Ҙур Рәсәй энциклопедияһы
Ҙур Рәсәй энциклопе́дияһы (рус. Большая российская энциклопедия, ҡыҫҡартмаһы БРЭ) — рус телендә универсаль энциклопедия. Баҫма 35 номерлы һәм 1 «Россия» тигән томдан һәм 80 меңдән ашыу статьянан тора. Энциклопедия 2004—2017 йылдарҙа «Большая российская энциклопедия» ғилми нәшриәте тарафынан сығарыла. 2016 йылдан энциклопедияның интернет-версияһы бар.
Ҙур Рәсәй энциклопедияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 2004 |
---|---|
Исем | Большая российская энциклопедия |
Атамаһы | Большая российская энциклопедия |
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Мәскәү |
Хужаһы | Большая российская энциклопедия[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Алдағы | Ҙур совет энциклопедияһы |
Сәнғәт формаһы | энциклопедия |
Баҫма йәки тәржемә | Большая российская энциклопедия (электронная версия)[d] һәм Большая российская энциклопедия (печатное издание 2004-2017 годов)[d] |
Нәшер итеүсе | Большая российская энциклопедия[d] |
Нәшер ителеү урыны | Мәскәү |
Ил | Рәсәй |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 35 том |
Рәсми сайт |
bigenc.ru bre.mkrf.ru greatbook.ru |
Тасуирлау биттәре | greatbook.ru |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL |
bigenc.ru old.bigenc.ru |
Лицензия | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Главный редактор | билдәһеҙ |
Ранг Alexa | 52 098 һәм 38 289[1] |
Ҙур Рәсәй энциклопедияһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1995 йылдың 13 ғинуарында Рәсәй Президенты Б. Н. Ельцин Хөкүмәткә Рәсәйҙә Китап баҫыу буйынса федераль программа сиктәрендә, президент программаһы сифтаында, 1996—2001 йылдарҙа Ҙур Рәсәй энциклопедияһын сығарыуҙы ҡарарға ҡуша. 1996 йылдың 2 майында Б. Н. Ельцин «Ҙур Рәсәй энциклопедияһын сығарыу тураһында» 647-се указға ҡул ҡуя. Был указға ярашлы, энциклопедияның баш мөхәррире итеп Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, физика буйынса Нобель премияһы лауреты А. М. Прохоров тәғәйенләнә, ул "Ҙур совет энциклопедияһы"ның өсөнсө сығарылышының да баш мөхәррире була. «Большая российская энциклопедия» нәшриәтенә бина ҡуртымлау буйынса ташламалар бирелә, ә 1997 йылға федераль бюджетҡа энциклопедияның беренсе томын әҙерләү буйынса редакция-нәшриәт сығымдарын финанслау һалына. Яңы энциклопедияның яуаплы мөхәррире итеп география фәндәре докторы А. П. Горкин тәғәйенләнә.
«Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» Ҙур совет энциклопедияһы өлгөһөндәге универсаль энциклопедия түгел, ә Рәсәйгә бағышланған 12 томда сығырға тейеш була.
Беренсе том өҫтөндә эш башланғас, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренең күбеһе бындай энциклопедия системаһыҙ, логикаһыҙ икәнен һәм Рәсәйҙе донъя контексынан айырып ҡарауын аңлай. Коллектив менән директор һәм баш мөхәррир А. П. Горкин араһында ғауға ҡуба. 2001 йылдың 19 мартында Горкиндың ете урынбаҫарының бишеһе уға нәшриәттең директоры һәм баш мөхәррире вазифаларын айырыуҙы һәм А. П. Горкиндың директор вәкәләттәренән баш тартыуын талап итеп хат тапшыра. Горкин хаттағы талаптарҙы иғтибарға алмай. 2001 йылдың 27 мартында хеҙмәт коллективының йыйылышы була, унда күпселек тауыш менән Горкинға директор булараҡ ышанмау белдерелә.
Коллективтан матбуғат министры урынбаҫары Владимир Григорьев исеменә килгән хатта Горкин тәҡдим иткән форматтағы энциклопедия урынына универсаль энциклопедия әҙерләүҙең маҡсатҡа ярашлылығы дәлилләнә. Ә 2001 йылдың 19 апрелендә Григорьевҡа универсаль "Ҙур Рәсәй энциклопедияһы"ның 30 томлыҡ проекты ебәрелә. Эште 7,5 йыл эсендә тамамлау планлаштырыла. 2001 йылдың 9 июнендә матбуғат министры урынбаҫары Владимир Григорьев коллективҡа МДУ-ның журналистика факультетын тамамлаған, ғилми дәрәжәһе булмаған «Православная энциклопедия» ғилми-сиркәү үҙәге етәксеһе Сергей Кравецты Александр Горкин урынына яңы директор һәм баш мөхәррир итеп килтереп таныштыра.
Универсаль энциклопедия булараҡ БРЭ
үҙгәртергә2001 йылдың сентябрендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе М. М. Касьянов журналистарға Хөкүмәттең 30 томлы "Ҙур Рәсәй энциклопедияһы"н сығарыуҙы финанслау планы тураһында хәбәр итә. 2002 йылда «Большая российская энциклопедия» ғилми нәшриәте Рәсәй Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар һәм киң коммуникация саралары министрлығынан һүҙҙәр исемлеген төҙөүҙе һәм башҡа әҙерлек эштәрен башларға мөмкинлек биргән финанс ярҙамын күрһәтә.
2002 йылдың ғинуарында энциклопедияның баш мөхәррире һәм ғилми-редакция советы рәйесе академик А. М. Прохоров вафат була.
2002 йылдың 14 октябрендә Рәсәй Президенты В. В. Путин «Ҙур Рәсәй энциклопедияһын сығарыу тураһында» 1156-сы указға ҡул ҡуя, был документ Б. Н. Ельциндың ошондай уҡ исемдәге указын ғәмәлдән сығара. Ҙур Рәсәй энциклопедияһын сығарыу буйынса ғилми-редакция советы рәйесе итеп Рәсәй Фәндәр академияһы президенты академик Ю. С. Осипов тәғәйенләнә.
2004 йылда "Ҙур Рәсәй энциклопедияһының «Россия» тигән томы сыға, ул Рәсәй Федерацияһына арнала. 2004 йылдың сентябрендә «Йыл китабы» VI Милли конкурсында БРЭ-ның «Россия» томы «йыл китабы» тип табыла. Нәшриәт был томды 5 йыл һайын яңыртып, ҡабаттан нәшерләп торорға планлаштыра, әммә шунан бирле том бер мәртәбә лә ҡабат нәшерләнмәй.
2005 йылда беренсе номерлы том баҫыла («А — Анкетирование»). Артабан нәшриәт йыл һайын 2—3 том сығарып тора. 21-се томға тиклем һәр бер томдың сығанаҡ бирелмәләрендә «30 томда» тигән хәбәр тора, әммә 2013 йылда сыҡҡан 22-се томдан башлап "35 томда тигән яҙма тора. Баҫманың тиражы яйлап кәмей. Мәҫәлән, 1—12-се томдар 65 мең дана менән баҫылһа, 13—21-се томдар — 60 мең, 22—25-се — 26 мең, 26—28-се — 22 мең дана сығарыла. 2015 йылдан алып томдарҙың тиражы (№29—35) — 35 мең дана.
2017 йылдың декабрендә БРЭ-ның һуңғы, 35-се томы донъя күрә. 2018 йылдың 5 сентябрендә Ҙур Рәсәй энциклопедияһының 35 томлыҡ сығарылышы XX «Йыл китабы» Милли конкурсында гран-приға лайыҡ була.
2015 йылда БРЭ-ның электрон версияһы өҫтөндә эш башлана. Ул энциклопедия контентын Corel Ventura форматынан HTML форматына күсереүҙән, тексты таныуҙан һәм төҙәтеүҙән, интерфейсты һәм сайт дизайнын эшләүҙә тора. 2016 йылдың 1 апрелендә BigEnc.Ru сайты асыла, 2018 йылға баҫма БРЭ-ның бөтә статьялары электрон версияға күсерелеп бөтә; электрон версияға яңы статьялар ҙа (баҫма версияла булмаған) өҫтәлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Электронная версия БРЭ (выборка статей, напечатанных в книжной версии БРЭ)
- Сайт издательства «Большая российская энциклопедия» 2014 йыл 3 ғинуар архивланған.
- Публикациялар
- О создании «Большой Российской энциклопедии» (БРЭ) — сообщение пресс-службы Министерства Российской Федерации по делам печати, телерадиовещания и средств массовых коммуникаций. Данные на 30 июля 2003.
- Мария Ахметова 2018 йыл 22 июнь архивланған., Владимир Беликов 2018 йыл 22 июнь архивланған.. С энциклопедической новинкой! (Большая Российская энциклопедия) 2017 йыл 29 декабрь архивланған. // «Отечественные записки», № 6 (21) 2017 йыл 18 декабрь архивланған., 2004. — критический обзор тома «Россия» БРЭ.
- Открытое письмо Ответственному секретарю Большой Российской Энциклопедии С. Л. Кравцу от лауреата Нобелевской премии, академика РАН В. Л. Гинзбурга
- Васянин М. В. Вики и окрестности (критический обзор проекта общенационального энциклопедического портала)