Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы

филолог. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Дәүләт автономиялы һөнәри белем биреү учрежденияһы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫт

Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы (14 февраль 1962 йыл) — филолог. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Дәүләт автономиялы һөнәри белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире[1].

Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 14 февраль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Үрге Таш (Мәләүез районы), Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Зәкиә Муллағәле ҡыҙы Ғәбитова 1962 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Мәләүез районы Үрге Таш ауылында тыуған.

1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай.

2004 йылда «70-80-се йылдар башҡорт тарихи прозаһының лексик-семантик һәм стилистик проблемалары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Республика уҡытыусылары тарафынан педагогик практикала ҡулланылған уҡытыу-методик комплекттар һәм әсбаптар авторы.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «Педагог-тикшеренүсе», «Уҡытыусы-мастер» конкурстарын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙы ойоштороусыларҙың береһе[1][3].

Зәкиә Муллағәле ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми советы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең терминология комиссияһы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы, Мәғариф министрлығының уҡытыу-методик советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Юғары аттестация комиссияһы составына инә. «Башkортостан уkытыусыһы» журналының редакция коллегияһы ағзаһы.

175 баҫылып сыҡҡан хеҙмәт, шул иҫәптән 75 уҡытыу-методик әсбап авторы[1][2].

55 йәшлек юбилейы алдынан, Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалау һәм популярлаштырыу, халыҡ яҙыусыһының хәтерен мәңгеләштереү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһалап, 2016 йыл өсөн З. Биишева исемендәге премия бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017)

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Башкорт теле-5»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2010. — 222 с.
  • «Башкорт теле-6»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2010. — 172 с.
  • «Башкорт теле-7»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2007. — 151 с.
  • «Башкорт теле-8»: Учебник/З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2007. — 212 с.
  • «Башкорт теле-9»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 165 с.
  • «Башкорт теле-10-11»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2007. — 228 с.
  • «Башкорт теле»: Учебник для студентов 1 курса НПО и СПО с изучением башкирского языка как государственного /З. М. Габитова, С. А. Тагирова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 157 с.
  • «Башкорт теле»: Учебник для студентов 2 курса НПО и СПО с изучением башкирского языка как государственного /З. М. Габитова, С. А. Тагирова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 178 с.
  • «Уроки развития речи» Учебное пособие /З. М. Габитова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 125 с.
  • Особенности языка и стиля романов А. Хакимова: Монография /З. М. Габитова. — Уфа: Изд-во БИРО, 2004. — 102 с[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә