Ҡәҙер (Дыуан районы)
Ҡәҙер (рус. Кадырово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Рухтин ауыл Советы (Дыуан районы) составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 400 кеше булған[2]. Почта индексы — 452521, ОКАТО коды — 80223831003.
Ауыл | |
Кадырово башҡ. Ҡәҙер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 16 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Рухтин): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 83 км
Ҡәҙер ауылы Әй йылғаһы буйында район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡҡа 16 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышына 83 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Риүәйәте
үҙгәртергә«Ғәбделҡәҙер бейҙең атаһы Юлдаш ҡарт, ҡаҙаҡтар барымтаһынан тынғылыҡ эҙләп, Ҡоншаҡ яҡтарынан был яҡтарға юллана. Әммә Әй буйына улы Ғәбделҡәҙер генә килеп етә һәм Ҡәҙер ауылына нигеҙ һала. Был тирәлә киң билдәлелек алған Байыш кантон Ғәбделҡәҙер бейҙең 7-се быуын тоҡомо» тип һөйләгән ата-бабалар[4].
Тарихы
үҙгәртергәӘй буйындағы Ҡәҙер ауылына һәм Әй менән Көгөштә йылғалары буйындағы Ишмән ауылына Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары шул уҡ даруғалағы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 йылда (башҡа мәғлүмәт буйынса — 1700), керҙәшлек килешеүенә таянып, нигеҙ һала.
Тырнаҡлы башҡорттары әйлеләрҙең керҙәшлеге тураһында килешеүҙең тексын һаҡлап ҡалған:
«1760 йылда иһә, атай-олатайҙар заманынан бөйөк батшаларҙан бүләк итеп алынған ерҙәрҙә йәшәргә күсеп, Өфө округының Тырнаҡлы улусы аҫаба башҡорттары, оброкһыҙ һәм бер отошһоҙ, Себер даруғаһы Әйле улусындағы ике башҡорт ауылында йәшәй башланы. Беҙҙең ризалыҡтан башҡа еребеҙҙә сит кешеләр йәшәргә тейеш түгел тигән бойороҡтан сығып, беҙ, Тырнаҡлы улусы башҡорттары, өлкәне лә, кесеһе лә, һәр йылға 20 тин һалым алып, 30 йортта йәшәүсе Әйле улусы башҡорттарына ҡышҡы урынды һәм йәйге күсеү биләмәләрен мәңгелеккә биргәнбеҙ, ә улдары атаһынан йәки ағай-энеләр айырылып сыҡҡан осраҡта, улар, ыҙғыш сығармай ғына, һәр йорттан 20-шәр тин һалым түләргә тейеш. Үрҙә әйтелгән ҡышҡы торлаҡтар һәм йәйге күсеү урындары Әй йылғаһына, Йыланыш йылғаһы тамағынан ағым буйлап барып, Йыланыш түбәһенә Аҡ далаға тиклем, шунан Йүкә ваҡлау аша Мырҙалар ыҙанына (улусына), Һыулы Торналы түбәһенә тиклем һәм Торналы буйлап, Ҡара кисеүгә һәм унан Әйҙәнмә тауы моронона, шунан — Әй йылғаһын аша сығып, Быҙаусы (Бузовча) күле һырты буйлап Тора моронона, ә унан Торна буйлап яңғыҙ ҡарағайға, унан — Түбәнге Ҡара Талға, шунан һаҙлыҡ буйлап Кувавейли түбәһенә, унан — Нагушли һаҙлығынан ҡалҡыулыҡҡа, унан — Борға Үҙәнле (Бурга Узанлы) түбәһенә, унан — Чуматов ҡайынлығы һырты буйлап ҡалҡыулыҡҡа, унан — Бишҡайынға, уларҙан Исхаҡ һаҙлығы ыҙаны ситенән Әнйәк (Инзяк) түбәһенә, күтәрелә-күтәрелә, һырт менән Төлкө тоҙағы шишмәһе (Тюльке Тоймак) түбәһенә, Чуванлы ҡул ҡоро үҙәненә һәм Әй йылғаһына, уны аша сығып, алда телгә алынған Йыланыш тамағына… Был килешеүҙе яҙғанда, Тырнаҡлы улусы өлкәндәре һәм кеселәре лә әлеге 1810 йылдың 10 апрель көнөндә тамғаларын ҡуйҙылар. Беҙ, Троицк һәм Өфө округы Тырнаҡлы улусы чиновниктары һәм ябай башҡорттары, дөйөм ризалыҡ менән, был килешеүҙе иҫкергән тип танып, яңы ҡағыҙға күсереп яҙҙыҡ һәм эшкә беркеттек… Һәм, кем яҙа белә, ҡулдан яҙып, яҙа белмәгәндәр — тамға һәм старшина мисәтен баҫып, әгәр Ҡәҙер һәм Ишмән ауылдары башҡорттары беҙҙең ерҙән башбаштаҡланып күсеп китергә хәл итһә, был ерҙе уларға һатмау һәм оброкка бирмәү шарты менән, раҫлайбыҙ»Оригинал текст (рус.)