Шабанова Татьяна Дмитриевна

Шабанова Татьяна Дмитриевна (8 март 1947 йыл) — юғары мәктәп ветераны, телсе ғалим. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 1977—1988 йылдарҙа инглиз теле кафедраһы мөдире, 1996—2006 йылдарҙа — сит телдәр факультеты деканы. Филология фәндәре кандидаты (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре .

Татьяна Дмитриевна Шабанова
Тыуған көнө

8 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Минеральные Воды, Ставрополь крайы, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

филология

Эшләгән урыны

БДПУ

Альма-матер

Пятигорск сит телдәр педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Сайт

https://bspu.ru/users/974

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Дмитриевна Шабанова 1947 йылдың 8 мартында Ставрополь крайының Минеральные Воды ҡалаһында тыуа.

1971 йылда Пятигорск сит телдәр педагогия институтын тамамлай һәм Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта башлай. 1977—1988 йылдарҙа инглиз теле кафедраһ мөдире була. 1996—2006 йылдарҙа сит телдәр факультеты деканы вазифаһын биләй.

1999 йылда «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, шул уҡ йылдан — профессор. 2002 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була.

Ғилми эштәре тел структураһының төрлө кимәлдәрендәге лингвистик берәмектәр семантикаһына, инглиз телен һәм урыҫ телен типологик өйрәнеүгә бағышланаған.

Шабанова 100 тирәһе фәнни хеҙмәт авторы.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Семантическая модель английских глаголов зрения: теоретико‑эксперимент. исслед. Өфө, 1998
  • Семантические модуляции в глагольной лексике английского и русского языков в единстве семантического, когнитивного и конструктивного подходов. Өфө, 2015
  • История английского языка, Саарбрюккен, 2016

Һылтанмалар

үҙгәртергә