Ҡол Ғәли
Ҡол Ғәли (татар. Кол Гали, Qol Ğəli, cыу. Кул Али; 1183—1236 йылдар) — Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтарҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп үлемһеҙ ижад иткән боронғо ҡомартҡы — «Ҡисса-и Йософ» («Йософ китабы»ның) авторы. Сығышы буйынса башҡорттарҙың әйле ырыуынан[1][2] булған, Волга буйы Болғарының Бүләр (Биләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһын 1233 йылда яҙған.
Ҡол Ғәли | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Жанр: |
поэма |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биография
үҙгәртергәҠол Ғәли — башҡорттар һәм татарҙар араһында телдән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә киң таралған, күп быуаттар буйы быуындан быуынға, ҡулдан ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан Ҡазан типографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны — «Ҡисса-и Йософ» әҫәренең (йәиһә «Йософ китабы», «Йософ үә Зөләйха») авторы. Ҡол Ғәли — боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, әйле ырыуы башҡорто. Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың XVIII быуат аҙағында — XIX быуат баштарында яҙылған «Тәуарихе Болғариә» тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Тажетдин Ялсығолов, әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. «Тәуарихе Болғариә»гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897 йыл) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев «Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе» тигән исем аҫтында үҙенең атаҡлы «Йәдкәр» тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны «Йәдкәр»ҙең 1984 йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ. Иң әүәл — әйле башҡорттарының Ҡол Ғәлигә тиклемге быуындарының ил башы, башҡорт ханы Иштәктән (йәиһә Истәктән) башланған өлөшөн күрһәтәйек: Иштәк — (уның улы) Бәкатун — Әйле — Туҡый хан — Айҙар хан —Сәйет хан — Әмир хан — Солтанморат хан — Сәлим хан — Илһам хан —Ғабдулла хан — Ғәлим бәк — Мирхажи — Ҡол Ғәли. Шәжәрәнең был өлөшөнән күренеүенсә, Ҡол Ғәлиҙең ата-бабаларының Туҡый хандан алып Ғәлим бәккә тиклем туғыҙ быуыны Болғар дәүләтендә арҙаҡлы хандар династияһын билдәләй. «Нәсәбнамә»лә боронғо Иштәк хан тураһындағы мәғлүмәттәр иғтибарҙы йәлеп итә:
|
Бер ыңғай әйтеп китәйек: Иштәктең «суҡ улдары», йәғни ете улының исемдәре һәммәһе лә башҡорттоң киң билдәле ырыу-ҡәбилә атамалары менән тап килә. Шул ете улдың бишенсеһе Сарт тип аталыуы иһә айырым бер әһәмиәткә эйә. Сөнки башҡорт араһындағы һарттарҙы тарихсы һәм этнографтарҙың, исеменең һәм элек йәшәгән ерҙәренең уртаҡлығына ҡарап, үзбәктәр менән бутап йөрөтөүҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға мөмкинлек бирә. Шәжәрә буйынса, Иштәктең төп йорто Аму даръяһында булып, уның улдары Уралда мәҡам тотмоштар, һарт башҡорттары иһә, Урта Азияла ҡалып, үзбәк менән аралашып, һуңғы быуаттарҙа Уралға, үҙ туғандары араһына килеп һыйынған булып сыға. Тимәк, артабан һарт тигәндә, башҡорттоң үҙенең һарт тигән ырыуы тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Әйле ҡәүемен Иштәктең дүртенсе улы Бәкатундан тыуған Әйле башлап ебәргән, тип күрһәтелә. «…Әйле. Атаһы (Бәкатун) йортонда, Миәс даръяһында, атаһы урынында илле йыл шаһ булып, туҡһан йыл ғүмере булып, Миәс даръяһында дәфен булынмыш»[4]. Ҡол Ғәлиҙең үҙе һәм үҙенән һуңғы нәҫел-нәсәплек ебе тураһында түбәндәгеләр билгеле. Ҡол Ғәлиҙең атаһы Мирхажи, уның атаһы Ғәлим бәк, уның атаһы Ғабдулла хан булған. Ғабдулла хан Болғарҙа илле йыл ханлыҡ ҡылған. Әммә Ғәлим бәк заманында ханлыҡ һәләкәткә осрай. Болғар дәүләтен татар-монгол яуы баҫып ала. Ғәлим бәк тә, уның улы Мирхажи ҙа Кәшан ҡалаһында береһе мөҙәрис, икенсеһе имам булып тора. Вафаты — ул замандың Башҡорт йортона ҡараған Зәй тамағында. «…Ҡол Ғәли. Харәзмдә ҡырҡ биш йыл мөҙәрис булып, Ҡытай ғәскәренән ҡасып Үргәнескә килеп, унан Ҡырғыҙға, унан атай йортона, Зәй тамағына килеп, …Бүләр ҡалаһын бина ҡылмыштар»[5].
Ҡол Ғәлиҙән Тажетдин Ялсығоловҡа тиклемге быуындар: Ҡол Ғәли. Уның улы Мирғәли («Үргәнестә мөҙәрис булмыш, шунда вафат»), Мирғәлиҙең улы Миршәриф («Үргәнестә үә Хиуала алтмыш йыл мөҙәрис булып, Хиуала вафат булды»). Уның улы Мирсәйет («дәүерендә унан ғалим һәм фазил әҙәм булманы, һис бер фән ҡалманы, һәр беренә бер хашийә әйтте»[6]. Уның улы Нурсәйет («Үргәнес, Хиуа үә Ҡонғратҡа егерме өс йыл хан булып, ҡыҙылбаштар[7] шаһы Наҙир шаһтың улдары үлтерҙеләр»). …Сәйҙәш ибн Нурсәйет («Әй һыуының башында, Сәйҙәш тигән түбәлә, йорт яһап, ханлыҡ тотто, башҡорт хандары үлтерҙеләр»). «Сәйҙәштең бер улы Ҡоштаймаҫ. Бынан Ҡоштаймаҫ әйлеһе булалыр.
Тенеш (Тыныш). Бының ике улы: Көҙөй, Ҡошсо. Былар дәхи[8] башҡорт хандары. Көҙөй. Бынан Өфө өйәҙе көҙөй әйле башҡорттары». Артабан: Яныш — Бабыш — Үлмәҫ хажи ибн Бабыш — Ғәбдерахман хажи — Ялынбай мулла — Ҡотлобулат мулла — Ейәнсура — Йәнтимер — Мәметҡол — Ялсығол хажи. «Хәҙрәт Тажетдин бин хажи Ялсығол. „Ҫөбәтел ғажизин“ исемле китапҡа „Рисаләи Ғәзизә“ намында шәрех яҙмыш. Башҡорт йортонда дәстгир[9] китаптыр».
Тажетдин Ялсығолов үҙ ырыуының, йәғни әйле башҡорттарының нәсәбнамәһен ошондай һүҙҙәр менән тамамлай: «Беҙ ижтиһадыбыҙҙы сарыф әйләп, Әҙәм ғәләйһум заманынан алып был заманғаса тамам, һикһән бишенсе баба беҙ булдыҡ. Әй уландарым, һеҙ һәм яҙығыҙ!»[10] Ҡол Ғәли, тимәк, башҡорттоң кешелек донъяһында меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән ырыу тармағының затлы уҡымышлылар һәм арҙаҡлы хандар династияһының бөйөк бер вәкиле. «Ҡисса-и Йософ» дастаны — башҡорт, даһийының төрки халыҡтар һәм, ғөмүмән, Шәреҡ рухи мәҙәниәте үҫешенә индергән үлемһеҙ әҫәре. Поэма 1212—1233 йылдар эсендә яҙылып, Урал-Волга буйҙарын татар-монголдар баҫып алыр алдынан (1236 йыл) тамамланған, тип фараз ителә. Авторҙың 45 йыл Хәрәзмдә мөҙәрис булып тороуы, яу ваҡытында ҡырғыҙҙарға ҡасып, аҙаҡ ата йортона — Зәй тамағына ҡайтыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, ул йәшәгән дәүерҙәге башҡа ҡайһы бер исемдәр, ваҡиғалар менән сағыштырып ҡарағанда уның, тыуған ваҡыты 1174 йылдан алдараҡ булырға мөмкин тигән фараз[11] ышаныслыраҡ күренә. «Ҡисса-и Йософ» поэмаһы — башҡорт, татарҙар араһында бөгөнгө көндә лә иң танылған әҫәрҙәрҙең береһе. Ҡол Ғәли 1236 йылда монгол яуында Бүләр (Биләр)[12] ҡалаһында вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кул Гали в Краткой энциклопедии Башкортостана 2013 йыл 6 ноябрь архивланған.
- ↑ Р. Г. Кузеев Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. М.Наука, 1974.
- ↑ Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. Өфө, 1984. 229-сы бит.
- ↑ Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. 230-сы бит.
- ↑ Күрһәтелгән хеҙмәт. 231-се бит.
- ↑ Хашийә әйтте — аңлатма бирҙе.
- ↑ Ҡыҙылбаштар — фарсылар.
- ↑ Дәхи — йәнә, тағы.
- ↑ Дәстгир — ҡулдан төшөрелмәй уҡылған.
- ↑ Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. 233-сө бит.
- ↑ Хусаинов Г. Б. Поэма «Кисса-и-Йусуф» Кул Гали: Поэтика. Проблематика. Язык произведения. Отв. ред. Р. 3. Шакуров. Уфа, 1988, 8-9-сы биттәр.
- ↑ Кул Гали
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кул Гали. Кыйссаи Йосыф. Поэма. Казан, 1983;
- Ҡол Ғәли. Ҡисса-и Йософ, Өфө, 1993.
- Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. — Өфө, 1965. — 190—197-се биттәр;
- Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. — Өфө, 1984. — 229—232-се биттәр;
- Хусаинов Г. Б. Поэма «Кисса-и Йусуф» Кул Гали: Поэтика. Проблематика. Язык произведения. Отв. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1988. 124-се бит;
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. Өфө,1991. 98—127-се һ. б. биттәр;
- Кул Гали // Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хөсәйенов Ғ. Б. Ҡол Ғәли // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ҡомартҡы сайтында(недоступная ссылка)
- Кул Гали(недоступная ссылка)
- Памятник булгарскому поэту Кул Гали откроют в парке Тысячелетия Казани 2009 йыл 31 июль архивланған.
- Арҙаҡлы башҡорттар 2014 йыл 21 февраль архивланған.