Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы

Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (12 декабрь 1936 йыл — 8 март 1991 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы аппаратсыһы, смена начальнигы, инженер-технологы, 1979—1987 йылдарҙа бүлек начальнигы.. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы
Файл:AskarovSS.jpg
Тыуған көнө

12 декабрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылы

Вафат булған көнө

8 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (54 йәш)

Вафат булған урыны

Стәрлетамаҡ

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1976
Ленин ордены — 1976 Ленин ордены — 1966

Биографияһы үҙгәртергә

Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы Асҡаров 1936 йылдың 12 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылында тыуған. 1953 йылдың октябренән Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозында эшләй башлай. 1955 йылдың ноябрендә Совет Армияһы сафына саҡырыла. 1958 йылда хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтарылғас, «Стәрлетамаҡстрой» тресының 6-сы төҙөлөш-монтаж идаралығында (СМУ-6) электрослесарь булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. 1960 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводына эшкә күсә, артабан Е-2 цехында аппаратсы, өлкән аппаратсы була.

Заводта эшләгән осорҙа Сәлимгәрәй Асҡаров үҙенең квалификацияһын юғары разрядлы белгес кимәленә күтәрә, цех аппаратсыларының бөтә эш урындарын үҙләштерә. Производство заданиеһын үҙенең ярҙамсыһы менән бергә 110—115 %-ҡа үтәй. Тик юғары сифатлы ғына продукция сығара. Туғыҙынсы биш йыллыҡ социалистик йөкләмәләрен (1971—1975 йылдар) ваҡытынан алда — 1975 йылдың июленә үтәй. Биш йыллыҡ эсендә хеҙмәт етештереүсәнлеген 90 %-ҡа арттыра.

1974 һәм 1975 йылдарҙа Сәлимгәрәй Асҡаровтың — «Иң яҡшы контроль — эшсе намыҫы», «Сеймалдан алып сифат билдәһе менән әҙер продукцияға тиклем», «КПСС-тың XXV съезды хөрмәтенә 25 стахановсы вахтаһы» башланғыстары — завод һәм цех коллективында киң яҡлау таба. Смотр барышында һаҡсыллыҡ һәм экономиялау буйынса уның индергән тәҡдимдәре 1975 йылда ғына ла 15,4 мең һум аҡса экономияларға мөмкинлек бирә.

С. С. Асҡаров үҙенең бай тәжрибәһен йәштәргә теләп тапшыра. Эшләгән осорҙа 23 аппаратсы әҙерләй, 9 йәш эшсегә квалификацияһын күтәрергә ярҙам итә.

Туғыҙынсы биш йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндә күрһәткән ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм эшендә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 мартындағы Указы менән С. С. Асҡаровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1976 йылдан алып 1991 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем, Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының изопрен каучук цехында алмаш инженер булып эшләй.

Белеме үҙгәртергә

1969 йылда Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын тамамлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.03.1976).
  • Ике Ленин ордены (1966, 1976)
  • Миҙалдар.

Хәтер үҙгәртергә

2010 йылдың май айында Стәрлетамаҡ ҡалаһының тыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған мемориаль комплексында Сәлимгәрәй Асҡаровҡа бюст ҡуйыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә