Шакиров Закир Шакир улы

телсе, педагог
(Закир Шакиров битенән йүнәлтелде)

Шакиров Закир Шакир улы (Мөхәмәтзакир Мөхәмәтшакир улы; 3 ноябрь 1881 йыл — 3 декабрь 1968 йыл) — күренекле башҡорт телсеһе, мәғрифәтсе-педагог. Хеҙмәт Геройы (1928), Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) ордендары кавалеры. Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944).

Закир Шакир улы Шакиров
Шакиров Закир Шакир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 3 ноябрь 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡарасайылға, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме
Эш урыны Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Башҡорт дәүләт медицина институты
Уҡыу йорто Мөхәмәҙиә
А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү дәүләт халыҡ университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Закир Шакир улы Шакиров 1881 йылдың 3 ноябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Мәскәү улусы[2] Ҡарасайылға ауылында тыуған. Милләте башҡорт[3].

Атаһы — Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйән улы (1854—?), милләте буйынса башҡорт, 1880 йылда Ҡотлояр ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы) Ҡарасайылға ауылына уҡытыусы һәм мулла булып килә. Әсәһе — Ғәлимә Нурмөхәмәт ҡыҙы Вәлидова (1868—?) Ҡарасайылға ауылында тыуған. Ғаиләлә 8 малай һәм 1 ҡыҙ үҫкән[4].

Тәүге белемде атаһы уҡытҡан Ҡарасайылға рус-башҡорт мәктәбендә ала, география, тарих, арифметика фәндәрен, төрки грамматикаһын, рус һәм ғәрәп телдәрен өйрәнә, Ҡөрьән һәм башҡа дини китаптарҙы уҡый[4]. 1895—1897 йылдарҙа Рәсмәкәй йәдитселек мәҙрәсәһендә белем ала[5].

1898 йылдың сентябрендә Ҡазан ҡалаһында «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға килә. Бында ғәрәп, төрөк һәм фарсы телдәрен, географияны, ғөмуми тарихты, тел ғилемен, педагогиканы, математиканы өйрәнә. Тарих, география, фәлсәфә тарихы, сәйәси экономия, педагогика буйынса китаптар менән таныша. Ҡазанда Ҡәйүм Насыри, Николай Катанов, Ғүмәр Ҡыуатов, Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафури, Зариф Бәшири менән осраша, улар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булған[6][5][7]. 1902 йылда мәҙрәсәлә уҡыуҙы тамамлай[8].

1903—1904 йылдарҙа ауыл мәҙрәсәһендә арифметика һәм география буйынса дәрестәр бирә. 1906—1907 йылдарҙа Пенза губернаһы Инсар өйәҙе Ғайса (Иса) ауылында мөғәлимлек итә[9]. 1907—1908 йылдарҙа «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә географияны, тарихты, татар һәм төрөк телдәрен уҡыта. «Әл-Ислах» гәзитендә «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡыуҙың хәле тураһында мәҡәлә, 1908 йылда «Баянул хаҡ» гәзитендә типтәрҙәрҙең этнографияһына бағышланған «Өфө губернаһы типтәрҙәре, кемдәр улар?» мәҡәләһен баҫтыра. 1909 йылда «Мохтасар дәреслек рәсемле география» («География буйынса рәсемле ҡыҫҡаса дәреслек») тигән ғөмуми георгафияға арналған дәреслеге нәшер ителә[5].

1909—1912 йылдарҙа Ҡазанда Халыҡ мәғарифы министрлығының татар балалары өсөн рус мәктәбендә уҡыта[9]. 1912—1915 йылдарҙа А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университетының тарих-фәлсәфә факультетында уҡый, бер үк ваҡытта тел ғилеме, тәрбиә мәсьәләләре, китапхана эше буйынса курстарға йөрөй. 1915 йылда матди ауырлыҡтар арҡаһында университетта уҡыуҙы ташларға мәжбүр була[5].

1915—1917 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Өфө губернаһы земство идаралығының мәғариф бүлегендә милли мәктәптәр инспекторы һәм мөдир ярҙамсыһы булып эшләй. 1914 йылда «әл-Әҙәп» журналында «Уҡытыусы — ул тәрбиәсе лә» мәҡәлә булып сыҡҡан хеҙмәтен 1917 йылда айырым китап («Төрөк-татар халыҡтарында бала тәрбиәһе») булып сыға. Шулай уҡ 1917 йылда Өфө губернаһы географияһына арнлаған «Өфө вилайәте географияһы» китабын нәшер итә. Был осорҙа башҡорт тел ғилемен өйрәнә башлай, һүҙлектәр, әҙәби әҫәрҙәр каталогын төҙөй, диалект һүҙҙәрҙе йыйыу менән шөғөлләнә[5].

1917 йылдан 3 йыллыҡ мосолмандар педагогия курстарында уҡыта. Өфө губернаһы земство идаралығының Башҡорт уҡытыусылар семинарияһын, татар-башҡорт гимназияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уларҙа уҡытыусы, директор булып эшләй. Өфөлә ололар өсөн гимназия ойоштороуҙың инициаторы була[5][10].

1919—1930 йылдарҙа 2-се һанлы берҙәм хеҙмәт мәктәбе мөдире булып эшләй[8]. Бер үк ваҡытта, 1919—1921 йылдарҙа Көнсығыш халыҡтары (1921 йылдың февраленән — Көньяҡ Урал буйы) музейының мөдире вазифаһын үтәй[11]. Был осорҙа Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте эшендә, экспедицияларында әүҙем ҡатнаша, «Башҡорт аймағы» журналында ғәрәп графикаһы нигеҙендә айырым башҡорт яҙыуын булдырыу мәсьәләләре буйынса фәнни мәҡәләләр яҙа[12]. «Мәхмүд әл-Ҡашғариның „Китаби дивану лөғат әт-төрк“ исемле әсәре», «Тюркологияның хәҙерге хәле, киләсәктә үҫтереү юлдары», «Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, башҡорттар һәм татарҙар үҙҙәре нимәләр эшләгәндәр?», «Төньяҡ Монголия» һ.б. фәнни мәҡәләләрен баҫтыра. Яңы башҡорт алфавиты комитетында эшләй. 1926 йылда Баҡыла төркиәтселәр съезында ҡатнаша[5].

1920—1956 йылдарҙа (өҙлөктәр менән) К. А. Тимирязов исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй, 1931—1951 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының мөдире була[8]. Башҡорт, ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телдәрҙе уҡыта[12]. 1944 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте аспирантураһы асыуға ирешә, уның тәүге аспиранттарын (Х. Ш. Зиннәтуллина, Б. М. Мәғәсүмова) әҙерләй[13].

1924 йылда урыҫтар өсөн «Уроки башкирского языка» (авторҙашы — Шәриф Сураев), ә 1926 йылда «Практический учебник башкирского языка для русских» дәреслектәрен сығара. Артабан уның ҡатнашлығында башланғыс мәктәптең 2-се синыф өсөн (1931), юғары типтағы уҡыу йорттары өсөн (1932), тулы булмаған урта мәктәптең 5-се синыфы өсөн (1933), тулы булмаған урта мәктәптең 6-сы синыфы өсөн (1934), ололар өсөн (1934), етәкселек иткән партия, совет хеҙмәткәрҙәре өсөн (1941) һәм башҡа дәреслектәр нәшер ителә. Рус-башҡорт ботаника терминологик һүҙлеген (1932), химия буйынса һүҙлекте (1932), математика буйынса һүҙлекте (1932), лингвистик терминдар һүҙлеген (1935), беренсе академик рус-башҡорт һүҙлеген (1948) төҙөүҙә ҡатнаша. Мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев биографияһын өйрәнә һәм 1947 йылда «Октябрь» журналында «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ҡыҫҡаса биографияһы» мәҡәләһен баҫтырып сығара[5].

Бер үк ваҡытта, 1932—1941 йылдарҙа — Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшеренеү институтында, 1933—1934 йылдарҙа — Башҡортостан халыҡ мәғарифы кадрҙары квалификацияһын күтәреү институтында эшләй[8].

1928—1932 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы тарафынан ойошторолған халыҡ ижадын, башҡорт халҡының йәнле һөйләү телен өйрәнеү буйынса комплекслы экспедицияларҙа (етәксеһе Н. К. Дмитриев) ҡатнаша. Башҡортостан АССР-ының Тамьян-Ҡатай кантонына (хәҙерге Баймаҡ, Белорет һәм Әбйәлил райондары) М. М. Билалов, Ғ. Й. Дәүләтшин, С. Ғ. Мирасов менән бергә йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр, хикәйәләр, мәҡәлдәр, йомаҡтар яҙып алалар, ҡурайсыларҙың «Ҡараташ аҫты суҡ муйыл», «Ирәндек», «Төйәләҫ», «Ғилмияза», «Сибай», «Баяс», «Аҡ яурын — сал бөркөт», «Бейеш», «Һаҡмар», «Наволихин» көйҙәрен фонографҡа яҙҙыралар. 1929 йылда Закир Шакиров етәкселегендә ғилми экспедиция урындағы башҡорт һөйләштәрен, фольклорҙы өйрәнеү маҡсатында Башҡортостан АССР-ының Арғаяш кантонына һәм элекке Ялан кантоны ауылдары буйлап йөрөй, экспедиция тарафынан йыйылған ҡайһы-бер материалдары «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте тарафынан 1929 йылдың майында Арғаяш кантонында тел һәм фольклорҙы күҙәтеү өсөн ойошторолған экспедицияның ҡыҫҡаса отчеты» мәҡәләһе булараҡ «Белем» (1930, № 2), «Культура революцияһы» (1931, № 2—3), «Краеведческий сборник» (1928—1930, № 3—4) журналдарында һ.б. баҫылып сыға[14]. Шакиров үҙе йыйған башҡорт халыҡ йырҙарының иҫәбе 800-гә барып еткән[12]. Шулай уҡ экспедиция барышында мәғрифәтсе Аҡмулланың биографияһы буйынса материалдар йыя, «Аҡмулланың бер шиғыры» тигән ҡулъяҙмаһында һәм «Хәтерҙә ҡалған бер иҫтәлек» мәҡәләһендә шағирҙың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырының табылыу тарихы тураһында яҙа[5].

1932 йылда йортонда янғын сығып китеүе арҡаһында, 2000 томдан торған шәхси китапханаһы, шулай уҡ ҡулъяҙмалары һәм экспедицияларҙа йыйған материалдары юҡҡа сыға[15]. 1932 йылдың 21 декабрендә НКВД органдары тарафынан ҡулға алына, «Крәҫтиән иттифағы» милли ихтилалсылар ойошмаһы ҡатнашыусыһы булараҡ 58-11 статья буйынса ғәйепләнә. Ғәйепләү иҫбат ителмәгәс енәйәт эше туҡтатыла[3].

1932—1939 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында тел ғилеме кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара[8].

1956 йылда хаҡлы ялға сыға. Университет студенттарын иҫке төрки телен уҡытыуҙы дауам итә, йәш коллегаларына боронғо ҡомартыларҙы уҡырға ярҙам итә[5].

1968 йылдың 3 декабрендә Өфөлә вафат була. Мосолман зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге этнопедагогика, география, этнография, этнолингвистика, башҡорт тел ғилемен өйрәнеүгә арналған. 40-тан артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән терминологик һүҙлектәр һәм башҡорт теле буйынса дәреслектәр авторы[8].

