8 март
көнө
(8 марта битенән йүнәлтелде)
8 март — григориан стиле буйынса йылдың 67-се (кәбисә йылында 68-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 298 көн ҡала.
8 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Ер: Математика көнө.
- Албания; Лаос; Тажикстан: Әсәләр көнө.
- Замбия: Йәштәр көнө.
- Либерия: Вафат булғандар көнө.
- Сүриә: Революция көнө.
- АҠШ: Диетологтар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кулясов Алексей Матвеевич (1875—1933), дин әһеле. 1905—1907 йылдарҙа «Церковно-общественная жизнь» журналы хәбәрсеһе. 1921—1933 йылдарҙа Богородский-Өфө сиркәүе руханийы. «Уфимский церковно-народный голос» журналын һәм Көнсығыш-рус мәҙәни-мәғрифәт йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Мамадыш районы Покровское ауылынан.
- Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибәт улы (1915—15.10.1971), архитектор, 1952—1956 йылдарҙа «Башпроект» республика проект контораһының, 1960—1964 йылдарҙа Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының баш архитекторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Өфөләге күп кенә биналарҙың, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының төп корпустары проекттары авторы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалалары генпландарын төҙөүселәрҙең береһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылынан.
тулы исемлек
- Бикбулатов Ренат Мисбах улы (1940—29.05.1995), ғалим-вирусолог, 1964—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Д. К. Ивановский исемендәге Вирусология институтының ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1992). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лютер Роберт Эрнестович (1945), музыкант, 2005—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Молдова Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Бежецк ҡалаһынан.
- Исхаҡов Наил Йәмил улы (1950), хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы Киров исемендәге колхоздың элекке тракторсы-машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы (1955), рәссам. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзының йәштәр бүлеге, 1995 йылдан — Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012).
- Латыпов Мәүзир Хаммат улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 1991 йылдан Туймазы районының «Ҡуш-бүләк» крәҫтиән хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Туймазы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кадомцев Эразм Самуилович (1881—6.03.1965), революцион хәрәкәт эшмәкәре. 1901 йылдан РСДРП ағзаһы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында һәм Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917—1918 йылдарҙа Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Өфө губерна штабы начальнигы, артабан Совет Рәсәйенең һәм СССР-ҙың төрлө яуаплы вазифаларында. Ленин ордены кавалеры.
- Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы (1921—8.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Рәхмәтуллина Йыһания Ғиндулла ҡыҙы (1936), йырсы (лирик драматик сопрано). 1965—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1971 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Әхмәт ауылынан.
- Сәғитова Гүзәл Борхан ҡыҙы (1936–4.07.2008), театр актёры. 1959—1995 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1961 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Абзай ауылынан.
- Тләүбирҙина Таңһылыу Шәнгәрәй ҡыҙы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Күмертау ҡала үҙәк дауаханаһының функциональ диагностика табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990).
- Антипов Владимир Петрович (1951), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1986 йылдан Федоровка районы «Рассвет» һәм «Искра» хужалыҡтары, бер үк ваҡытта 2006 йылдан — район Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Митюковка утарынан (хәҙер бөткән).
- Биҡҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы (1956), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2000—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Почёт ордены кавалеры (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
- Шәрифуллин Владислав Муллағәли улы (1956), музыкант, Ҡыйғы районының «Умырзая» вокаль-инструменталь ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы (1961), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
- Ҡазбулатова Рәйсә Рәйес ҡыҙы (1966), тележурналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының нәфис программалар бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы (1907—12.05.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.
- Нагаева Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы (1907—1.04.1995), педагог. 1927 йылдан хәҙерге Йылайыр һәм Баймаҡ районы мәктәптәре, 1936 йылдан Ишембай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы; 1942—1958 йылдарҙа Ишембайҙың 3-сө башҡорт мәктәбе (хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1942—1949 йылдарҙа — директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945) кавалеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944).
тулы исемлек
- Фәйезова Фатима Фәтхулла ҡыҙы (1917—?), фельдшер-акушер. 1940—1987 йылдарҙа Әбйәлил районы Буранғол фельдшер-акушер пункты мөдире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән район үҙәге Асҡар ауылынан.
- Байегетова Роза Исмәғил ҡыҙы (1932—2020), сауҙа алдынғыһы. 1951 йылдан һәм 1960—1983 йылдарҙа Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай, 1953—1960 йылдарҙа — 1-се Этҡол ауылындағы магазин мөдире. Сауҙа хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союзы съезы делегаты (Мәскәү, 1972). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971, 1976), СССР ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1966). Сығышы менән Үрге Таулыҡай ауылынан.
- Килдейәров Зиннәт Шәрип улы (1937—10.02.2014), механизатор. 1957—1997 йылдарҙа Әбйәлил районының 22-се партсъезд исемендәге колхоз тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы (1983). Сығышы менән ошо райондың Буранғол ауылынан.
