Маджар Сергей Владимирович

Маджар Сергей Владимирович (14 февраль 1958 йыл) — рәссам, график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013).

Маджар Сергей Владимирович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (66 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Владимирович Маджар[1] 1958 йылдың 14 февралендә Өфөлә тыуған. Атаһы геолог, әсәһе хәрби заводта технолог булып эшләгән. Ғаилә «Дим» станцияһында йәшәгән.

Өфө ҡалаһында 2-се педагогия училищеһында уҡый, 1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-график факультетын тамамлай (педагогтары Ғәббәсов Ә. Ғ., Рындин, Фенин һ. б.) Рәссамдың диплом эше булып Шарль де Костерҙың «Легенда об Уленшпигеле и Ламме Гудзаке» романына график эштәр серияһы була. («Детство Тиля», «Дуэль», «Аист», «Не ревнуй, голубка Неле», «Ночь после казни Клааса» офорттары). Ике йыл армияла хеҙмәт итә.

Эш урыны: 1983 йылдан 1993 йылға тиклем Башҡортостан китап нәшриәтендә иллюстратор булып эшләй, унда "Легенда об Уленшпигеле…"китабына иллюстрациялар эшләй"; 1978 й., «Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр һәм легендалар» 2 том. И. А. Крылов. Баснялар, 1984 й., Гюго «Гаврош», 1988 й. һ.б. 1992—1994 йылдарҙа . — «Светлячок» журналы рәссамы, 2002 йылдан алып Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, 2007 йылдан алып Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта.

90-сы йылдар уртаһынан баҫма графика, рәсем сәнғәте (пейзаж, портрет, натюрморт, жанрҙар күренеше) менән шөғөлләнә.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм Артклубта уҡыта.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында (Өфө), Өфө художество галереяһында, «Мираҫ» (Өфө), «Лимузин» (Өфө) галереяларында, Нефтекама «Мираҫ» картиналар галереяһында, шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

С. Маджар флейтала уйнай, трактаттар яҙа.

Ғаиләһе: ҡатыны, ҡыҙы Полина[2].

Эштәре үҙгәртергә

«Алтын шарҙар», 1994; «Муйыл менән натюрморт», 2003. Ш.Костерҙың «Тиль Уленшпигель» романына («Детство») иллюстрациялар серияһы (1980) — «Аист», «Ревность», «Нелле» офорттары һ. б.

Э. Л. Войничтың «Овод» китабына иллюстрациялар, «Гаврошу», В. Гюго, «Сказки для Горчичников» Ж. Б. Веркора — «Тристан»; «Охота на кабана», Исландские саги (« Один пронзенный копьем», «Жертвоприношение Одина»). «Последнее путешествие Бьярни Гримольвсона»,"Эрика Рыжий" сагаһына иллюстрациялар.

«Из истории свиней с деньгами» (1979), «Яблоня», «Аист» 1980 (1980), «Петер Мунк у стеклянного человечка», «Христос-отрок, или чудо с жаворонками», «И ныне, и присно.», «Иоанн Предтеча». Линогравюра «Памяти Дюрера» (1981). «Этюд в багровых тонах» офорттары

«Пионы», «Золотые шары», «Мать-и-мачеха», «Сирень», «Подснежники», «Черемуха» натюрморттары. Автопортреттар.

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

Маджар Сергей Владимирович 1972 йылдан республика (1995, 1997, 2003, 2004, 2013), зона, төбәк, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил (1998 йыл) күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй Мәскәү күргәҙмәһе (1980).

Рәссамдың персональ күргәҙмәһе Өфөлә 1995, 1997, 2003, 2004 йылдарҙа үтә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Уральская триеннале станковой печатной графики: каталог /авт. сост. И. Н. Оськина. Уфа, 1999;
  • Леонидова Т. Л. Однажды…: 25 сюжетов о художниках. М., 2003.
  • Кульбарисов Х. Линия Маджара //Рампа. — Уфа, 2013, № 3(233).
  • Речкалова. Равный самому себе. //Вечерняя Уфа, 1990.
  • Веллер М. Песнь торжествующего плебея. М., 2007.
  • Калитов Г. Г. Башкирская школа живописи. История. — Уфа, 2011.
  • Капкаева И. Личное мнение. //Вечерняя Уфа, 2004.
  • Голов В. Рыцарь первого Снега. //Вечерняя Уфа,1997.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://img-fotki.yandex.ru/get/4307/alocvet.5c/0_3dbbb_69ca175d_orig
  2. г. Уфа. Художница П. Маджар (недоступная ссылка — история). Проверено 19 марта 2015. Архивировано 3 апреля 2015 года.