Абзай (Ҡыйғы районы)

Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл

Абзай (Уртауыл, рус. Абзаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Абзай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2]. Почта индексы — ?, ОКАТО коды — 80236805001.

Ауыл
Абзаево
башҡ. Абзай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Абзай ауыл Советы

Координаталар

55°35′52″ с. ш. 58°41′05″ в. д.HGЯO

Халҡы

558[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452505

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 236 805 001

Код ОКТМО

80 636 405 101

Номер в ГКГН

0520756

Абзаево (Рәсәй)
Абзаево
Абзаево
Абзай (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абзаево

Географик урыны

үҙгәртергә

Юл оҙонлоғо:[3]

Абзай ауылы Ҡыйғы йылғаһы бассейнына ҡараған Кесейек йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан төньяҡҡа 34 километрҙа һәм Һилейә тимер юл станцияһынан (Силәбе өлкәһе) 77 километрҙа урынлашҡан[4].

Абзай ауылына Троицк өйәҙе Дыуан улусы (ҡатай ырыуы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, XVIII быуат аҙағынан билдәле. Йөҙ башы Абзай уҙаман исеме менән аталған. Боронораҡ шулай уҡ Мәсетле булараҡ та билдәле булған.

1842 йылда 222 кешегә 115 сирек ужым, 248 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Өс баҫыулыҡ өҫтөнлөк алған. Һабан — игенселектең төп ҡоралы. Ауылда 3 елгәргес һәм һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары эшкәртелә. Абзайҙа 300 ат, 200 һыйыр, 60 һарыҡ, 40 кәзә аҫырала. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 10 умарта һәм 25 солоҡ була[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1895 Дыуан улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Үрге Ҡыйғы улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Абзай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

Ауылда Абзай исемле тағы бер ир-егет — 1752 йылда Дүшәмбикә ауылына нигеҙ һалған мишәрҙәр менән керҙәшлек төҙөгән Баймөхәмәтов Абзай ҙа булған. 1865 йылда 57 хужалыҡта 377 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне була. XIX быуат аҙағында 2 сауҙа кибете иҫәпкә алына[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда мәсет, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән[7].

Әлеге ваҡытта Абзайҙа урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 754
1920 йыл 26 август 1037
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 858
1959 йыл 15 ғинуар 637
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 578
2002 йыл 9 октябрь 568
2010 йыл 14 октябрь 558 269 289 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбенә ярашлы, башҡорттар һаны 96 %тәшкил итә[9].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Уҡытыусылар урамы (рус.  Учителей (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октября (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы — (рус.  Заречна(улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — (рус.  Мира (улица)[16]

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Абзай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Д. 1506. Л. 107; Д. 13910. Л. 27. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345,485. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 42.
  8. Абзай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; 2002F төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. Галиев Радик Хурматович 2021 йыл 16 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2017)
  11. Кто есть кто в РБ → Карточка персоны. Галиев Радик Хурматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2017)
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Ғибәҙуллин Миңлетаһир Ғибәҙулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  13. Универсальная энциклопедия «Башкортостан»: САФИНА Миндигаян Миндиахметовна 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
  14. Государственное бюджетное учреждение культуры Смоленский областной театр кукол имени Д. Н. Светильникова 2013 йыл 13 декабрь архивланған.
  15. Сәғитова Г. Б. Ҡыйғы районы мәҙәниәт бүлеге
  16. Карта д. Абзаево. Улицы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә