Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы

төҙөлөш тармағы алдынғыһы

Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (8 март 1943 йыл) — «Салаватстрой» тресы төҙөүсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).

Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Үрнәк, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәүҙәт Йыһанур улы Мәзитов[1] 1943 йылдың 8 мартында[2] БАССР-ҙың Саҡмағош районы Үрнәк ауылында тыуа. 17 йәшенән Саҡмағош райпотребсоюзы складында йөк ташыусы, Башпотребсоюздың 10-сы төҙөлөш участкаһында төрлө эштәр башҡарыусы булып эшләй. 1961 йылда 18 йәшендә комсомол юлламаһы буйынса Салауат ҡалаһына китә һәм унда «Салаватстрой» тресының 1-се төҙөлөш участкаһында төрлө эштәрҙә эшләй.

1965 йылдан — трестың ташсылары бригадиры. Башҡортостан райондарында һәм Салауат ҡалаһында торлаҡ йорттар һәм сәнәғәт объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша. Салауат ҡалаһындағы Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 11-се кирбес йорттағы биҙәктәр авторы.

Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1989 — 1998 йылдарҙа — «Салаватстрой» тресының 1-се төҙөлөш идаралығы мастеры. Пенсияға сыҡҡандан һуң Салауат ҡалаһында йәшәй.

Ҡатыны — Фәриҙә Миңләхмәт ҡыҙы, ике балалары, Тимур ейәндәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985),
  • ике Ленин ордены (1981, 1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • СССР-ҙың Промстройматериалдар хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк комитетының, Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының Почёт грамотаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә