Жданов Константин Валерьевич
Константин Валерьевич Жданов (14 февраль 1968 йыл, Өфө, БАССР, СССР) — Рәсәй ғалим-инфекционисы, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының баш инфекционисы, медицина хеҙмәте полковнигы, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016).
Жданов Константин Валерьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 14 февраль 1968 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инфекционист |
Эш урыны | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1968 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған, атаһы — Валерий Павлович Жданов, билдәле инфекционист, хәрби һәм граждандар һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы.
1991 йылда С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын отличие менән тамамлай, уҡыуын тамамлағандан һуң инфекция ауырыуҙары кафедраһы адъюнктураһына ҡабул ителә.
1991 йылдан алып әлеге көнгә тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының инфекция ауырыуҙары кафедраһында эшләй, унда адъюнктан кафедра начальнигына тиклем юл үтә (2010 йылдан).
2000 йылда «Латентные формы вирусных гепатитов В и С у лиц молодого возраста» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: вируслы инфекциялар (ВИЧ, гепатиттар), йоғошло иммунология. Ул етәкләгән кафедра уның етәкселеге аҫтында вируслы гепатит һәм ВИЧ-инфекция, шулай уҡ киҫкен эсәк инфекцияһы һәм эсәк микробиоценозы, грипп, аденовируслы, менингококклы инфекция, паразитоз һәм тропик ауырыуҙарҙың боҙолоуы кеүек социаль әһәмиәтле инфекцияларҙы тикшеренеү эше алып бара.
350-нән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр, шул иҫәптән йоғошло ауырыуҙар буйынса дәреслек һәм ҡулланмалар, белешмәләр һәм монографиялар серияһы авторы. Жданов К. В. — «ВИЧ-инфекция и иммуносупрессия», «Журнал инфектологии», «Эпидемиология и инфекционные болезни. Актуальные вопросы», «Лечение и профилактика», «Журнал гепатологии. Русское издание», "Клиническая гастроэнтерология и гепатология. Русское издание журналдарының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһының терапевтик фәндәр буйынса эксперт советы ағзаһы, С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы ҡарамағындағы диссертация советы ағзаһы.
Уның етәкселеге аҫтында 18 кандидатлыҡ һәм 3 докторлыҡ диссертациялары әҙерләнгән һәм яҡланған.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә— II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы,
— I дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы,
— «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы,
— Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Константину Валерьевичу Жданову – 50 лет. Журнал инфектологии. Том 10, № 1 (2018) . journal.niidi.ru. doi:10.22625/2072-6732-2018-10-1-131-140. Дата обращения: 2020-1-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Константина Валерьевича Жданова РФА рәсми сайтында
- Константин ЖДАНОВ: «Не боюсь никаких инфекций» (неопр.). archive.redstar.ru. Дата обращения: 2 января 2020.