡ-көнсығышта – Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге менән диңгеҙ сиге бар. Баш ҡалаһы — Доха ҡалаһы.
| |||||
Гимн: «As Salam al Amiri» | |||||
![]() | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 3 сентябрь 1971 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Доха | ||||
Идара итеү төрө | Абсолют монархия | ||||
Эмир | Хамад бин Халифа аль-Тани | ||||
Дәүләт дине | ислам (сөнниселәр) | ||||
Территория • Бөтәһе |
158 11 586 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
1 699 435[1] чел. (147) 146,7 чел./км² | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,831 (37 урын) | ||||
Валюта | катар риалы (QAR) | ||||
Интернет-домен | .qa | ||||
Код ISO | QA | ||||
МОК коды | QAT | ||||
Телефон коды | +974 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Катар – донъялағы иң бай илдәрҙең береһе, Халыҡ-ара валюта фонда тикшереүҙәре буйынса эске тулайым продукт күрһәткесе буйынса был ил лидерҙар рәтендә.
Катар — тәбиғи газ запасы буйынса 3-сө, тәбиғи газ эспортлау буйынса 6-сы урында, щулай уҡ нефть һәм нефть продукттарын экспорлау буйынса 21-се урында тора. Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһына инә.
ТәбиғәтеҮҙгәртергә
Ил сүллектә урынлашҡан. Төньяғында һирәк кенә оазистары булған ҡомло тигеҙлек; урта өлөшөндә ташлы сүллек, тоҙло тупраҡлы урындары бар; көньяғын ҡом тауҙары биләп алған. Климат ҡоро континенталь тропик. Йәйен температура йыш ҡына 50 °C-ҡа күтәрелә. Ярымутрау һыуға бик ярлы. Даими йылғалар юҡ. Эсәр һыу диңгеҙ ҙыуын сөсөләндереү юлы менән алына. Ер аҫтындағы сөсө һыуҙар төньяҡ өлөшөндә ята. Хайуандар донъяһы бик ярлы, күберәк һөйрәлеүселәр һәм кимереүселәр.
ТарихыҮҙгәртергә
VII быуаттан Ғәрәп хәлифәте бойондороҡлоғанда тора. XIII-XIV быуаттарҙа Бахрейн әмирлеге бойондороҡлоғонда; XVI быуаттар — португалдар, һуңынан Ғосман империяһында. 1916—1971 йылдарҙа британ протекторатына бойһона. Катар «Аль-Джазира» телеканалы аша бөтө донъяла, “асыҡ” ғәрәп йәмғиәте булып, танылау ала. Аҡса берәмеге – Катар риалы. Милли байрамы – 18 декабрь (Бойондороҡһоҙлоҡ көнө). Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттә.
2003 йылдың 29 апрелендә ҡабул ителгән конституцияға ярашлы Катар дәүләте абсолют монархия булып тора.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |