Финляндия
| |||||
«» (тыңларға ) | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 6 декабрь 1917 (Рәсәйҙән) | ||||
Рәсми телдәр | фин теле, швед теле | ||||
Баш ҡала | Хельсинки | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Хельсинки, Эспоо, Тампере, Вантаа, Турку | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Президент | Саули Нийнистё | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
64 урын 338 424 км² 10,0 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2009) • Тығыҙлыҡ |
111 урын 5 340 093 16 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе • Кеше башына |
52 урын $190 862 млн $ $36 217 $ | ||||
Валюта | евро | ||||
Интернет-домен | .fi; .ax (Аланд утрауҙары) | ||||
Телефон коды | ++358 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +2 |
Финля́ндия, рәсми исеме Финля́ндия Республикаһы (фин. Suomen tasavalta, швед. Republiken Finland) — Европаның төньяғында урынлашҡан дәүләт. Баш ҡалаһы — Хельсинки. Көнсығышта Рәсәй, төньяҡ-көнбайышта Швеция, төньяҡта Норвегия менән сиктәш. Балтик диңгеҙе менән йыуыла.
Финля́ндия Республикаһы гимны | |
Помощь по воспроизведению |
Финляндия — Европа Берләшмәһе һәм Шенген килешеүе ағзаһы.
Финляндия донъяла беренсе булып һәр гражданының тиҙ интернетҡа хоҡуғын иғлан иткән ил. Донъяла майҙаны иң иркен һәм йәшәү өсөн иң уңайлы илдәрен билдәләүсе Legatum институты 2010 йылда Финляндияны йәшәү өсөн иң яҡшы ил тип билдәләне.
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәДәүләттең күп телдәрҙәге Финляндия тигән исеме швед теленән килә. Был телдә уның атамаһы Finland, йәиһә «фин ере» була. Илдең фин телендә үҙатамаһы — Suomi, йәғни «һаҙлыҡ ере» (фин. suo — һаҙ, фин. maa — ил).
Географик мәғлүмәт
үҙгәртергәФинляндия Европаның төньяғында урынлашҡан, уның байтаҡ ҡына территорияһы (25 %) төньяҡ поляр түңәрәге аръяғында урынлашҡан. Ҡоро ерҙә Швеция (сик оҙонлоғо 586 км), Норвегия (716 км) һәм Рәсәй (1265 км) менән, ә диңгеҙ аша Эстония менән Балтик диңгеҙенең Фин һәм Ботник ҡултыҡтары аша сиктәш. Яр буйы сиген һанағанда ул 1 100 км тәшкил итә. Утрауҙарҙан тыш яр буйы сиге 46 000 км. Яры буйында 81 000-гә яҡын утрау урынлашҡан (уртаса майҙаны — 100 м²).
Ил өс географик төбәккә бүленә:
- Яр буйы түбәнлеге — Фин һәм Ботник ҡултыҡтары буйында урынлашҡан; яр буйҙарында меңдәрсә текә тауҙар һәм утрауҙар бар. Төп архипелагтары: Аланд утрауҙары һәм Турку архипелагы. Илдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан бик ваҡ утрауҙар системаһы Финляндияның иң ҙур архипелагын — Архипелаг диңгеҙен тәшкил итә.
- Эске күлдәр системаһы (күлдәр районы) — илдең үҙәгенән көньяҡҡарак урынлашҡан ҡара-урман һәм һаҙлыҡтар төбәге.
- Төньяҡ поляр кругы аръяғында урынлашҡан ерҙәр үҙенең ярлы тупрағы менән айырылып тора. Лапландия текә тауҙары һәм кесе ҡалҡыулыҡтары менән айырылып тора. Шунда уҡ Финляндияның иң бейек нөктәһе — Фьельд Халти (диңгеҙ кимәленән 1328 м юғары) урынлашҡан.
Флора һәм фауна
үҙгәртергәФинляндияның көньяғынан төньяғына хәрәкәт иткәндә бәләкәй утрауҙары, диңгеҙле ландшафты урманлы тәбиғәткә алышына. Илдең төньяғында иһә оло Лапландия урмандары урынлашҡан.