СССР Фәндәр Академияһы ойошторған халыҡ ижадын, башҡорт халҡының йәнле һөйләү телен өйрәнеү буйынса комплекслы экспедицияларҙа ҡатнаша, мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр, хөкүмәт органдарында эшләүселәр өсөн дәреслектәр, ҡулланмалар һәм программалар төҙөй. Ике, өс телле һәм термиопологик һүҙлектәр төҙөүҙә өүҙем ҡатнаша[8].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
урыҫ телендә
  • Изменяемые части башкирской речи // Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге. Ситтәр өсөн. II баҫҡыс мәктәптәр, техникумдар һәм рабфактар өсөн. Беренсе китап. Төҙәтелгән һәм арттырылған өсөнсө баҫмаһы. Б. м. и г. 69-78-се 6б.
  • Краткий отчет по изучению говоров и фольклора Аргаяшского кантона летом 1929 года //Краеведческий сборник / Материалы Общества по изучению Башкирии. Уфа, 1928—1930. № 3-4. С. 112—119.
  • О звуках башкирского языка и их произношении (Фонетика) // Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге. 61-69-сы бб.
  • По поводу [Первого] тюркологического съезда // Башкирский краеведческий сборник / Материалы Общества по изучению Башкирии. Уфа, 1926. № 1. С. 57-58.
башҡорт, иҫке төрки һәм татар телендә
  • 1929-сы йылдың йәйендә «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» тарафынан Арғаяш кантонында тел һәм фольклор байҡауҙары яһау өсөн ебәрелгән отрядтың ҡыҫҡаса хисабы // Белем / Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты тарафынан… сығарыла торған журнал. Өфө, 1930. № 2. 47-57-се бб. (лат. алф.).
  • Академик Маррҙың яфәс теорияһы // Культура революцияһы / Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссарлығы һәм Культура төҙөлөшө советы… журналы. Өфө, 1932. № 1. 31-33-сө бб. (лат. алф.); № 4. 32-37-се бб. (лат. алф.).
  • Баш һүҙ // Усман X. Башланғыс мәктәптәрҙә башҡорт теле методикаһы / Доцент 3. Шакиров редакцияһында. Өфө: Башгиз, 1950. 3-сө б.
  • Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә даир башҡорт һәм татарҙар үҙҙәре нимәләр эшләгәндәр // Башҡорт аймағы / Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең материалдары. Өфө, 1928. № 5. 73-79-сы бб. (ғәр. алф.).
  • Башҡорт теле: Партия һәм совет етәксе работниктары өсөн дәреслек. Өфө: Башгиз, 1941. 180 б. (3. Кульбеков менән бергә).
  • Башҡорт теле дәреслеге. Өфө, 1932. 1 киҫәк: Башланғыс курс. Өфө, 1932. 103 б. (лат. алф.; К. Әхмәр менән бергә).
  • Башҡортостан дәүмәлендәге Беренсе имлә һәм яңалиф конференцияһы: Закир Шакиров докладынан // Башҡортостан. 1927. 6 дек. (ғәр. алф.).
  • Библиография: Татарстан мәркәз музейы материалдары. СССР-ҙа йәшәй торған халыҡтар сәнғәте. Төньяҡ Монголия // Башҡорт аймағы. Өфө, 1928. № 5. 92-94-се бб.
  • (ғәр. алф.).
  • Бөек шагыйрь турындагы хәтирәләремнән // Совет мәктәбе. Казан, 1966. № 4.37-38нче б.
  • Гимназияның хәзерлек һәм әсаси беренче вә икенче сыйныфларына керер өчен программа / Уфа татар гимназиясы (ғәр, алф.) = Программы для поступления в приготовительные, первый и второй классы гимназии / Уфимская татарская гимназия. Уфа: электротипография «Восточная печать», 1918. 13 б., 18 с.
  • Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге. Ситтәр өсөн. II баҫҡыс мәктәптәр, техникумдар һәм рабфактар өсөн. Беренсе китап. Төҙәтелгән һәм арттырылған өсөнсө баҫмаһы. Б. м. и г. 110 б.
  • Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге. Ситтәр өсөн: (I баҫҡыс мәктәптәр, техникумдар һәм эшфактар өсөн). I китап. Уфа: Издание Ц. К. Н. Б. А. и «Башкниги», 1928. 96 б. (лат. алф.; Ш. Чураев менән бергә).
  • Добродумов Н. Авылны янгыннан саклау һәм янгынга каршы агач утырту / Мөтәрядаме 3. Шакиров. Уфа: электротипография «Восточная печать», 1917. 20 б. (ғәр. алф.).
  • Ил өйрәнеү материалдары. Ғилми-тикшеренеү институты тарафынан 1931 йылдың июль айында Урал әлкәһенең Ялан Ҡатай төбәге, Башҡортостан йөмһүриәтенең Арғаяш
  • төбәгенә тел, фольклор тикшереүҙәре өсөн ебәрелгән отрядтың хисабынан // Культура революцияһы. Өфө, 1931. № 2-3. 23-29-сы бб. (на лат. алф.).
  • КЙМ һәм ФЗЙМ өсөн әсә теле программаһы (Проект). Өфө: Башгиз, 1932. 40 б. (лат. алф.; В. Сәғәҙиев, К. Әхмирев, Ғ. Дәүләтшин һ. б. менән бергә).
  • Мин география уҡытҡанда // Тукай Башҡортостанда: Иҫтәлектәр, шиғырҙар, хикәйәләр һәм мәҡәләләр / Төҙөүсе, баш һүҙ һәм аңлатмалар биреүсе С. Г. Сафуанов. Өфө: Башк. кит. нәш., 1966. 33-37-се бб.
  • Мәхмүд әл-Ҡашғариҙың «Китабу диван-и люгат ат-тюрк» исемле әҫәре // Башҡорт аймағы. Өфө, 1928. № 6. 116-123-сө бб. (ғәр. алф.).
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ҡыҫҡаса биографияһы //Октябрь / Башҡортостан совет яҙыусылары союзы органы. Өфө, 1947. № 9. 48-51-се бб.
  • Русия мәмләкәтенең идарәсендә вә ижтимағи хайәтендә олуг инкилаб. Ал-манах. 1 нче сан / Муратибе вә нәшире Закир Шакиров. Уфа: электротипография «Восточная печать», 1917. 57 б. (ғәр. алф.).
  • Рәсемле жәграфийа. Мохтасар дәреслек, мәктәбләр очен. Казан: типолитография «Умид», 1914. 1нче кисэк. 79 б. (ғәр. алф.). 2 нче басма. Казан, 1917. 1нче кисэк. 79 б.: ил. (ғәр. алф.).
  • Тарих мукаддас, хариталы / Муратибе Закир Шакири. Казан: электротипография «Умид», 1912. 42 б. (ғәр. алф.). 2 нче басма, төҙәтелгән һәм тулыландырылган. Казан, 1916. 50 б. (ғәр. алф.).
  • Тарих мукаддас. Казан: электротипография «Умид», 1913. 2 нче кисэк. 39 б. (ғәр. алф.).
  • Тел терминдары. Өфө: Башгиз, 1935. 32 б. (лат. алф.; У. Хөсни менән бергә).
  • Типтәрләр // Байан ал-хак. Казан, 1908. 21 февр. (ғәр. алф.; Ҡотлоғ-Йәр псевдонимы аҫтында баҫытырылған).
  • Туҡай тураһында иҫтәлектәр // Октябрь. Өфө, 1946. № 3-4. 48-53-сө бб.
  • Тюркологияның хәҙерге хәле, киләсәктә тәрәкки итеү юлдары // Башҡорт аймағы. Өфө, 1926. № 2. 59-63-сө бб. (ғәр. алф.).
  • Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыу тураһында методик төшөнсәләр. Өфө: Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1932. 24 б. (лат. алф.).
  • Урыҫ мәктәптәре өсөн башҡорт теле дәреслеге. 1-се киҫәк: Бишенсе уҡыу йылы. Өфө: Башгиз, 1933. 102 б. (лат. алф.).
  • Урыҫ мәктәптәре өсөн башҡорт теле дәреслеге. II киҫәк: 6-сы синыф. Өфө: Башгиз, 1934. 148 б. (лат. алф.).
  • Урыҫтар өсөн башҡорт теле дәреслеге. 2-се киҫәк. Өфө: Башгиз, 1934.115 6. (лат. алф.; 3. Үтәшев менән бергә).
  • Урыҫтар өсөн башҡорт теле һабаҡтары. Беренсе китап: 2-се баҫҡыс мәктәптәр һәм техникумдарға махсус. Өфө: Издание Башнаркомпроса и «Башкниги», 1925. 80 б. (ғәр, алф.; Ш. Чураев менән бергә).
  • Уфа вәлайәт земствосында 1915нче ел июль 20-27ндә мөселман мәктәбләренә дәреслекләр сайлау өчен ясалган киңәш мәжлесенең карарлары вә анда укылган докладлар (ғәр. алф.) = Протоколы и доклады совещания учителей и мугаллимов, состоявшегося при Уфимской губернской земской управе от 20 до 27-го июля 1915 года для просмотра учебников, употребляемых в начальных инородческих школах / [Под ред. 3. Шакирова]. Уфа, 1916. 215 б., 12 с.
  • Уфа вәлайәте жэграфийасы. Уфа: электротипография. «Восточная печать», 1918. 69 б. (ғәр. алф.).
  • Химия терминдары / Башҡорт телендә терминдар төҙөү комиссияһы: 3. Шакиров (комиссия рәйесе) һ. б. Өфө: Башгиз, 1932. 1 киҫәк. 35 б. (лат. алф.).
  • Үҫемлектәр исемлеге (латинса-урыҫса-башҡортса) = Названия растений на латинском, русском и башкирском языках = Das lateinisch-russisch-baschkirisches botanische Worterbuch. Уфа, 1932. Ч. 1. 34 с. (авторҙашы С. Баранов).
ғәрәп телендә
  • Ахсан ал-хадис. Ал-Китаб ал-аввал / Мунтахиб Закир Шакиров. Ҡазан, 1914. [Китап 1]. 12 б.
баҫтырылмаған
  • Аҡмулланың бер шиғыры // НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 2. Д. 645. Л. 5. Машинопись. [Р. Фәхретдинов хикәйәләре буйынса М. Аҡмулланың Өфөгә килеүе һәм уның М. Өмөтбаев менән шиғри әйтеше]
  • Башҡорт әҙәби теленең фонетикаһы һәм морфологияһы // НА УНЦ РАН. Ф. 3. Oп. 1. Д. 39. Л. 1, 122—140. Машинопись.
  • Ғәли-Шир Навои // Архив Национального музея Республики Башкортостан. ОФ 10183-1. Машинопись с рукописными правками и подписью автора. 5 июня 1948 г. 15 л. Башҡортостан дәүләт педагогия институты башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында һөйләнгән докладтың ҡыҫҡаса эстәлеге.
  • Көнсығыштың бөйөк шағиры Низами // Архив Национального музея Республики Башкортостан. ОФ 10184-1. Машинопись с рукописными правками и подписью автора. Апрель 1948 г. 8 л. 2-й экземпляр этой работы хранится там же под шифром ОФ 10184-2.
  • Татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай тураһында ҡайһы бер иҫтәлектәр // Архив Национального музея Республики Башкортостан. ОФ 10181-2. Машинопись с рукописными правками. 21 апреля 1946 г. 8 л. 2-й, несколько отличающийся экземпляр этой работы объемом в 9 листов хранится там же под шифром ОФ 10181-3.
  • Туҡайҙың олатаһы Зиннәтулла тураһында: Хәтерҙә ҡалған бер иҫтәлек // НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 2. Д. 645. Л. 1-2. Машинопись с подписью 3. Шакирова, 25 июля 1929 г.
  • Хәтерҙә ҡалған бер иҫтәлек [Р. Фәхретдинов хикәйәле буйынса М. Аҡмулланың Өфөгә килеүе һәм уның М. Өмөтбаев менән шиғри әйтеше] // НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 2. Д. 645. Л. 3-4. Машинопись с подписью 3. Шакирова, 28 августа 1964 г.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Ҡатыны — Шакирова Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (1891—1958) Ябалаҡ ауылында сауҙагәр ғаиләһендә тыуған.

