Жариков Дмитрий Сергеевич

Жариков Дмитрий Сергеевич (8 март 1984 йыл) — спортсы. Байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (2003).

Жариков Дмитрий Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы үҙгәртергә

Дмитрий Сергеевич Жариков 1984 йылдың 8 мартында Свердловск ҡалаһында тыуған. СДЮШОР

Байдаркала һәм каноэла ишеү спорты буйынса Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Н. А. Попов, Н. А. Попова).

2005 йылда Урал физик культура академияһын тамамлай. 2001 йылдан байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инә.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Көмөш миҙал (2003, 2004 —  500 һәм 2000 м дистанцияларында) һәм бронза (2004 — 2000 метр дистанцияһында)
  • Байдарка-яңғыҙ, байдарка -ике ишкәкле, байдарка -дүрт ишкәкле кәмәләрҙә Рәсәй чемпионаттары призеры.
  • Донъя (2001), Европа (2 тапҡыр, 2002) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2002; 2003, 2004) беренселеге еңеүсеһе.
  • Үҫмер спортсылар араһында 500, 1000 һәм 2000 м дистанцияларында байдаркала Рәсәй беренселегенең көмөш призеры (2 тапҡыр, 2001; 2002, 2003).

Һылтанмалар үҙгәртергә