«1760 года майя ... дня Уфимской округи Тырнаклинской волости вотчинники башкирцы на жалованной от великих государей земле по р. Аю изстари при дедах и отцах наших поселясь жительствуют Сибирской дороги Айлинской волости двумя деревнями Кадыровой и Ишменевой башкирцы без оброка и без всякой нам выгоды, а как ныне известно нам указом повелено, дабы на наших землях посторонние люди без позволения не жили, почему мы Тарнаклинской волости башкирцы старшие и младшие со общаго согласия означенным Айлинской волости башкирцам 30 дворам изстари заселенными ими зимовными и летними кочевыми местами жительство и владение иметь вечно позволяем из платежа оброка на каждый год по 20 копеек, а когда отделяться будут от отцов сыновья и от братьев братья, коим с каждого двора в год платить оброку по 20 копеек и спору никакого не иметь; вышеписанные же зимние жилища и летние кочевья состоят в средине сих меж от устья речки Еналыша (Еланыш), которая впадает в Ай, итти вверх по течению до Еланышевской вершины и до Белой степи, откуда липовым колком до Мурзаларской межи (т.е. волостной) до вершины Водяной Турналы и вдоль по Турнале на Черный брод и от оного на мыс горы Айлянмы, откуда перейдя р. Ай сыртом озера Бузовча на мыс Туры, а от оного вдоль по Турне на одинокую сосну, а от оной на Нижний Черный Тал, откуда вдоль по болоту на вершину Кувавейли, оттоль на вершину на болотах Нагушли, от оного на вершину Бурга Узанлы ж, отколь сыртом Чуматово березника на вершину, а от оной на 5 берез, от которых Инзяковой вершины краем болота Исхаковской межи верхностию сыртом на вершину ключа Тюльке Тоймака, от оного на вершину суходола, называемого Чуванлы кула и вдоль по оному суходолу до устья лога Чуванлы и до реки Ая, перейдя сей на прежде помянутое Еланышевское устье и во время написания сего договора, к которому находившиеся Тарнаклинской волости старшие и младшие люди руки и тамги свои приложили сего 1810 года апреля 10-го дня. Троицкой и Уфимской округ Тырнаклинской волости мы, чиновники и рядовые башкирцы, все со общаго согласия по ветхости сего договора, переписав оной на новую бумагу и приобщили к сему... И в том договор утверждаем с приложением знающие писать рук, неумеющие — тамог и старшинских печатей с таким условием, есть ли означенных деревень Кадыровой и Ишменевой башкирцы сами своевольно с той нашей земли съехав переселятся, то оную землю им не продавать и в оброк не отдавать»[5][6]
1765 йылдың 4 авгусында Өфө провинциаль канцелярияһы ҡәҙерҙәр һәм ишмәндәр һәр йорттан бирергә тейеш 20 тин ҡортом түләүен законлаштырыусы 1760 йылғы килешеүҙе раҫлаған.
