Молдова
| |||||
![]() | |||||
Гимн: Молдавия гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 27 август 1991 (СССР иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Румын теле[1][2] | ||||
Баш ҡала | Кишинёв | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Кишинёв, Тирасполь, Бельцы, Бендер, Каһул | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Молдова Республикаһы (Republica Moldova) — Европалағы ил. Ул көнбайышта Румыния менән, көньяҡта, төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән сиктәш. Башҡалаһы — Кишинёв ҡалаһы. Майҙаны 33 846 км2.
Республика энокультураларҙың күплеге менән айырыла. Халыҡтың күпселеге (2004 йылғы иҫәп алыу буйынса 93 %) правосливие динендә. ЭТП күләме 2012 йылда 7,559 миллиард доллар тәшкил итте, йән башына 2128 доллар самаһы. Аҡса берәмеге — лей. 2014 йылдың 4 октябренә торошло 1 молдава лейе 2,7 һумға тигеҙ булды[3].
1924—1940 йылдарҙа Молдавия АССР-ы Украина ССР составында була. 1940 йылдан 1991 йылға тиклем Молдавия Совет Социалистик Республикаһы исеме менән союздаш республикалар хоҡуғында СССР составында була. 1990 йылдың 5 июненән — Молдова Совет Социалистик Республикаһы. 1991 йылдың 27 авгусында бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителә.