12 декабрь
көнө
(12 декабря битенән йүнәлтелде)
12 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 346-сы көнө (кәбисә йылында 347-се). Йыл тамамланыуға 19 көн ҡала.
12 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ҡаҙағстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Кения: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ҡырғыҙстан: Милли әҙәбиәт көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Конституция көнө.
- Бөтә Рәсәй ҡабул итеү көнө.
- Төркмәнстан: Нейтралитет көнө.
- Швейцария: Флаг көнө.
- Япония: Иероглифтар көнө.
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе: Ватан тарихы көнө.
- 1911: Һиндостан баш ҡалаһы Калькуттанан Делиға күсерелә.
- 1955: эшселәр ҡасабаһы Братск ҡала статусы ала.
- 1989: СССР халыҡ депутаттарының II съезы асыла[1]
- 1991: РСФСР етәкселеге «СССР ойоштороу тураһындағы 1922 йыл килешеүен ғәмәлдән сыҡҡан» тип иғлан итә һәм СССР Юғары Советынан үҙ депутаттарын саҡыртып ала.
- 1993: Берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.
- 1993: Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителә[2].
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Монастырский Вадим Наумович (1945), музыкант-пианиносы, педагог. 1970—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. С. Рубин исемендәге Йәрүсәлимузыка һәм бейеү академияһы профессоры, һәләтле балалар өсөн музыка пансионына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977).
- Лущикова Алевтина Васильевна (1950), мәғариф ветераны. 1985—2014 йылдарҙа Иглин районының Оло Теләк ауылындағы В. Лесунов исемендәге мәктәптең математика уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Матвеев Олег Владимирович (1965), Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы. 1992 йылдан Кубань дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан университеттың Рәсәй тарихы кафедраһы профессоры. Тарих фәндәре докторы (2009). «Кубань казактар хоры» Дәүләт ғилми-ижади учреждениеһының Ғилми-тикшеренеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре. «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» авторҙарының береһе. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (1936—8.03.1991), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы аппаратсыһы, смена начальнигы, инженер-технологы, 1979—1987 йылдарҙа бүлек начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- Карабатова Нина Александровна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967 йылдан Балаҡатай районы Нөгөш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы, 1975—1980 һәм 1986—1987 йылдарҙа мәктәп директоры; 1983—1986 йылдарҙа Нөгөш ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1994). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Насыров Хафиз Харис улы ( 1941), хеҙмәт ветераны. 1964—1987 һәм 1991—2001 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты водителе, 1987—1990 йылдарҙа — партбюро секретары. СССР-ҙың почётлы таусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1988). Сығышы менән шул уҡ райондың Мансур ауылынан.
- Фазлиәхмәтов Фәйзулла Зәкиулла улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1984—2001 йылдарҙа Күмертау үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Рәсәй Федерацияһынең (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шәүәлиев Әхәт Сәғәҙәтгәрәй улы (1941—15.06.2005), хеҙмәт алдынғыһы. 1969—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе слесары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Латип ауылынан.
- Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы (1941), хеҙмәт ветераны. 1973—1990 йылдарҙа «Арктика», 1990—2004 йылдарҙа «Таймыр» атом боҙватҡыстарының өлкән мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), СССР-ҙың почётлы полярнигы (1977).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (1907—1964), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1956). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Гутман Давид Семёнович (1922—25.04.2019), ғалим-тарихсы. Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының элекке уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы.
- Лысиков Пётр Матвеевич (1927), һөнәри-техник белем биреү хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1997 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 19-сы һөнәри-техник училищеһы мастеры һәм өлкән мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү хеҙмәткәре (1984), РСФСР-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы (1976). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Варварино ауылынан.
- Йәнгирова Мәрүә Зинан ҡыҙы (1937), табип. 1971 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1976 йылдан — бүлек мөдире, 1994—1999 йылдарҙа поликлиника табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1987), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
- Мәҡсүтов Мариус Фәиз улы (1937—26.10.1999), уҡытыусы, комсомол органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. 1960 йылдан Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе директоры; 1961 йылдан ВЛКСМ-дың Стәрлебаш, 1963—1965 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ район комитетының беренсе секретары, бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының «Станкостроитель» гәзите мөхәррире; 1968—1996 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 1987 йылдан СССР Журналистар союзы, 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылынан.
- Кривошеева Нина Ивановна (1947), малсы. Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозының элекке һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән ошо райондың Фёдоровка ауылынан.
- Мәмлиева Альбина Әсҡәт ҡыҙы (1952), педагог. Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Гаврилова Татьяна Алексеевна (1957), педагог. 1979 йылдан Хәйбулла районы Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары; 1999 йылдан Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡытыусыһы, 2003—2012 йылдарҙа директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997). Сығышы менән Сиҙәм ауылынан.
- Чекмарёв Әлим Рәүил улы (1957), табип. Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (1913—29.05.2000), рәссам. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ рәссамы (1983) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989).