Ҡәҙер һәм Ишмән башҡорттары Тырнаҡлы улусы ерҙәрендә мәңгелеккә төпләнгән. 1832 йылғы закон буйынса уларҙың һәр береһе, хәрби ҡатлам керҙәштәре булараҡ, йән башына 30-шар дисәтинә ала. Шул уҡ ваҡытта улар Әйле улусының аҫабалығына дәғүә итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, улар Әйле ерҙәренең участкаларына: һөрөнтө ере, бесәнлеге, урман дачаһы, тирмәндәре, солоҡ ағастарына хужа булған, хатта Ләүйылға ауылының дәүләт крәҫтиәндәренә ер һатыуҙа һәм ҡуртымға биреүҙә ҡатнашҡан һәм кортом аҡсаһы алған.
Улар властарҙан артабан да Тырнаҡлы улусында «керҙәштәр хоҡуғында йән башына 30 дисәтинә бүлендек ер, шулай уҡ Әйле улусында аҫабалыҡ хоҡуғы менән файҙаланыу мөмкинлеге биреүҙәрен» һораған. Ундай рөхсәт булғанмы-юҡмы — билдәһеҙ.
Легенда буйынса, Ҡәҙер ауылына нигеҙ һалыусы Ҡәҙербирҙе булған. Шәжәрә түбәндәгесә: Юламан — Ҡәҙербирҙе — Ҡолшәрип — Мәһәҙи (уның улдары Тайыш, Байыш, Сәйфетдин, Хөснөтдин, Фазлетдин, Мөхәмәтғәле, Исламғәле). VII—VIII рәүиздәре буйынса Ҡәҙербирҙе билдәләнмәй, әммә унда Ҡолшәрип улы Баймөхәмәт Мәһәҙиев, Мәһәҙиҙең улдары: Мөхәмәҙғәле (указлы мулла), Тайыш, Фазыл, Хөснөтдин, Сәйфетдин, Хужай һүрәтләнә. Иң мөһиме — 1859 йылғы рәүиз барышында Ҡәҙерҙә тәүге төпләнеүсенең 81 йәшлек улы Үтәү Ҡәҙеров иҫәпкә алынған.
1795 йылда 15 йортта 202, Ишмәндәге 15 йортта 76 башҡорт йәшәгән. 1834 йылда 364 кеше булған[7][8].
Хәрби йөкләмә үтәү — башҡорттарҙың төп бурысы булған: йыл һайын 4-5 ғаилә ҡорал, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ тотҡан, яҡшы кейем, ике ат һәм аҙыҡ-түлек әҙерләгән яугир хәрби хеҙмәткә алынған. Улар башҡорт полктары сафында хеҙмәт иткән. Ҡәҙер ауылынан Баймөхәмәт Ҡолшәрипов Парижға барып еткән һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалына лайыҡ булған[9].
Ҡәҙер ауылында 1842 йылда 364 кешегә 109 сирек ужым һәм 428 сирек яҙғы ашлыҡ, ә Ишмәндә 67 кешегә — 30 сирек ужым һәм 71 сирек яҙғы ашлыҡ булған. 364 кеше йәшәгән 61 йортҡа 497 баш йылҡы, 223 һыйыр, 139 һарыҡ, 87 кәзә; Ишмәндә 14 йортта 128 ат, 66 һыйыр, 59 һарыҡ, 8 кәзә тура килгән. Ҡәҙерҙә 38 умарта, Ишмәндә — 2 умарта булған.
XIX быуат аҙағында мәхәлләлә 2 мәсет һәм «училище», йәғни мосолман башланғыс мәктәбе булған.
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Тырнаҡлы улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Тырнаҡлы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Рухтин ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Рухтин ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1865 йылда Ҡәҙер ауылындағы 86 йортта 462 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, арба эшләү менән шөғөлләнгәндәр. Электән үк 2 мәсет, училище була.
Ҡәҙер ауылында 1870 йылда — 463, 1898 йылда — 468, 1905 йылда — 609, 1920 йылда — 602 кеше йәшәгән[10][11].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда ла 2 мәсет, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй, йылға аша сығара торған паром була.
1920 йылда — 602 кеше[12][13].
