Шакирова Лиә Закир ҡыҙы
Шакирова Лиә Закир ҡыҙы (14 февраль 1921 йыл — 29 июль 2015 йыл) — ғалим-тел белгесе, педагог‑методист. Педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1975). РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин ордены кавалеры (1971). ТАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1968), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1976).
Шакирова Лиә Закир ҡыҙы | |
Файл:Shakirovoj.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
филология, дидактика |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
педагогия фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергә1921 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакир улы Шакиров (1881—1968; Ҡарасайылға ауылынан), әсәһе — Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (Ябалаҡ ауылынан), ағаһы — 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров (1916—2004). Ҡартатаһы Мөхәмәтшакир Мөхәмәтйәнов (1853/54—1920-се йылдар башы) сығышы менән Иҫке Таҙлар ауылы башҡорттарынан (типтәр ҡатламынан) булған, 1880 йылда Ҡарасайылға ауылы мәсетенең имам-хатибы һәм мәҙрәсә мөғәллиме итеп тәғәйенләнгән; уның ҡатыны Ғәлимә Нурмөхәмәт ҡыҙы Вәлитова (1861/62—?) тоҡомло почёт гражданины титулына эйә булған мишәр ғаиләһенән сыҡҡан[1][2].
1939 йылда Өфө ҡалаһы урта мәктәбен тамамлаған.
1942 йылда урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре буйынса К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған. 1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафындағы хәрби часында хеҙмәт юлын башлай.
1944 йылда РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Белем биреү ысулдары ғилми-тикшеренеү институтының урыҫ телен милли мәктәптә уҡытыу методикаһы һөнәре буйынса тәүге аспирант була (фәнни етәкселәре В. М. Чистяков һәм Н. К. Дмитриев). 1951 йылда «Башҡорт мәктәбенең V–VII класстарында урыҫ ҡылымын уҡытыу методикаһы» («Методика преподавания русского глагола в V–VII классах башкирской школы») темаһы буйынса педагогия фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
1948—2003 йылдарҙа Ҡазан педагогия университетында эшләй (1965—1990 йылдарҙа урыҫ теле кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1961—1963 йылдарҙа Милли мәктәптәр Ғилми-тикшеренеү институтының Татар филиалы мөдире.
1965 йылда РСФСР педагогия институттарының Ҡазан зональ урыҫ теле кафедралары берекмәләренең рәйесе итеп тәғәйенләнгән. 1967—1985 йылдарҙа — СССР Мәғариф министрлығы ҡарамағында урыҫ теле буйынса фәнни-методик советы ағзаһы.
420‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән урыҫ теле буйынса дәреслектәр, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы. Педагогия фәндәренең 19 кандидатын һәм 3 докторын әҙерләгән. Ҡазан лингвометодика мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Методика преподавания русского глагола в V–VII классах башкирской школы: автореф. дис. … канд. пед. наук / АПН РСФСР, НИИ Методов обучения. – М., 1951. – 20 с.
- Учебник русского языка: Фонетика и морфология: Для 5–6 классов татарской школы. – Казань: Татгосиздат, 1959. – 292 с. – Соавт.: А.Ш. Асадуллин, М.Ш. Субаева.
- Научные основы методики обучения категориям вида и времени русского глагола в тюркоязычной (татарской и башкирской) школе. Казань, 1974.
- Русский глагол: теория и практика. Казань, 2007.
- Педагогическая лингвистика: концепции и технологии. Казань, 2008.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (1971)
- Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
- СССР-ҙың мәғарифы отличнигы (1976)
- ТАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1968)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981)
- Хеҙмәт ветераны (1984)
- Н. К. Крупская исемендәге миҙал кавалеры (1988)
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы кавалеры (1994)
- Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1996)
- Пётр фәндәр һәм сәнғәттәр академияһының почётлы ағзаһы (2010)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Первый секретарь обкома: М. З. Шакиров / ИИЯЛ УНЦ РАН. — Уфа: Китап, 2016. — С. 12-15. — 400 с. — ISBN 978-5-295-06510-1.
- ↑ Материалы к родословной М. З. Шакирова. // История башкирских родов. Тазлар. Том 14 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 205-207. — 208 с. — ISBN 978-5-85051-651-2.
- ↑ Скончалась основатель Казанской лингвометодической школы профессор Лия Шакирова 2019 йыл 4 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шакирова Лиә Закир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2021)
- Лия Закировна Шакирова - основоположник современной Казанской лингвометодической школы . kpfu.ru. Дата обращения: 31 май 2019. 2019 йыл 4 июнь архивланған.