Улы — Шакиров Миҙхәт Закир улы (1916—2004), КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1969—1987). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981), Ленин ордены кавалеры (1964, 1971, 1976, 1981, 1986). Уның улы Шакиров Рифхәт Миҙхәт улы (1945 т.), инженер-механик, техник фәндәре докторы (1985), профессор (1991).

Ҡыҙы — Шакирова Лиә Закир ҡыҙы (1921—2015), педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1975). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), СССР мәғарифы отличнигы (1976), Ленин ордены кавалеры (1971).

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 57-58 с. ISBN 5-295-02294-3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы
  3. 3,0 3,1 Шакиров Закир Шакирович // Книга памяти Республики Татарстан.
  4. 4,0 4,1 Ергин Ю. В., 2007, с. 5-6
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Шакирова Л. З. Светлая судьба // Ватандаш. — 2016. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  6. Сөләймәнов Ә. М. Изге күңелле аҡһаҡал // Ватандаш. — 2016. — № 9. — ISSN 1683-3554.
  7. Ергин Ю. В., 2007, с. 7-16
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 Ергин Ю. В. Шакиров Закир Шакирович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  9. 9,0 9,1 Ергин Ю. В., 2007, с. 17
  10. Ергин Ю. В., 2007, с. 32-33
  11. Ергин Ю. В., 2007, с. 40-42
  12. 12,0 12,1 12,2 Зайнуллин М. В. Закир Шакиров : жизнь и судьба // Вестник Башкирского университета. — 2011. Т. 16. — № 4. — С. 1470—1471. — ISSN 1998-4812.
  13. Ғиззәтуллина Г. М. Остаз // Ватандаш. — С. 54—62. — ISSN 1683-3554.
  14. Ергин Ю. В., 2007, с. 43-48
  15. Ергин Ю. В., 2007, с. 81

Һылтанмалар

үҙгәртергә