Әлеге ваҡытта Мәсәғүт ауылы гимназияһының филиалы — Ҡәҙер төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[14].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәҠәҙер ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 602 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 479 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 537 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 427 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 400 | 186 | 214 | 46,5 | 53,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Зәйнәш Сөләймәнов (тыуған һәм үлгән ваҡыты билдәһеҙ) — хәрби эшмәкәр, Е. И. Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан. Әйле улусы старшинаһы Тайыш Сыныҡаев командаһында хеҙмәт иткән.
- Баймөхәмәт Ҡолшәрипов — Парижға барып еткән һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалына лайыҡ булған.
- Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (4.09.1950) — агроном, иҡтисадсы-ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Япаров Инбер Мөхәммәт улы (20.09.1950) ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1990), доцент (1994).
Хановтар шәжәрәһе
үҙгәртергәҠәҙербирҙе (Ғәбделҡәҙер) (1738) — Ҡәҙербирҙенең бүләре кантон подполковнигы Байыш, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Тимерғәзе — Ҡәҙер ауылында тәүге мәсеткә нигеҙ һалыусы. Мөхәмәтхан, Исхаҡ, Ибраһим — бер туғандар. Ханов Исрафил Мөхәмәтхан улы (1916—1942 йылдың декабре) Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. 2016 йылда Смоленск эҙәрмәндәре уның ҡәберен тапты. Ханов Ибраһим Мөхәмәтхан улы (1912—1982) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, инвалид, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Ханов Исхаҡ Мөхәмәтхан улы (1902—1943), атыусы, хәбәрһеҙ юғалған[15].
Урамдары
үҙгәртергә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Асытау. Бер байҙың аттары гел генә бер күл янындағы туғайлыҡта утлаған. Бай бының серен белергә теләгән. Һәм шуны асыҡлаған: был урында үлән асы, тоҙло булған. Шуға күлде Асы күл тип, ә эргәһендәге тауҙы Асытау тип атағандар.
- Олотау йәнәшендәге башҡа тауҙарға ҡарағанда үҙе ҙур, үҙе бейек булғанға шундай атама алған.
- Ишмәнтау. Был тау һәм шул уҡ исемле йылға буйында Ишмән тигән ауыл булған. Хәҙрге ваҡытта ул ауыл юҡ. Ишмәнтау менән Ишмән йылғаһы — уның иҫтәлеге.
- Рамазан тауы, Йәшкә тауы, Маҙартау, Оҙонғор тауы, Остүбә тауы
Йылғалар, күлдәр:
- Әй, Иҫке Әй, Ишмән йылғаһы, Бапалды йылғаһы, Ологисеү, Шарҙатма
- Тирәкле күл буйында бер нисә ҙур тирәк үҫкән
Шишмәләр:
- Туҡмашмә һыуы
Ялан-бесәнлектәр, юл:
- Динекәй буйы, Маҙар аҫты, Тәрәнғул, Ҡәрип яланы, Суҡтал, Әбейҙәр сауылы, Мулла ҡәбере юлы
Таусыҡтар, түбәләр:
- Ҡыҙҙар түбәһе
- Информаторҙар: Сәйфуллиндар: Франис Әсҡәрйән улы менән Тәнзилә Әмерхан ҡыҙы
Тарихи ҡомартҡылар: Ауыл эргәһендәҙе боронғо Ҡәҙер ҡурғандары һәм Ҡәҙер торамаһы тарихи ҡомартҡы булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
- А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡәҙер (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Исследовательская работа «Родословное древо моей семьи» (Хановы)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡәҙер (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Информаторҙар: Сәйфуллиндар Франис Әсҡәрйән улы менән Тәнзилә Әмерхан ҡыҙы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 52; Список населенных пунктов Башреспублики. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 106
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 53-56; Л. 52; Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 107; Л. 112; Ф. 138. Оп. 2. Д. 775
- ↑ http://duvansity.narod.ru/history.htm История Дуванского района
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 53-56; Л. 52; Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 107; Л. 112; Ф. 138. Оп. 2. Д. 775
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 53-56; Л. 52; Ф. 2. Оп. 1. Д. 5034. Л. 107; Л. 112; Ф. 138. Оп. 2. Д. 775
- ↑ Ҡәҙер (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Исследовательская работа «Родословное древо моей семьи» (Хановы)
- ↑ Карта д. Кадырово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |