Тажетдинов Азамат Әғзәм улы
Тажетдинов Азамат Әғзәм улы (12 декабрь 1938 йыл — 2015 йыл) — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты (2005).
Тажетдинов Азамат Әғзәм улы | |
Тыуған көнө | 1938 |
---|---|
Тыуған урыны | Байым, Ниғәмәт ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАзамат Әғзәм улы Тажетдинов 1938 йылда Баймаҡ районы Байым ауылында тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Атаһы (1898 йылғы) һуғышҡа китә һәм 1943 йылдың 13 мартында Смоленск йүнәлешендәге һуғышта батырҙарса һәләк була. Ғаиләлә әсә ҡулында атайһыҙ алты бала ҡала[1]. Азамат Әғзәм улына өлкәндәр менән бер рәттән ауырлыҡтарҙы күтәрергә, донъя мәшәҡәттәрен атҡарырға, колхозда бил бөгөргә тура килә. Шулай ҙа бала саҡтан күңелендә белемгә һөйөү йөрөткән малайға әсәһенең ҡеүәтләү һүҙҙәре дәрт өҫтәй. Башланғыс мәктәпте Байымда, ете класты 2-се Этҡол мәктәбендә тамамлағас, уҡытыусы булыу теләге уны Темәс педагогия педучилищеһына алып килә. 1956 йылда Темәс педучилищеһы ябылыуы арҡаһында Азамат аҙаҡҡы курсты 1957 йылда Белоретта уҡып бөтә[2].
Беренсе эш урыны — Баймаҡ районы Байыш мәктәбе, артабан — Икенсе Этҡол мәктәбендә эшләй.
1965 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1965—1969 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара. 1969—1977 йылдарҙа Икенсе Этҡол урта мәктәбенең директоры булып эшләй. Тап Азамат Әғзәм улы директор вазифаһын башҡарған саҡта яңы, замана талаптарына яуап биргән мәктәп төҙөлә[3]. Хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә тарих, география дәрестәрен алып бара[4].
1972—1974 йылдарҙа марксизм-ленинизм университетын тамамлай. Азамат Әғзәм улы йәмәғәтселек эштәрендә бик әүҙем ҡатнаша: ауыл советы депутаты ла, лектор ҙа, пропагандист та, партия ойошмаһы секретары ла, ветерандар советы рәйесе лә, хатта үҙешмәкәр сәнғәттә лә[2].
Республика матбуғатында әленән-әле мәҡәләләре сығып тора. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, А. Тажетдинов Байым һәм Икенсе Этҡол ауылдары тарихы менән ҡыҙыҡһына, тикшеренеү, эҙләнеү эштәре алып бара. Байым ауылы халҡы өсөн 2012 йылдың йәйендә үткәрелгән Байым ишандың 280-йыллығына арналған тантаналар онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡалды. А. Тажетдинов бик күп архив мәғлүмәттәргә эйә булып, халыҡҡа үҙ тарихын ҡайтарып бирә, аңын аса. Оло йәшенә ҡарамаҫтан Азамат Әғзәм улы үҙе лә, мәғрифәтсе Байым ишан кеүек, халыҡҡа белем тарата. Уның көсө менән Байым ишанға һәйкәл ҡуйыла[3].
2015 йылда вафат була.
Хәтер
үҙгәртергә- 2-се Этҡол мәктәбе бинаһына күренекле педагог, яҙыусы-тарихсы, мәктәпкә нигеҙ һалыусы Тажетдинов Азамат Әғзәм улына мемориаль таҡта ҡуйылған.
- 2018 йылдың 15 декабрендә 2-се Этҡол ауылында А. Ә. Тажетдиновтың Хәтер кисәһе үтте[5].
Китаптары
үҙгәртергә- «Беҙ — Байымдар» (2003);
- «Ел-дауылдар аша» (2005);
- «Шәһәрғәзе сәсән» (2005);
- «Ғүмерем ағыштары — ғаиләм яҙмыштары» (2008);
- «Сәсәндәр иленә сәйәхәт» (2009);
- «Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән» (2010);
- Оло юлда Юлык (2012);
- «Байым ишан нәҫелдәре» (2013)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (2003).
- Батыр Вәлид исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013)
- Күп һанлы СССР һәм республика маҡтау грамолары менән бүләкләнгән[4].
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы.(1987).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Беҙҙең атайҙарҙы һуғыш урланы 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 А. Ә. Тажетдинов. Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән.Өфө, «Ғилем», 2010.
- ↑ 3,0 3,1 http://vatandash.ru/index.php?article=2394(недоступная ссылка) Последователь Баим-ишана
- ↑ 4,0 4,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- ↑ https://vk.com/feed?w=wall519293940_193 Хәтер кисәһе
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Беҙҙең атайҙарҙы һуғыш урланы 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
- А. Ә. Тажетдинов. Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән.Өфө, «Ғилем», 2010.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- Азамат Тажитдинов
- «Киске Өфө», 27.07. 2015. Урал Мостафин. ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