Үрге Таулыҡай
Үрге Таулыҡай (рус. Верхнетавлыкаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 722 кеше[2]. Почта индексы — 453678, ОКАТО коды — 80206846001.
Ауыл | |
Үрге Таулыkай рус. Верхнетавлыкаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Ҡотлоюл |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453678 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
= Тарихы
үҙгәртергәXVII быуат уртаһында нигеҙ һалынған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, старшина, етәкселәрҙең береһе Таулыҡай Сураҡов исеме бирелгән. Баштағы исеме — Ҡолторсаҡ, Ҡотлоюл, ул исемдәр ҙә урындағы ихтилалдарҙың халыҡ етәкселәре хөрмәтенә бирелгән[3]. Таулыҡай Сураҡовтың етәкселегендә 209 йорт хужалары ихтилалда ҡатнаша. Күренекле пугачевсы, атаман А. А. Овчинников менән берлектә Т. Сураҡов 1774 йылда бер нисә мәртәбә Кананикольск заводына һөжүм итә. Май башында ихтилалсылар завод баҫып ала һәм Пугачевҡа 48 завод эшсеһен һәм 150 атты алып китәлә, завод контораһын үртәйҙәр. 2 һәм 4 июндә завод ҡабаттан һөжүмгә дусар була. ТИмашевтың карателдәр отряды Таулыҡай ауылы аша үтә һәм отставкалағы старшина Сураҡовты ҡулға ала. Уның урынына старшина итеп Кинйәбулат Әликәшев тәғәйенләнә[4]. 1770 йылдың 1-2 июнендә Таулыҡай Сураҡаевтың академик Иван Лепехин менән осрашыуы билдәле.
Таулыҡайҙың ике улы була: өлкәне — Аҡҡусҡар (1730—1822), кесеһе — Йәнйегет (1752—1821).
XVIII быуаттың 30-сы йылдарында ауыл Ҡотлоюл исемен йөрөтә, был ауылда Таулыҡайҙың атаһы Сураҡ йәшәй. Сураҡ ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйерҙең ҡайныһы була. Әбелхәйер 1738 йылда Башҡортостанға ихтилалды баҫтырыу өсөн килә, бында ул сураҡтың ҡыҙына өйләнә. Әбехәйерҙең улы солтан Нурали Иҫәнъюлдың үгәй ҡыҙына өйләнә, Ҡутур батыр — Әҫәнъюлдың тол ҡатынына[4].
Сығанаҡтарҙа Сураҡтың фамилияһы (атаһының исеме) күрһәтелмәй, әммә уның нәҫелле тархан Ҡотлоюл Ҡолторсаҡовтың улы икәнен төҫмөрләп була, сөнки ул ваҡытта вазифалар нәҫел буйынса тапшырылған. 1755 йылғы ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн Ҡотлоюл ҡулға алына, язалана һәм каторгаға Рогервикка ебәрелә. Уның улдары — Ҡусҡар, Асҡар, Түләкһәм Күҙембирҙе мәңгегә һалдатлыҡҡа бирелә[4].
Таулыҡайҙа билделе фамилиялар — Таулыҡаев, Ҡотлосурин, Үтәгәнов, Назарғолов, Ишморатов, Яматов, Исхаҡов, Таулыҡанов, Моратов, Теләүбирҙин, Солтанов, Шоңҡаров[4].
1812 йылғы Ватан һуғышында ике көмөш миҙал кавалеры Ҡулгилде Сафаров ҡатнашҡан. Акмырҙа Ҡәҙерғәлин, Баймөхәмәт Юланов, мөхәмәткәрим Хәлитов 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуышында Бессарабияла булалар[4].
Реформалауға тиклем тораҡ пункты 6-сы башҡорт кантонының 4 йортона ҡараған.
1795 йылда 67 йортта 428 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 684 кеше, 1920 йылда — 760 кеше, 1939 йылда — 464 кеше, 2000 йылда — 1050 кеше[3].
Төп шөғөлдәре — малсылыҡ.
XIX быуаттың уртаһында 106 йортҡа 650 йылҡы малы, 1150 эре мал, 211 һарыҡ, 73 кәзә тура килгән. 56 бот ужым бойҙайы һәм 528 бот ярауай бойҙай сәскәндәр. 1893 йылдан йәҙитселек ысулы менән уҡытҡан мәҙрәсә булған, уны Хәлил хәҙрәт Рәхимов төҙөгән[3].
1924 йылда 128 йортта 144 йылҡы малы, 252 эре мал, 492 ваҡ мал булған. сәсеү майҙаны 64 га булған.
1928 йылда ике ауыл хужалыҫы артеле булдырыла, 1930 йылда улар «Комсомол» колхозына берләшә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 616 | 309 | 307 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәҺаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан[3].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 22 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 67 км
- Өфөгә тиклем (Инйәр аша): 400 км
Ауылдың билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абҙаҡов А. И., Байегетов Х., Байегетов Н. М., Бүкәнбаев Ш. И., Ғәйнетдинов Ю. И., Кейекбаев Т. И., Кейекбаев Ф. Т., Сәғәҙәтова Р. Ш., Үҙәнбаев С. А., Яхин Р. Х., Яхин А. Х., Яхин У. Х., Шоңҡаров А. В.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/tavlukaevo.html Тавлукаево (Кутлуюлово, Котлырсаково)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Тавлукаево (Кутлуюлово, Котлырсаково)