- Мәзитов Сәйфулла Хәмит улы (1918—2012), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, партизан. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Ғафури районының почётлы гражданы (2003). Сығышы менән Яңғыҙҡайын ауылынан.
тулы исемлек
- Синицын Василий Иванович (1918—14.10.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Мәләүез ҡалаһынан.
- Ирғәлин Шакирйән Шәйхаттар улы (1923—8.06.1991), фельдшер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Әбйәлил районы Ҡаҙмаш, 1948—1981 йылдарҙа — Ишҡол фельдшер-акушер пункты мөдире. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Дәүләтша ауылынан.
- Шумейко Григорий Григорьевич (1923—1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк взводы командиры (1945) артабан юғары хәрби училище уҡытыусыһы, гвардия полковнигы (1966). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы (1933—7.06.1999), педагог. 1958 йылдан Ишембай районы, 1972—1988 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы мәктәптәренең математика уҡытыусыһы, методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт Грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1967), СССР-ҙың (1977) һәм Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1963).
- Рауил Бикбаев (1938—23.04.2019), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993). Әҙәбиәт белгесе-ғалим, йәмәғәтсе. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970) лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы (1938), малсы. 1954—1962 йылдарҙа Туймазы районының А. Матросов исемендәге колхозында сусҡа ҡараусы, 1962—1970 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры, 1971—1974 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977— 1993 йылдарҙа — зоотехник. КПСС-тың XXIII (1966) һәм ВЛКСМ-дың XIII (1958) съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән Ҡандра-Ҡотой ауылынан.
- Раянов Фәнис Мансур улы (1938), хоҡуҡ белгесе. 1974 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Тажетдинов Азамат Әғзәм улы (1938—2015), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1965 йылдан Баймаҡ район мәғариф бүлеге инспекторы, 1969 йылдан 2-се Этҡол урта мәктәбе директоры, 1977—1998 йылдарҙа — уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (2003), райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2005).
- Үҙәнбаев Шәмсетдин Ибраһим улы (1938), партия органдары һәм элемтә тармағы хеҙмәткәре. 1967 йылдан КПСС-тың Баймаҡ район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, 1978 йылдан Түбә руда идаралығының партком секретары, 1982—2001 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Баймаҡ район элемтә узелы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (1998), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Түбә ауылынан.
- Хәлиуллин Мәғсүм Иҙрис улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Шаран районының «Правда» колхозының элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
- Гречишникова Елизавета Андрияновна (1983), спортсы, эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 2012 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Төрлө кимәлдәге чемпионаттар еңеүсеһе һәм призеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Максимова Татьяна Константиновна (1919—25.08.1983) педагог, йәмәғәтсе. 1942—1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы (1981). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Щеглов Николай Константинович (1929), хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1984 йылдарҙа Өфө быяла-сүс туҡымалары заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ермилов Олег Михайлович (1949), ғалим-тау инженеры. 2000 йылдан И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), техник фәндәр докторы (1991) профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), газ сәнәғәте отличнигы (1991), газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2004) һәм Дәүләт премияһы (1998) лауреаты; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2002), Ленин комсомолы премияһы (1981) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (2010) лауреаты.
- Дринфельд Владимир Гершонович (1954), СССР, Украина һәм Америка ғалим-математигы. 1978—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1988). Филдс премияһы лауреаты (1990), Чикаго университетының атҡаҙанған профессоры һәм АҠШ-тың Милли фәндәр академияһы ағзаһы (2016), Украина Милли фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
- Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы (1954), ғалим-инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009), Ғафури районының почётлы гражданы (2013).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1774: Уильям Генри, Англия химигы.
- 1766: Николай Карамзин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1799: Карл Павлович Брюллов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1821: Гюстав Флобер, Франция прозаигы, реалист.
- 1863: Эдвард Мунк, Норвегия рәссамы.
- 1905: Василий Гро́ссман, СССР яҙыусыһы.
- 1924: Исаак Каплан, СССР һәм Рәсәйҙең кино рәссамы.
- 1925: Владимир Шаинский, СССР һәм Рәсәй композиторы.
- 1928: Сыңғыҙ Айытматов, СССР һәм Ҡырғыҙстан яҙыусыһы.
- 1929: Джон Осборн, Англия драматургы.
- 1941: Виталий Соломин, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры.
- 1954: Драган Василькович, Сербияның сәйәси һәм хәрби эшмәкәре.
- 1766: Иоганн Кристоф Готшед, Германия ғалимы.
- 1792: Денис Фонвизин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 2003: Гейдар Алиев, Әзербайжандың 1993—2003 йылдарҙағы президенты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедический словарь «История Отечества с древнейших времён до наших дней» 2008 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ Энциклопедический словарь «История Отечества с древнейших времён до наших дней»(недоступная ссылка)