Финляндияла 35 милли парк бар. Был парктарҙа һирәк осраусы хайуандар һәм үҫемлектәр ҡурсалана, ландшафтың ҡыҙыҡлы формалары, уникаль тәбиғәт объекттары инә. Парктарҙың дөйөм майҙаны 8 мең км² тәшкил итә. Финляндия закондары буйынса һәр кеше ирекле рәүештә милли парктарҙа йөрөй ала[1]. Иң мәшһүр парктар араһында — Урхо Кекконен милли һәм Лемменйоки парктары.
Геологик төҙөлөш
үҙгәртергәФинляндияның күпселек өлөшө түбәнлектә урынлашһа, илдең төньяҡ-көнсығышында ҡайһы бер тауҙарҙың бейеклеге 1000 метрҙан ашыу. Финляндия боронғо (1,4 — 3 млрд йыл) кристаллик ҡалҡанда урынлашҡан[2]. Унда шулай уҡ Скандинавия һәм Кола ярымутрауҙары, Балтик диңгеҙе һәм Ботник ҡултығы урынлашҡан.
Халыҡ
үҙгәртергәЙыл | Халыҡ һаны | Йыл | Халыҡ һаны |
---|---|---|---|
1750 | 421,000 | 1880 | 2,060,800 |
1760 | 491,000 | 1890 | 2,380,100 |
1770 | 561,000 | 1900 | 2,655,900 |
1780 | 663,000 | 1910 | 2,943,400 |
1790 | 705,600 | 1920 | 3,147,600 |
1800 | 832,700 | 1930 | 3,462,700 |
1810 | 863,300 | 1940 | 3,695,617 |
1820 | 1,177,500 | 1950 | 4,029,803 |
1830 | 1,372,100 | 1960 | 4,446,222 |
1840 | 1,445,600 | 1970 | 4,598,336 |
1850 | 1,636,900 | 1980 | 4,787,778 |
1860 | 1,746,700 | 1990 | 4,998,478 |
1870 | 1,768,800 | 2000 | 5,181,000 |
2008-се йылдың аҙағында Финляндияла халыҡ һаны 5 544 877 кеше тәшкил итә (47 % ир-ат һәм 53 % ҡатын-ҡыҙ).
Милли состав
үҙгәртергә31.12.2008 Финляяндия милли составы[4]:
Финляндияла йәшәгән сит ил граждандары — 2,7 %, илдән ситтә тыуғандар һаны 4,1 %[5]. Иң ҙур аҙсылыҡ милләтәр: фин шведтары, сиғандар, татарҙар һәм саамдар.
Телдәр
үҙгәртергә1922 йылда ҡабул ителгән закон буйынса Финляндияла ике дәүләт теле — фин һәм швед теле. 1917 йылға тиклем урыҫ теле лә рәсми булған.
Фин телендә халыҡтың күпселеге һөйләшә. Швед телендә халыҡтың 5,5%, урыҫ телендә — 0,8 %, эстон телендә 0,3 % аралаша. Башҡа телдәрҙә халыҡтың 1,77 % һөйләшә.
1992 йылда «Саам теле тураһында закон» ҡабул ителгән. Был законға ярашлы, саам теленә Финляндияла махсус статус бирелә[6].
Дин
үҙгәртергәФинляндия конституцияһы буйынса, илдә Евангелик-Лютеран сиркәүе һәм Православ сиркәүе дәүләт cиркәүҙәре булып һанала[7]. Халытың 13,5% бер ниндәй дини төркөмгә лә инмәй.
Тарих
үҙгәртергәБоронғо тарих
үҙгәртергәАрхеологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иң тәүге кешеләр Финляндияла яҡынса б.э.т. 8500 йылда йәшәй башлаған. Улар аусылыҡ һәм аҙыҡ йыйыу менән шөғөлләнгән, таш ҡоралдарын ҡулланған. Б.э.т. меңйыллыҡта балсыҡтан һауыт-һаба эшләнә башланған[8]. Б.э.т. 32-се быуатта хәҙерге көньяҡ Финляндияға хәрби балталар культураһы килгәс, ер хужалык өсөн ҡулланыла башлай.
Бронза быуатынан (б.э.т. 1500—500 йылдарҙан) финдарҙың Скандинавия һәм Балтик региондарының халыҡтары менән аралашыуы киң күҙәтелә. IX быуат башына[9] Финляндия cиктәре түбәндәге ерҙәр менән сиктәш булған:
- төньякта Аҡ диңгеҙ
- Скандинавия тауҙары
- Шведтар ерҙәре
- Балтик диңгеҙе
- Эстония
- Хазар ҡағанаты
Швед хакимиәте (1150/1300 — 1809)
үҙгәртергәВикингтар осоро аҙағында швед сауҙагәрҙәре барлыҡ Балтик диңгеҙе регионында тәьҫирен арттыра. Бер нисә быуат буйы Финляндия Швеция хаҡимиәте аҫтында ҡала.
Рәсәй империяһы (1809—1917)
үҙгәртергәРәсәй-Швеция һуғышы һөҙөмтәһендә 1809-сы йылда Финляндия Рәсәй империяһы составына киң автономия алып инә. 1860-сы йылдарҙан башлап фин үҙаңы ҡалҡа башлай, урындағы интиллигенция фин теленә дәүләт теле статусын биреүҙе талап итә. Был статусты фин теленә Александр II бирә. Автономия тиҙ нығый килә, 1899-сы йылда башланған урыҫлаштырыу сәйәсәте дәүләт бойондороҡһоҙлоҡ өcөн көрәште тик нығыта ғына.
Бойондороҡһоҙ Финляндия
үҙгәртергәРәсәй монархияһы ҡолағас һәм Октябрь революцияһынан һуң Финляндия Сенаты 1917-се йылдың 6 декабрендә илде бойондороҡһоҙ тип иғлан итә. Граждандар һуғышы башлана.
Аҡтар еңелгәс, Финляндия ғәскәрҙәре Көнсығыш Карелияға һөжүм итә. Беренсе совет-финн һуғышы башлана. Ул 1920-се йылға хәтлем һуҙыла.
1939-сы йылда Советтар Союзы Фин һуғышын башлай. Бер-бер артлы бер нисә һуғыштан һуң Финляндия үҙ еренең өлөшөн юғалта.
Ҡыҫҡа тыныслыҡ осоронан һуң, 1941-се йылда Советтар Союзы Финляндиянға һөжүм итә — Финляндия Икенсе донъя һуғышына CCCР-ға ҡаршы булып инә. 1944-се йылда Финляндия СССР менән солох килешеүен раҫлай.
Һуғыштан һуң көсһөҙләнгән Финляндия, Карел муйынын СССР-ға биреп, үҙенең көнсығыш күршеһе менән яңы сәйәси курс тота. Урхо Кекконен, илдең 25 йыл буйына (1956-81) президенты, Скандинавия илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта, СССР менән дә үҙен сабыр тота.
1995-се йылда Финляндия Европа берлегенә инә.
Дәүләт төҙөлөшө һәм сәйәсәт
үҙгәртергәФинляндия — президент республикаһы, бер өлөшләтә автономияһы — Аланд утрауҙары бар.
Финляндия конституцияы буйынса закон сығарыу вазифаһын Эдускунта исемле Финляндия парламенты һәм президент башҡара. Законды үтәү вазифалары президентҡа һәм Дәүләт Йыйынына йөкләнгән.
Президент
үҙгәртергәФинляндия президенты алты йылға һайлана. 2000-се йылдан бире был вазифаны Тарья Халонен башҡара.
Парламент
үҙгәртергәЭдускунта — илдең бер палаталы парламенты, 200 депутаттан тора. Депутаттар бөтөн халыҡ тарафынан 4 йылға һайланып тора.
2003-сө йылда үткәрелгән парламент һайлауҙарында 18 партия ҡатнашты, уларҙың һигеҙе генә вәкилдәрен парламентҡа үткәрә алды. Иң ҙур партиялар араһында: Финляндия Үҙәге партияһы, Финляндияның Социал-демократик партияһы, Милли коалиция партияһы, Һул берлек партияһы, Йәшел берлек партияһы һәм Швед Халыҡ партияһы.
2007-се йылдың мартында үткән парламент һайлауында, иң күпселек тауышты (23,1 %) Финляндия Үзәге партияһы яулай (51 мандат); парламентҡа шулай уҡ Милли коалиция (22,3 %, 50 мандат), Социаль-демократик партия (21,4 %, 45 мандат), Һул берлек (8,8 %, 17 мандат), Йәшел берлек (8,5 %, 15 мандат), Швед Халыҡ партияһы (4,6 %, 9 мандат), Христиан демократтар партияһы (4,9 %, 7 мандат) һәм «Ысын финдар» партияһы (4,1 %, 5 мандат) үтә.
Административ-территориаль бүленеш
үҙгәртергәФинляндия 20 провинцияға бүленә, һәр провинция комуналарҙан тора — коммуналар йылдан-йыл бергә ҡушылып, уларҙың дөйөм һаны аҙайып тора. 2010-сы йылдың башында илдә 342 коммуна бар.
- Финляндияның провинциялары
- Лапландия (фин. Lappi / швед. Lappland)
- Похьойс-Похьянмаа (фин. Pohjois-Pohjanmaa / швед. Norra Österbotten)
- Кайнуу (фин. Kainuu / швед. Kajanaland)
- Похьойс-Карьяла (фин. Pohjois-Karjala / швед. Norra Karelen)
- Похьойс-Саво (фин. Pohjois-Savo / швед. Norra Savolax)
- Этеля-Саво (фин. Etelä-Savo / швед. Södra Savolax)
- Этеля-Похьянмаа (фин. Etelä-Pohjanmaa / швед. Södra Österbotten)
- Похьянмаа (фин. Pohjanmaa / швед. Österbotten)
- Пирканмаа (фин. Pirkanmaa / швед. Birkaland)
- Сатакунта (фин. Satakunta / швед. Satakunda)
- Кески-Похьянмаа (фин. Keski-Pohjanmaa / швед. Mellersta Österbotten)
- Кески-Суоми (фин. Keski-Suomi / швед. Mellersta Finland)
- Варсинайс-Суоми (фин. Varsinais-Suomi / швед. Egentliga Finland)
- Этеля-Карьяла (фин. Etelä-Karjala, швед. Södra Karelen)
- Пяйят-Хяме (фин. Päijät-Häme, швед. Päijänne Tavastland)
- Канта-Хяме (фин. Kanta-Häme, швед. Egentliga Tavastland)
- Уусимаа (фин. Uusimaa, швед. Nyland)
- Итя-Уусимаа (фин. Itä-Uusimaa, швед. Östra Nyland)
- Кюменлааксо (фин. Kymenlaakso, швед. Kymmenedalen)
- Аланд утрауҙары (фин. Ahvenanmaa / швед. Åland)
Финляндияның иң ҙур ҡалалары: Хельсинки — 583 549 кеше, Эспоо — 244 474 кеше, Тампере — 211 633 кеше, Турку — 176 242 кеше, Оулу — 139 275 кеше.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Wikimedia Атлас (инг.)
- Visit Finland (инг.)
- Финляндия илселеге (рус.)
- Финляндияның рәсми белешмәһе 2007 йыл 10 май архивланған. (рус.)
- Финляндияның интерактив картаһы 2009 йыл 20 ғинуар архивланған. (инг.)
- Финляндияның карталары (рус.)
- Финляндия Веб-күҙҙәре 2010 йыл 24 июль архивланған. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.ymparisto.fi/download.asp?contentid=83402&lan=fi 2011 йыл 17 август архивланған.
- ↑ http://www.geologia.fi/index.php?option=com_content&task=view&id=230&Itemid=38
- ↑ Aunesluoma Juhana. Lukiolaisen yhteiskuntatieto. — WSOY, 2007.
- ↑ Väestörekisterikeskus
- ↑ http://www.stat.fi/til/vaerak/2008/vaerak_2008_2009-03-27_tie_001_fi.html
- ↑ http://www.russian.fi/info/index.php/2006/03/10/saamy.html
- ↑ Valtionkirkko. Tilastokeskus, käsitteet ja määritelmät
- ↑ https://web.archive.org/web/20020210163438/http://www.geocities.com/ojoronen/EARLYFIN.HTM
- ↑ Gardiner, Samuel Rawson, ed (1910). «Map No. 6: Europe at the death of Charles the Great, 814»