- Айытҡолова Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы (1942—29.04.2010), педагог, йәмәғәтсе. 1964—2000 йылдарҙа Баймаҡ интернат-лицейы уҡытыусыһы. «Ҡомартҡы» башҡорт халыҡ йырҙары ансаблен ойоштороусы һәм уның тәүге етәксеһе (1982—2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), СССР-ҙың мәғариф (1984), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
- Күсимов Салауат Таһир улы (1942), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-электрик, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, ректор вазифаһын башҡарыусы; 1992—2003 йылдарҙа — ректор; Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), техник фәндәр кандидаты (1971), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). «Почёт Билдәһе» (1985) һәм Почёт (2005) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
- Потапова Галина Александровна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1983—2012 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбенең физика һәм астрономия уҡытыусыһы, 104-се һөнәри училище директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Шабанова Татьяна Дмитриевна (1947), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тел белгесе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 1977—1988 йылдарҙа инглиз теле кафедраһы мөдире, 1996—2006 йылдарҙа — сит телдәр факультеты деканы. Филология фәндәре кандидаты (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре .
- Реан Артур Александрович (1957), ғалим-психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре; Психология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Рәсәй авторҙар йәмғиәтенең ағза-корреспонденты (1996), психология һәм йәш физиологияһы бүлексәһе академигы (2016). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (1908—18.10.1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1932—1934 йылдарҙа хәҙерге Ишембай районының «Башҡортостан» колхозы бригадиры. 1-се Бөтә Союз ударник колхозсылар съезы делегаты (1933). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933).
- Нурасов Сәлим Хәбиб улы (1908—18.10.1984), малсы. 1926 йылдан хәҙерге Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз эшсеһе; 1952 йылдан — веттехник, 1962 йылдан — ферма мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Ғүмәров Сәлимйән Ялал улы (1933), ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист. 1971—2005 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (1980). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1993).
- Хәйҙәров Рифҡәт Ғәйнел улы (1933), механизатор. Ҡариҙел районы Салауат исемендәге колхоздың элекке тракторсыһы һәм комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Туйыш ауылынан.
- Булатова Сәрүәр Ғәлимйән ҡыҙы (1938), малсы, күп балалы әсә. 1965—1989 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1978), 1-се (1981) һәм 2-се (1974) дәрәжә «Әсәлек даны» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Алғаҙы ауылынан.
- Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (1943), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1961—1998 йылдарҙа «Салауатстрой» тресы эшсеһе, бригадиры, мастеры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 27-се съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Үрнәк ауылынан.
- Сулимов Геннадий Васильевич (1948), педагог. Октябрьский ҡалаһы 2-се гимназияһының элекке физик культура уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Атанова Гөлшат Ғарифйән ҡыҙы (1953), хеҙмәт ветераны. 1975—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы Бүребай көнкүреш йорто парикмахеры. РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фархшатова Луиза Азамат ҡыҙы (1953), тележурналист, режиссёр. 2000—2006 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары. «Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012).
- Абдуллин Заһир Нәҡи улы (1958), инженер-механик, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2000—2009 йылдарҙа Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003) һәм атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Ҡәҙер ауылынан.
- Зыязетдинова Клара Хәмиҙулла ҡыҙы (1963—1.12.2012), колхозсы. 1957 йылдан Дүртөйлө районы Крупская исемендәге колхоздың йәшелсә үҫтереүсеһе. 1960 йылдан — звеновойы, 1974 йылдан — малсы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Сәйетҡол ауылынан.
- Камалов Марат Ғофран улы (1963—5.06.2008), зоотехник. 1997 йылдан Дүртөйлө районы БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоздың баш зоотехнигы, 1998 йылдан — рәйесе. 2005—2008 йылдарҙа Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Татар Мөнәүезе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы (1924—21.04.2017), инженер-төҙөүсе, дәүләт органы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ҡыҙыл Йондоҙ, «Почёт Билдәһе» һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Шәймөхәмәтов Әхнәф Хужа улы (1924–9.09.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Тәтешле районы Чкалов исемендәге, 1952—1975 йылдарҙа — Крупская исемендәге колхоз рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Һәүәләй ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәниев Наил Сәйетгәрәй улы (1929—10.12.2007), инженер-механик-ғалим. 1953–2007 йылдарҙа Ҡазан технология институты (1992 йылдан — университет) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973–1998 йылдарҙа теоретик механика кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1972), профессор (1974). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Исламбаҡты ауылынан.
- Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (1949), хирург-ғалим, йәмәғәтсе. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Дуҫлыҡ һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Архангел районының почётлы гражданы.
- Дәүләтов Олоҡман Биккис улы (1964), механизатор. Мәләүез районы «Ашҡаҙар» хужалығының тракторсы-машинисы. Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2021). Сығышы менән ошо райондың Корнеевка ауылынан.
- Жариков Дмитрий Сергеевич (1984), спортсы. Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1865: Николай Кравков, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе физиологы, фармаколог, СССР фармакологияһына нигеҙ һалыусы.
- 1870: Михаил Бонч-Бруевич, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалимы, геодезист, хәрби теоретик.
тулы исемлек
- 1870: Иван Скворцов-Степанов, СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре, тарихсы, иҡтисадсы.
- 1875: Пётр Ганнушкин, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалим-психиатры, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- 1905: Александр Родимцев, хәрби эшмәкәр, генерал-полковник, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1930: Юрий Рытхэу, СССР һәм Рәсәйҙең чукот яҙыусыһы.
- 1930: Альберт Хачатуров, СССР кинорежиссёры, Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1975: Солтан Ибраһимов, Рәсәй боксёры, 2000 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призёры.
- 1869: Гектор Берлиоз, Франция композиторы.
- 1944: Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944).