Бикбулатов Наил Вәли улы

Бикбулатов Наил Вәли улы (14 февраль 1931 йыл18 апрель 1996 йыл) — башҡорт ғалимы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1965).

Бикбулатов Наил Вәли улы
Файл:Бикбулатов.jpg
Тыуған көнө

14 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Этбай ауылы

Вафат көнө

18 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (65 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

СССР

Ғилми даирәһе

этнология, сәнғәт

Эшләгән урыны

СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Ғилми етәксеһе

Р. Г. Кузеев

Ниндәй өлкәлә танылған

туғанлыҡ системаһын өйрәнеүсе

Биографияһы

үҙгәртергә

Наил Вәли улы Бикбулатов 1931 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш районы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Этбай ауылында тыуған. Атаһы Вәлиулла Йәнгилде улы Бикбулатов дин әһеле була, 1938 йылда репрессиялана һәм Силәбелә төрмәлә вафат була[1].

1951 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1951—1957 йылдарҙа Балаҡатай районы Яңыбай ауыл мәктәбендә уҡыта.

1957 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1965 йылда «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1971 йылдан алып институтта өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—1993 йылдарҙа бүлек мөдире була.

1996 йылда Өфөлә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында ерләнгән.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Наил Бикбулатовтың фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт халҡының социаль институттарын: XVIII—XX быуаттарҙағы башҡорттарҙың ижтимағи һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен, туғанлыҡ, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы һәм «башҡорт» этнонимының килеп сығышы проблемаларына арналған. Ул — Волга-Урал төйәгенә, Урта Азияға, Таулы Алтайға һәм башҡа төбәктәргә 40-тан ашыу этнографик экспедиция ойошторо һәм күбеһенең етәксеһе була. Ғалим 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Археология һәм этнография музейының этнографик фототекаһы (12 меңдән ашыу берәмек) төҙөүселәрҙең береһе.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • (совм. с С.А. Авижанской, Р.Г. Кузеевым) Декоративно-приклад. искусство башкир. Уфа, 1964. 259 с.;
  • совм. с С. Авижанской, Р. Кузеевым) Народное искусство башкир: Альбом. Уфа, 1968. 109 с.;
  • Башкирский аул: Очерк общественной и культурной жизни. Уфа, 1969. 214 с.;
  • (совм. с Р.Г. Кузеевым и С.Н. Шитовой) Декоративное творчество башкир. народа. Уфа, 1979. 226 с.;
  • Система земледелия башкир в XIX — нач. XX в.; Пахот. орудия башкир в XIX — нач. XX в. // Хозяйство и культура башкир в XIX — нач. XX в. М., 1979. С. 45–61;
  • Башкирская система родства. М., 1981. 124 с.;
  • (совм. с Ф.Ф. Фатыховой) Становление и развитие этнографической науки // В научном поиске: к 50-летию Ин-та истории, языка и литературы. Уфа, 1982;
  • Шариат и обычай в наследовании и разделе имущества у башкир // Исследования по исторической этнографии Башкирии. Уфа, 1984. С. 29–46;
  • Этноним башкорт // Башкир. этнонимия. Уфа, 1987. С. 29–48; (совм. с В.В. Пименовым) Башкиры // Народы мира: историко-этнограф. справочник. М.,1988. С.93;
  • Башкиры // Семейный быт народов СССР. М., 1990; С. 199–211;
  • (совм. с Ф.Ф. Фатыховой). Семейный быт башкир. XIX–XX вв. М., 1991. 189 с.;
  • Урбанизация населения Башкирии // Вопросы этнографии городского населения Башкортостана. Уфа, 1992. С. 17–36;
  • Башкиры: крат. этноистор. справочник. Уфа, 1995. 35 с.;
  • (совм. с Р.М. Юсуповым, С.Н. Шитовой, Ф.Ф. Фатыховой) Башкиры. Этнич. история и традиц. культура. Уфа, 2002.247 с.;

Ғалим тураһында

үҙгәртергә
  • Романов В. Его называли романтиком науки (К 85-летию со дня рождения ученого-этнографа Наиля Бикбулатова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 14 февраль[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Вот моя деревня. Старо-Соболево // Аргаяш-Медиа.
  2. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 14 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2016)
  • Кузеев Р.Г. Памяти друга — Н.В.Бикбулатова // Взаимодействие культур народов Урала: Сб. ст. Уфа, 1999. С.259—260.
  • Кузеев Р.Г. Путь длиною в жизнь // Известия Башкирии. 1991. 21 февраля. С. 2.
  • Отд. этнологии // Ин-т истории, языка и литературы: Время, открытия, люди. Уфа, 2007. С. 60–69.
  • Петров И.Г. Вклад Н.В.Бикбулатова в создание музея археологии и этнографии // Народы Урало-Поволжья: история, культура, этничность. Материалы межрегиональной научно-практической конференции. Уфа, 2003. С.342—346.
  • Хусаинова Г.Т. Бикбулатов Н.В. // Башкортостан: Крат. энциклопедия. Уфа, 1996. С. 178–179;
  • Этнография и антропология в Башкортостане: Сб., посвящён. 70-летию Н.В. Бикбулатова. Уфа, 2001. 170 с.;
  • Янгузин Р.З. Бикбулатов Н.В. // Этнография башкир. Уфа, 2002. С. 140–158;

Һылтанмалар

үҙгәртергә