Семеновка (Баймаҡ районы)
Семеновка (рус. Семёновское) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 377 кеше булған[4]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80206842001.
Семеновка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Семеновка ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Семеновка ауыл советы |
Халыҡ һаны |
354 кеше (2002)[2], 377 кеше (2009)[2], 276 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453631 |
Тарихы
үҙгәртергәҠасабаның барлыҡҡа килеүе 1912—1913 йылдарҙа Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (ЮУГАО) тарафынан алтын ятҡылыҡтары табылыу менән бәйле. 1920 йылда рудникта 103 йортта 790 башҡорт йәшәгән[5]. Ауылдың атамаһы ятҡылыҡтарҙың беренсел документацияһын әҙерләгән һәм бында эшләгән геолог Семенов фамилияһынан алынған[6].
1913 йылда ЮУГАО составындағы бында инглиз ҡоралмалары менән йыһазландырылған циан-ил заводы төҙөлә. 1913—1917 йылдарҙа 16 бот алтын сығарыла[7].
Революция һәм Граждандар һуғышы осоронда йәмғиәттең хужалары ҡыуыла һәм производство туҡтай. 1928 йылда ғына, ҡоралмаларын яңыртҡандан һәм фабрика һәм шахталарҙа электр уты бирелгәндән һуң, ҡабаттан тергеҙелә. Фабрика ҡарамағындағы шахтала 150—180 кеше эшләй. 1943 йылда ЗИФ (Золотоизвлекающая фабрика[8]) төҙөлә[7]. 1950-се йылдарға тиклем Семеновка шахталары фабриканы юғары кимәлдәге алтын менән тәьмин итә, был ауылға яҡшы үҫешергә мөмкинлек бирә. Хәҙерге ваҡытта алтын сығарыу фабрикаһы ябылған (1998 йылда) һәм ташландыҡ хәлендә, предприятие территорияһы тирә-яә мөхите өсөн етди хәүеф тыуҙыра[8]. Ауылдан кешеләр күпләп күсенә, яңы эш урындары эҙләй[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 276 | 129 | 147 | 46,7 | 53,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 51 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Иҙелбаев Ғ. З. — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Тимеров Азамат Камил улы, (14 февраль 1969) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006);
- Салауатов Альберт Рәфҡәт улы (29.05.1971), йырсы. 2012 йылдан Сибай театр-концерт берекмәһенең артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010);
- Рыҫкилдин Ҡасим Янбай улы — БМСК-ның элекке директоры;
- Йәнбирҙин Йомағужа, Солтанғолов Шәкирйән, Әбдрәхимов Абдулла, Муллагилдина Ғәлима — почетлы шахтерҙар[7].
Семеновка руднигында шулай уҡ элекке Түбә руднигы идаралығы директорҙары Атанғолов Абдрахман Ғәлим улы һәм Ғәйнуллин Фәрүәз Әхмәҙи улы эшләгән[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ http://ufagen.ru/places/baymakskiy/semenovskiy_rudnik.html Семеновский рудник
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 8,0 8,1 http://www.bashinform.ru/news/348750-semenovskaya-zolotoizvlekayushchaya-fabrika-v-bashkirii-obekt-povyshennoy-ekologicheskoy-opasnosti/ Семеновская золотоизвлекающая фабрика в Башкирии — объект повышенной экологической опасности
Сығанаҡтар
үҙгәртергә• Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.