Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы

Ниғмәтуллин Урал Миңлебай улы (8 март 1961 йыл) — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).

Биографияһы үҙгәртергә

Урал Миңлебай улы Ниғмәтуллин 1961 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Урындағы мәктәптән һуң 1979 йылда үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, артабан Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була.

1985 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһының (хәҙер мәҙәниәт техникумы) хор-дирижер бүлеген тамамлай һәм 1986 йылдан Ғафури район мәҙәниәт йортонда эшләй.

Төп хеҙмәтенән айырылмай 1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетын тамамлай[1].

1995 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы үткәргән ижади конкурста ҡатнаша һәм уның һөҙөмтәһендә радио тапшырыуҙары студияһына музыкаль мөхәррир итеп эшкә ҡабул ителә. Бер ни тиклем ваҡыттан «Ижад» әҙәби-музыкаль берекмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһы комментаторы һәм мөхәррире[2].

Урал Ниғмәтуллин шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын һәм төрлө осор композиторҙары әҙәрҙәрен оҫтә башҡарыусы булараҡ та республикала танылыу алған[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының профсоюз комитеты ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталары
  • Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Маҡтау грамоталары

Репертуары үҙгәртергә

Халыҡ йырҙары үҙгәртергә

  • Уйыл
  • Ильяс
  • Ҡырҡты тау
  • Асыуланма
  • Бөрлөгән
  • Гармун
  • Йәнем, бәғрем
  • Наласа
  • Таң йыры
  • Ырымбур-Силәбе
  • Яратҡан йәремә

Композиторҙар әҫәрҙәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә